Рафаил Ҡасимовтың атаһы хәрби хеҙмәткәр булғанлыҡтан, уның ғаиләһенә күсеп йөрөп, төрлө урында йәшәргә тура килә. Мәктәптә уҡырға Белоруссияла төшә, Удмурт Республикаһында дауам итә. Ошонда уҡ Глазов ҡалаһы музыка мәктәбен тамамлай.
Һөнәри белемде Ижевск музыка училищеһында ала. Фортепиано класы буйынса етәксеһе — атаҡлы пианист һәм педагог Генрих Нейхауздың уҡыусыһы Галина Полторацкая-Глушенкова.
Ҡазан консерваторияһында ул ике йыл Ида Ғөбәйҙуллина класында белем ала.
Өфө дәүләт сәнғәт институтын 1973 йылда тамамлай. Композиция буйынса педагогы — танылған башҡорт композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Заһир Ғариф улы Исмәғилев. Фортепиано буйынса Л. Франк етәкләй. Р. Ҡасимовтың диплом эштәре — фортепиано менән оркестр өсөн концерт, бас һәм фортепиано өсөн Муса Йәлил шиғырҙарынан баллада.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң ул 9 йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль лекторий етәксеһе була. Шул мәлдә «Һабантуй», «Ҡурай көйө», «Онотолған шлягер», «Элеонораның ҡулсатыры» скрипка әҫәрҙәрен яҙа. Тәүге тапҡыр бейеүҙәргә, хореографик тамашаларға көйҙәр ижад итә. Иҙрис Ғәзиев, Венера Мостафина башҡарған «Гөлнара», «Ҡарлуғаслы өй» һәм башҡа эстрада йырҙарын яҙа, халыҡ йырҙарын эшкәртә.
Ижад менән бер рәттән Рафаил Ғәбделхәй улы педагогик эшмәкәрлек тә алып бара — Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡыта.
Сығанаҡ: wikipedia.org
Фото: bashenc