Унда төрлө район һәм ҡалаларҙан йыйылған уҡыусылар ауыл хужалығын үҫтереүгә арналған фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡланы. Баһа биреүселәр иһә – Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары.
Күргәҙмәлә ниндәй генә эштәр ҡуйылмаған?! Мәктәптәрҙең тәжрибә баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсәләр, дарыу үләндәре, умартасылыҡ, ҡош-ҡорт үҫтереү буйынса ла проекттар бар икән. Робот техникаһы түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр уйлап тапҡан ҡоролмалар, ландшафт дизайны буйынса матур-матур эштәр...
Конкурсҡа килеүселәр араһында төрлө йәштәгеләр бар ине. Мәҫәлән, Сибайҙағы «Ирәндек» лицейынан Илназ Ҡасимов V синыфта ғына уҡый әле.
– Нимә тураһында һөйләйәсәкһең? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Беҙ ғаилә менән йәй һайын ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтерәбеҙ. Был шөғөлдөң файҙаһы тураһында әсәйем етәкселегендә тикшеренеү эше яҙҙыҡ. Фәдис ағайым, Фидәлиә һеңлем, мин ул уҡытҡан лицейҙа белем алабыҙ. Арҡайым ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең яҡта һыуға, үләнгә ҡытлыҡ – шуныһы ҡыйыныраҡ. Олатайым – иретеп йәбештереүсе. Ул ҡаҙҙарға ҙур итеп бассейн эшләп бирҙе. Һыуын алмаштырып торабыҙ. Рәхәтләнәләр генә. Үлән сабып килтереп ашатабыҙ. Беҙ ҡаҙ үҫтереп һатыуҙың үҙебеҙҙең ғаиләгә күпме килем килтергәнен иҫәпләп сығарҙыҡ. Бик файҙалы кәсеп. Бөтә ғаиләне берләштерә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫәһең. Мамығынан мендәрҙәр яһайһың. Ҡаҙ майы дауа ла, – ти Илназ.
Өфөнән яңы тикшеренеү эше яҙырға дәртләнеп ҡайтып китте ул. Беренсе тапҡыр ғына ҡатнашты бит, тәжрибә тупланы. Үҙе бик әүҙем малай. Спорт ярата, шәп йүгерә, бейей. Иншаларҙы матур яҙа. Илназ быйылдан туризм буйынса түңәрәккә яҙылған.
Архангел районы Тирәкле мәктәбенең VII синыф уҡыусылары Элина Шәйхина менән Айгизә Шаһиева технология уҡытыусыһы Гөлнара Фәйрүзова етәкселегендә «Пробирканан картуф» тигән тәжрибә-эҙләнеү эше яҙған. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалынан вирусһыҙ картуф орлоғо алып ултыртып ҡарағандар. Ул лаборатор шарттарҙа үҫтерелә икән. Картуфтың күҙенән иң һау күҙәнәктәрҙе генә алып клонлаштыралар.
– Борсаҡ ҙурлыҡ ҡына орлоҡтан картуф үҫеренә башта ҡайһы берәүҙәр ышанмайыраҡ та торҙо. Үҙебеҙҙең мәктәптең тәжрибә баҡсаһында сәстек. Уның сыҡҡанын, нисек үҫкәнен ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барҙыҡ. Әлбиттә, тейешенсә тәрбиәләнек, утаныҡ. Беҙҙең картуфҡа колорадо ҡуңыҙы яҡын да килмәне. 1 килограмм орлоҡтан 6 тоҡ уңыш ҡаҙып алдыҡ! Уны киләһе йылда сәсер өсөн ҡулланырға кәрәк. Райондаштарға ошондай орлоҡто тәҡдим итәбеҙ, – ти Гөлнара Фәрит ҡыҙы.
Тирәклеләрҙең тәжрибәһе баһалама ағзаларына ла оҡшаған, III урын биргәндәр. Экология түңәрәге ағзалары киләсәккә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып, күңелдәре күтәрелеп ҡайтҡан күргәҙмәнән.
Был көндө шулай уҡ помидорҙы бик күп өҫтәлдәрҙә күрергә мөмкин ине. «Мичурин томаты» тигән халыҡ проектының әүҙем ағзалары уны биологик препараттар ғына ҡулланып, таҙа итеп үҫтерергә өйрәтә икән.
«Йәш натуралистар» күргәҙмәһен йәш биологтар, экологтар, киләсәген ауыл хужалығы менән бәйләргә теләүселәр йыл да көтөп ала. Иң яҡшы эштәр октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ.