– Эйе, улым, ул – беҙҙең геройыбыҙ.
– Ағайым да ярышта Тәфтизан Миңлеғолов кубогын яулап алғайны, ивит, әсәй!
– Эйе шул, улым...
9 май – Енеү көнөнә арналған парадтан ҡайтҡас та Инсаф Бөйөк Ватан һуғышы, унда ҡатнашҡан ҡартатайҙары тураһында һорауҙар биреүҙән туҡтаманы.
– Ә Тәфтизан Миңлеғолов ниндәй батырлыҡ күрһәткән? – тип тә ҡыҙыҡһынды ул.
Әсәһе, улын эргәһенә ултыртып, бына нимәләр һөйләне:
– Тәфтизан Миңлеғолов беҙҙең Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Күсей ауылында бынан йөҙ йыл элек, 1922 йылда, тыуған. Ирәндек бөркөтө кеүек сая, Ирәндек айыуы кеүек көслө, Ирәндек бүреһе кеүек үткер күҙле, Ирәндек боланы кеүек йылғыр, Ирәндек ҡылғанын ашап үҫкән башҡорт айғыры кеүек таһыл була. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән 11 йәшлек ауыл малайы атаһы үлгәс, әсәһенең ҙур терәге булып ҡала. Колхозда эшләй башлай, ат ҡарай, өйрәтә.
Уның уҡытыусылары Ғәҙел Әҙеһәмов, Әсмә Баймырҙина, Мостафа Зәйнәғәбдиновтар йәш Тәфтизандың күңелендә яҡшылыҡ, изгелек, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Совет әрмеһе сафына баҫа. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алынып, дошманға ҡаршы алыша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ирәндек бөркөтөнөң күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары биҙәй. Алыҫ Белоруссия ерендә Черныши һәм Усохи ауылдары янында барған ҡаты бәрелештә Тәфтизан Миңлеғолов, фашистарҙың тылына үтеп, бер нисә миномёт батареяһын һәм ике тиҫтәгә яҡын немец һалдатын юҡ итеүгә өлгәшә. Үҙе лә шунда 21 йәшендә 1943 йылдың 29 сентябрендә батырҙарса һәләк була.
Беҙҙең Баймаҡ егете Тәфтизан Белоруссия ерендәге Галки ауылының көньяҡ-көнбайыш яғында, Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Вафатынан һуң 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән беҙҙең батырыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Күсейҙә уның туғандары бик күп, улар шундай батыр тоҡомонан булыуҙары менән ғорурлана, сос, үткер, шаян Тәфтизанды һәр саҡ иҫләп, маҡтап телгә ала. Ейәндәре лә үҙе һымаҡ ҡыйыу, көслө рухлы була. Урал исемлеһе ат яратып, ат йәнле булып үҫә.
Шулай, улым, күҙ алдыңа килтереп ҡара әле: ҡорос пулялар ямғыр кеүек яуа. Уның берәүһе генә лә йәшәү менән үлемде айырып тора. Шул саҡ окопта ҡурҡып ҡалғандар ҙа булғандыр әле.
– Ә ул ҡурҡманымы икән, әсәй?
– Юҡ, беҙҙең Тәфтизан утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ батыр булған. Дошмандың тылына үтеп инеп, уны юҡ итергә теләй. Ниндәй ҡыйыу йөрәкле булған ул! Автоматтан атып, гранаталар ташлап, фашистарҙы ҡырып, дошман танкыһын шартлата, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Ҡаты яраланған батыр ауырайған кәүҙәһе менән ергә ауғанда һуңғы һулышында нимәләр күҙ алдынан үтте икән, улым?
Әҙерәк уйланып ултырған Инсаф:
– Тыуған ауылын, әсәһен, туғандарын уйлағандыр. Башҡа ҡайтып күрмәйәсәк Ирәндеген, тыуып үҫкән өйөн, урамын, көтөүлектә утлап йөрөгән йылҡыларын күҙ алдына килтергәндер...
Мин ҙурайһам, Белоруссияның Галки ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә барып, Тәфтизан Миңлеғоловты иҫкә алып, сәскәләр һалырмын. Ә әлегә Күсей ауылындағы тыуған йортон, урамын, батыр исемен йөрөткән мәктәпте, уның бюсын, музейҙы барып күрермен. Туғандары, ейәне Урал олатай менән танышырмын, – тип ҡыйыу әйтеп ҡуйҙы Инсаф.
Үмәр ВӘХИТОВ, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.