-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
9 Декабрь 2022, 16:45

"Мин халҡым өсөн йәшәйем"

Башҡортостандың күренекле скульпторы Өлфәт Миңләхмәт улы ҠОБАҒОШОВтың 70 йәшлек юбилейын көйөргәҙеләр районда ҙур тамаша менән билдәләргә йыйынғайны. Әммә ауыр сир уны сентябрь айында көтмәгәндә арабыҙҙан алып китте. Яҡташтарына билдәле шәхестәрен хәтер һәм ҡәҙер кисәһе менән иҫкә алырға тура килде.

"Мин халҡым өсөн йәшәйем"
"Мин халҡым өсөн йәшәйем"

Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

Был көндө район мәҙәниәт йортона Өфөнән ҡунаҡтар – скульпторҙың ғаиләһе, тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Ҡобағошова, ҡыҙы Шәүрә, улы Шамил, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы директоры Фәүзил Маликов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, журналистар Зөһрә Ҡотлогилдина, Салауат Кәримов, Мәләүездән танылған суфый-шәйех һәм халыҡ табибы Ғабдрафиҡ хәҙрәт (Мырҙашев Рафиҡ Рамаҙан улы), тыуған ауылы Таймаҫтан һәм башҡа төбәктәрҙән уҡытыусылар һәм уҡыусылар килде.
Көйөргәҙе районының хәҙерге һәм элекке хакимиәт башлыҡтары Юлай Талха улы Ильясов, Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтов, район советы рәйесе Фә­нит Насип улы Моратбаҡыев, райондың эске эштәр бүлеге ветерандар рәйесе Фәнир Саҙретдин улы Малбаев, Таймаҫ мәктәбе уҡытыусыһы, тыуған яҡ музейы етәксеһе Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова, Өфө ҡунаҡтары сығыш яһап, Өлфәт Ҡобағошов хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Кисәгә килә алмаған халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр менән «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовтың видео сығыштары тыңланды. Район һәүәҫкәрҙәренең – «Йәшлек» һәм «Йәнтөйәк» ансамблдәренең, бейеүселәр­ҙең, йырсыларҙың сығыштары моңһоу кисәне йәнләндереп ебәрҙе.
Бер туған ижади шәхестәр Айрат менән Өлфәт Ҡобағошовтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әйтелде: район үҙәгендәге урамдарҙың береһенә уларҙың исемдәрен бирергә, скульптор иҫтәлегенә ҡул эше оҫталарының конкурсын ойошторорға ҡарар ителде.
– Был бәйгене беҙ быйыл уҡ башлап ебәрҙек, – тине район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Нуриәхмәтова. – «Үҙ ҡулда­рың менән тыуҙырылған тылсым» конкурсында 7 йәштән 60 йәшкә тиклемге 40 бәйгесе ҡатнашты. Унда дүрт йәш төркөмөндә – 4-тән – 10-ға, 11-ҙән – 14-кә, 15-тән – 18-гә тиклем һәм 19 йәш­тән өлкәндәрҙең ҡул эштәре өс урын ме­нән билдәләнде. Балалар баҡсаһын­да­ғы бәләкәстәрҙән алып өлкән йәштәге шәл бәйләү оҫталарына тиклем үҙ эштәрен тәҡдим итте. Яңы Мораптал, Яҡуп, Ялсыҡай, Михайловка, Ермолаевка һәм башҡа ауылдарҙан еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата сертификаттар алып ҡыуанды. Иң бәләкәстәргә скульпторҙың ҡыҙы Шәүрә ғаиләләре исеменән ундан ашыу бүләк тапшыр­ҙы.
– Киләһе йыл районыбыҙҙа «Аҡбуҙат» фольклор байрамы уҙғарыла. Ул хәҙер республика кимәлендә үтә. «Аҡбуҙат» һәйкәле авторы, данлыҡлы яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов исемендәге ҡул эше оҫталарының бәйгеһен дә шул сара менән берләштерергә уйлайбыҙ, – тине Юлай Талха улы.
Кисәне ойоштороуҙа район хакимиәте, Таймаҫ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова, сценарий авторы, «Йәншишмә» гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе, хәҙер район мәҙәниәт йортонда режиссёр Светлана Исакова ҙур тырышлыҡ һал­ған. Лада Әмирова менән Фидан Булатов уны бик матур итеп алып бар­ҙы...
Бар зиһенен биреп, йылдар буйы
Мин үҙемә һәйкәл һаламын.
Ғүмеремде бағышлаған ошо
Эшемдән ҙур ләззәт табамын.
Намыҫ эшемде мин ташламамын,
Көсөм бөтөп, ауып ҡалмаһам.
Минең һәйкәл тимәҫтәр бит уны
Аҙаҡҡаса үҙем һалмаһам...
Был юлдар тап Өлфәт Ҡобағошов хаҡында әйтелгән кеүек.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Батырҙарҙы һынландырып, халыҡ күңелендә ҡалды

«Мин халҡым өсөн йәшәйем», – ти торғайны Өлфәт. Уның был әйткәндәре буш һүҙ генә түгел ине. Әле билдәле эштәренән тыш, донъя күрмәгән күпме скульптуралары ҡалды. Һанай башлаһаң, 200-ҙән ашыу­ҙыр. «Төньяҡ амур­ҙары»н һынландыр­ған композицияһын эшләү өсөн уға күпме тарихи материалдарҙы өйрәнергә кәрәк булды. Баш­ҡорт тоҡомло атты, яугирҙар­ҙың ҡоралдарын, яу кейемдәрен, походҡа алған шул замандағы көнкүреш әйбер­ҙәрен белмәй тороп, нисек ижад итмәк кәрәк. Бының өсөн тарихсы ғына түгел, этнограф та булыу мөһим. Хал­ҡы­быҙҙың күренекле шәхестәре Әхмәтзәки Вәлидигә, Аҡмуллаға, Зәйнәб Биишеваға арналған скульптураларҙың әллә нисә варианты бар.
Күҙ алдына килтерегеҙ – Аҡмулла­ның 14 вариантын, Зәйнәб Биишеваның 5 – 6 һынын эшләгән. Ә Әхмәтзәки Вәлидигә арналған композицияһын кәү­ҙәләндергәненә 30 йылдан ашыу ва­ҡыт үтте, ә һәйкәл Өфөлә һаман ҡуйылманы.
Күпме тарихи, күренекле шәхестәребеҙҙе һынландырғанда һәр береһенән йылылыҡ бөркөлә, сөнки уларға Өлфәттең күңел нуры ҡушылған.
Халыҡ батырҙарын һынландырып, үҙе лә халыҡ күңелендә ҡалды.
Скульптуралар эшләүҙән тыш, эпиграфика тигән фән менән дә шөғөлләнде. 2015 йылдан алып Мәләүез районында йәшәүсе күренекле дин әһеле, дауалаусы Ғабдрафиҡ хәҙрәт менән зыяраттарҙағы боронғо таштарҙағы яҙыуҙарҙы өйрәнә. Ҡайһы бер урындарға 2 – 3 тапҡыр барырға тура килә. Сөнки йылдар үтеү менән таштағы яҙыу­ҙарҙы уҡыу ауырлаша. Ғәрәпсә белмәү сәбәпле, унда кем ерләнгәнен дә белмәй ауыл халҡы. Ә бит ҡайһы бер урындарҙа тарихи шәхестәр ерләнеүе лә ихтимал. Шуларҙы халыҡҡа ҡайтарыу буйынса 40 – 50 зыяратта булып, бер ҙур китап әҙерләп китте. Ул баҫылып сыҡһа, халҡыбыҙ өсөн көтөлмәгән асыш буласаҡ.


Рәмилә ҠОБАҒОШОВА,
скульпторҙың тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы.


Әүлиәләр затынан ине

Башҡорт халҡының бөйөк улы ул ағайыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов. «Аҡбуҙат һәйкәле башҡорт халҡына ҙур бүләк булды», – тип яҙҙылар интернет селтәрҙәрендә уның оло хеҙмәтен ҙур баһалап.
Өлфәт ағайыбыҙ ныҡ егәрле ижадсы ине. Үҙ эшен шул тиклем яратып, бирелеп башҡарҙы. «Аҡбуҙат һәйкәлен эшләгәндә ике метрлыҡ баҫҡыстан балсыҡ күтәреп менеп-төшөп йөрөгәндәремде һанаһаң, Эверест тауына (донъялағы иң бейек тау) ике тапҡыр менеп-төшөрлөк юлды үткәнмендер», – тигәйне ул бер саҡ.
Иманлы кеше ине ағайыбыҙ. Ғүмерендәге иң ҙур эште – Аҡбуҙат һәйкәлен эшләгәндә лә, намаҙын ҡалдырмай, доғалар уҡыны. Үҙе лә әүлиәләр затынан булғандыр. Унда ниндәйҙер эске һиҙемләү көсө бар ине. «Аҡбуҙаттың урыны ҡотло, уның башынан яҡты нур бөркөлә! Халҡыбыҙҙы яҡты киләсәккә әйҙәп тороусы маяҡ булыр ул!» – тине бер сығышында.
«Алдағы йыл Таймаҫ ауылының 500 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ», – тип дәртләнеп йөрөнө. Ауыл тарихын яҙыр өсөн өс тиҫтә йыл ғүмерен архивтарҙа ҡаҙынып үткәрҙе.
Бер туған ағайыбыҙ, күренекле композитор, башҡорт халҡының боронғо музыка ҡоралдарын тергеҙеүсе Айрат Ҡобағошов хаҡында кино төшөрөргә йыйынғайны.
Үкенескә күрә, был ниәттәре тормош­ҡа ашмай ҡалды... Былтыр сентябрҙә – Айрат ағайыбыҙ, быйыл сентябрҙә Өлфәт ағайыбыҙ бер-бер артлы донъя­лыҡтан китте.
Әммә улар икеһе лә халҡыбыҙға бөйөк эштәр ҡалдырҙы.


Роза ҠОБАҒОШОВА,
журналист, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар» гәзите хәбәрсеһе.


Мәшһүр скульптор

Һис арттырыуһыҙ Өлфәт Ҡобағошовты мәшһүр башҡорт скульпторы тип әйтә алабыҙ. Уның эштәре Башҡорт­остандың бик күп райондарында ғына түгел, ә Санкт-Петербургта, Силәбе өлкәһендә, Пермь крайында, Чкалов (хәҙерге Ырымбур) ҡалаһында, башҡа төбәктәрҙә ҡуйылған. Һәм барыһы ла халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәрен – күренекле улдарын, ҡыҙҙарын данлай, уларҙы мәңгелеккә тарихта ҡалдыра. Халҡыбыҙ өсөн йәшәгән шәхестең үҙен дә халҡыбыҙ онотмай.


Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ,
тарих фәндәре кандидаты.


Аҡбуҙат менән үҙенә лә мәңгелек һәйкәл ҡойҙо

Аҡбуҙат һәйкәленә 2015 йылда конкурс үткәрелгәйне. Күп эштәр араһынан Өлфәт Ҡобағошовтың скульптураһы еңеп сыҡты. 2020 йылда һәйкәлде Бөрйәнгә килтереп ҡуйҙыҡ. Уны асыу тантанаһы Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы барған көндәргә тура килде һәм төрлө ҡитғалар­ҙан йыйылған ҡунаҡтар мәшһүр һәйкәлебеҙҙе ҙур һоҡланыу менән ҡараны. Янында иҫтәлеккә фотоға төшөргә тырыштылар. Өлфәт ағай был тантанала үҙе лә булды. Хыялының тормошҡа ашыуына сикһеҙ ҡыуанды. Аҡбуҙат һыны менән ул үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойҙо.


Фәүзил МАЛИКОВ,
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексының директоры.
Ауылыбыҙ ғорурлығы


Мәктәбебеҙҙең бер юбилейында осрашыу ваҡытында Өлфәт ағай: «Ниңә һаман музейығыҙ юҡ? Эшләгеҙ! Бына һеҙгә тәүге экспонат», – тип ҡурай бүләк итте. Беҙ, әлбиттә, материалдар туплай башлағайныҡ. Тик музей итеп ойоштороуҙа рәссам ярҙамы кәрәк ине. Өлфәт ағай был эштә беҙгә бик ныҡ ярҙам итте. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Хәҙер беҙҙең музей ныҡ бай һәм мәғлүмәтле. Районыбыҙҙағы башҡа мәктәптәрҙә ундай музей юҡ. Килгән ҡунаҡтар һоҡланып китә. Изге күңелле, ярҙамсыл, оло талант эйәһе булған ауылдашыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов менән ғорурланабыҙ.


Гөлнур ХӘМИТОВА,
уҡытыусы, музей етәксеһе.
Көйөргәҙе районы,
Таймаҫ ауылы.


Шиғри күңелле, рухлы булды

Атайыбыҙ шиғырҙар ҙа яҙа ине. Йәш саҡта уҡ, Ҡаҙағстан далаларында Байконурҙа хеҙмәт иткәндә, тыуған яғын һағынып ижад иткән тәүге ши­ғыр­ҙарын. Уларҙы бер ҡалын дәфтәргә туплап барған. Матбуғатта баҫтырғаны булманы. Һәр байрамда, тыуған көндәребеҙҙә беҙҙе шиғыр юлдары менән ҡотлай ине.
Атай-әсәйебеҙгә ҡарап, беҙ ҙә рухлы булып үҫтек. Өйҙә бер ҡасан да үҙ-ара урыҫ телендә һөйләшмәнек. Атайыбыҙҙың эшһөйәрлеге, тыуған төбәген яратыуы, тарихҡа, шәхестәребеҙгә ихтирамы беҙгә лә күскән. Ныҡ һағынабыҙ үҙен. Бергә төшкән видеоларҙы, фотоларҙы йыш ҡарап, иҫкә алабыҙ.

 

"Мин халҡым өсөн йәшәйем"
"Мин халҡым өсөн йәшәйем"
"Мин халҡым өсөн йәшәйем"
"Мин халҡым өсөн йәшәйем"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: