+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул!

Мин Муса Гәрәев исемен бала саҡтан үк ишетеп, уның кем булыуын белеп үҫтем. Үҙем уҡыған Илеш районы Бишҡурай мәктәбенең I синыф бүлмәһе Муса Гәрәевтең Хәрби дан музейы урынлашҡан зал яғында ине. Һәр көн синыфҡа ингәнсе түрҙә мине ҡаршы алған Муса ағай менән «иҫәнләшә» инем. Дөрөҫөрәге, уның бюсы менән.

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул!
Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул!

Тәнәфескә сыҡҡас, стенала эленеп торған фотоларға ҡарап йөрөгәнем дә хәтерҙә. Мин улар­ҙың ҡайһыныһы ҡайҙа урынлашҡанын әле лә әйтә алам. Беҙҙең синыфтың стенаһында Юрий Дорофеевтың «Һауа көрәше» картинаһында Муса Гәрәев һүрәтләнгәнлеген һәр уҡыусы яҡшы белә ине. Пионер, комсомол ойошмаларының тантаналы линейкалары ла ошо залда үтте.
Мәктәп йылдарында уҡ Муса Гәрәевтең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» китабын уҡып сыҡ­ҡан инем. Һеҙҙе «Живу и помню» китабынан алынған өҙөк менән таныштырып үткем килә.
«...Малай-шалай булғас, мөгөҙ сығармай ғына буламы һуң? Ҡош ояларын да, ҡырмыҫҡа иләүен дә туҙҙырған саҡтар булды инде, булды.
Бер көндө урман төпкөлөндәге һаҙлыҡта бер торна ояһын таптыҡ. Унан ап-аҡ ҙур йоморт­ҡаларҙы бөтәбеҙ ҙә алды. Ул саҡта беҙҙең һаҙлыҡтарҙа торна оялары күп була торғайны. Әммә бер тапҡыр ҙа йоморт­ҡаларын күргәнебеҙ булманы. Йылы ғына ине улар. «Ах та ух» килеп, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараныҡ. Ауылға ҡайтып еткәндә берәүһе генә ярылмай ҡал­ған. Ул ваҡытта әле беҙҙең ҡаҙ ғына йомортҡа баҫып ултыра ине. Малайҙар менән килеп, әсәй, һинән йомортҡаны ҡаҙ аҫтына һалыуыңды үтендек. Теләр теләмәҫ кенә риза булдың.
Йомортҡалар осраҡлы рәүештә генә йылы булмаған икән: ике-өс көн дә үтмәне, оҙон тәпәйле, йәм­һеҙ торна балаһы тишеп тә сыҡты.
Уны өйгә индереп, бешерелгән йомортҡаны тураҡлап, сынаяҡ аҫтына һалып ашаттың. Торна балаһы иҙәндә алпан-толпан атлаған була, томшоғон өнһөҙ генә ҙур итеп аса. Хәлһеҙ, йәмһеҙ ҡошсоҡто бер ҙә ғорур, матур ҡоштар нәҫеле, тип уйламаҫһың. Бер нисә көндән ул юҡҡа сыҡты, шаян бесәй эләктергәндер инде, тип уйланыҡ. Торна балаһы өйҙә сағында ҡаң­ғыл­дашып, хәүефле ауаздар һалып, ауылыбыҙ өҫтөнән парлы торна осто. Бер кистә беҙ барыбыҙ ҙа тәгәрәшеп һикелә йоҡлап ятҡанда мин йоҡо аралаш әсәйҙең атайға:
– Был ҡошто өйгә алып ҡайтып, яҡшы эшләмәне, хәйерлегә түгел был, Ғайса, хәйерлегә түгел. Мусаны ла шулай ояһынан алып китһәләр, уның ҡайҙа икәнен белә алмай, беҙ ҙә тилмереп, эҙләп йөрөрбөҙмө икән? – тип борсолоп әйткәнен ишетеп ҡалдым.
– Ташла әле шул юҡ-барға ышаныуҙарыңды, – тип иҫнәй-иҫнәй яуапланы атай. – Муса – шәп егет ул, уҡыуы ла бына тигән, тап-таҙа үҙе – нимә булһын уның менән?
…Әсәйем был хаҡта онотҡандыр инде, тип уйлаған инем. Мин атай-әсәйемдең тыңлаусан улы булдым, бер ниндәй ҙә хәсрәт-күңелһеҙ хәл менән борсоманым. Киреһенсә, эш­һөйәр, сабыр булыуым менән ҡыуандырҙым. Отличник булмаһам да, гел «дүртле» һәм «бишле»гә уҡыным. Уҡыу алдынғыһы булғас, йыл һайын бүләккә китаптар бирәләр ине.
...Ташшишмәләрҙән беренсе булып мин пионерға алындым. Бишҡурай мәктәбендә пионер отряды төҙөлгәс, башта алты уҡыусыны пионерға алдылар. Отрядтың беренсе бор­ғосоһо ла мин булдым, лозунгылар яҙҙым, концерттарҙа һәм спектаклдәрҙә ҡатнаштым. Дөрөҫ, суфлёр булып ҡына, сөнки сәхнәгә сығып, сығыш яһарға ғына ҡыйыулығым етмәне. Иң яҡшы өс пионерҙы Дүртөйлөлә Ағи­ҙел буйында урынлашҡан пионер лагерына юллама менән бүләкләнеләр. Ташшишмә­ләр­ҙән иң беренсе булып, ул бүләккә мин дә лайыҡ бул­дым.
...Әсәй, теге торналар хаҡында йыш иҫкә алдың. Шулай ҙа, күрәһеңме, күңелең алдаған һине, әсәй, һинең улың-торнаҡайың һуғыштан иҫән-имен килеш, сыныҡҡан ир-егет булып яныңа ҡайтты. Етмәһә, үҙе атай ҙа, ир ҙә булып. Минең менән ғорурланыуың, миңә бирелгән бүләктәргә шатланыуың йөҙөңә сыҡҡан ине. Улыңдың үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарыуы, минең өсөн тирә-яҡтағылар алдында ҡыҙарырға тура килмәгәне өсөн ҡыуана инең һин ысынында...»
Эйе, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, киреһенсә, уларҙың ғорурлығы булып, үҙ тормош юлын үтә Муса Гәрәев. Халҡыбыҙҙа «Ҡош – осҡанда, ат – тау менгәндә, егет яуҙа һынала», тигән әйтем бар. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тормош юлы ла ошо хәҡиҡәткә тап килә. Ул үҙ ғүмерен Ватанына бағышлап, Тыуған иле өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итте. Муса батыр бейеклектән бөйөклөккә күтәрелде.

Зөһрә ИСЛАМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: