+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бейеклектән — бөйөклөккә

Муса Ғайса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуа. Һуңыраҡ Ташшишмә ауылына күсәләр. 20 йәшлек егет тәүге хәрби сынығыуын Сталинград һуғышында ала. 250 хәрби осош яһаған, Советтар Союзы һәм Көнсығыш Германия күгендә немецтар менән алышҡан. Бөйөк Еңеүҙе майор, полк штурманы булараҡ ҡаршы ала һәм лайыҡлы рәүештә 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә уҙған Еңеү парадында ҡатнаша.

Бейеклектән — бөйөклөккә
Бейеклектән — бөйөклөккә


Герой исеменә Муса Ғайса улы ике тапҡыр һәм ни бары 50 көн аралығы менән лайыҡ була. Алтын йондоҙҙарҙы уға бер юлы тапшыралар. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында бындай осраҡ башҡа теркәлмәгән. Бына ниндәй һоҡланғыс кеше ул!
Легендар осоусы, илебеҙ ғорурлығы Муса Гәрәев тураһында күптән түгел «Муса Гәрәев. Бейеклектән – бөйөклөккә» тигән китап донъя күрҙе. Уны яҡташы, «Кызыл таң» гәзитенең хәбәрсеһе Зөһрә Исламова баҫтырып сығарған.

– «Муса Гәрәев. Бейеклектән – бөйөклөккә» тигән китабым донъя күргәс, минән йыш ҡына: «Һуңғы ваҡытта китаптың, ғөмүмән, баҫма матбуғатының дәрәжәһе һәм бәҫе юҡҡа сыға барған заманда был эшкә тотонорға нисек йөрьәт иттең?» – тип һорайҙар. Беренсенән, был ижад хеҙмәтен мин – батырҙың ауылдашы башҡармаһа, кем эшләр? Ғөмүмән, өс ауыл – Иләкшиҙе, Ташшишмә, Бишҡурай – халҡы Муса Гәрәевте үҙенеке тип һанай, хаҡлы рәүештә уның менән ғорурлана. Икенсенән, киләсәк быуынға үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ тапшырырға тейешбеҙ. Өсөнсөнән, килер бер заман, китаптың баһаһы алтын хаҡына тиң булыр, – тип уйланым да эшкә тотондом. Шулай итеп, «Муса Гәрәев. Бейеклектән – бөйөклөккә» китабы яҙылды, – ти ул.
– Китабығыҙҙа төрлө йылдарҙа һәм баҫмаларҙа донъя күргән мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр, Геройға бағышланған шиғырҙар бирелгән...
– Эйе. Был китапҡа Муса Гәрәевтең яҙмышын сағылдырған яҙмалар, ауылдаштарының, туғандарының, дуҫтарының, таныштарының иҫтәлектәре, мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр, уға бағышланған шиғырҙар тупланды. Улар баш­ҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә яҙыл­ған.
Ә Муса Гәрәев, уның ҡатыны Галина Александровна, улы Евгений Гәрәев менән интервьюлар «Зәңгәр күккә ғашиҡ кеше», «Һуғыш утында сыныҡ­ҡан мөхәббәт», «Атайым менән ғорурла­нам» тип исемләнгән айырым бүлеккә туп­ланып бирелде. 1945 йылдан алып әлеге көнгә ҡәҙәр баҫылған мәҡәләләр «Яҙмышында – ил яҙмышы» бүлегенә йыйылған. Унда Әнүәр Бикчәнтәев, Та­һир Ахунйәнов, Ғәйнан Әмири, Мос­тай Кәрим, Суфиян Поварисов, Булат Рафиҡов, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡа авторҙарҙың мәҡәләләре, иҫтәлектәре бар.
Муса Гәрәевте күреп-белеп, аралашып йәшәүселәрҙән яҙып алған иҫтәлектәрҙе «Батырҙар тыйнак була» бүлегендә уҡыр­ға мөмкин.
Шулай уҡ Геройға бағышлап ижад ителгән шиғырҙар, йырҙар «Илдең йөҙөн нурлар батыр ул!» бүлегендә бирелә. Бында Мәҡсүт Сөндөклө, Роберт Миңнуллин, Ҡәҙим Аралбай, Ғәзим Шафиҡов, Муса Сиражи, Рәшит Фазлыев, Фәнис Рәхмәтуллин, Фәйләс Муллағәлиев, Рәшиҙә Бикмәтова, Фәнә Мин­һажева һәм башҡаларҙың ижад емешен күреп була.
Муса Гәрәев музейынан, батырыбыҙҙың ғаилә архивынан, интернет социаль селтәрҙәренән алынған фо­тоһүрәттәр ҙә айырым бер бүлектә бирелә.
Был китапты ҡулына алған һәр кем Муса Гәрәев өлгөһөндә Тыуған илен, Ватанын һөйөп, халҡына хеҙмәт итеп, үҙ артынан яҡты юл ярып ҡалдырырға тырышып йәшәр, тип уйлайым.
– Бик ҙур эш башҡарғанһығыҙ, афарин, Зөһрә Наил ҡыҙы. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, был китапта шулай уҡ автор Геройҙың үҙ китаптары һәм уның хаҡындағы баҫма сығанаҡтарҙың ҡыҫҡаса исемлеген дә биргән. Бындай библиография әле беренсегә донъя күрә. «Муса Гәрәев. Бейеклектән – бөйөклөккә» китабы мәктәп уҡыусылары өсөн дә бик кәрәкле һәм йөкмәткеле әсбап булыр, тип әйтергә мөмкин. Сөнки бар сығанаҡтарҙың бөтәһе лә ошонда туп­ланған.


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: