-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
19 Июнь , 14:30

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Ихлас, ябай, ярҙамсыл, аралашыусан кеше ул Айрат Нурмөхәмәтов ағай. Һәр беребеҙҙең ҡулында камералы телефон булһа ла, ҡайһы саҡта мәҡәләңә фото ла кәрәк булып китә. Айрат Билал улы бер ҡасан да йомошоңдо кире ҡаҡмай, үҙе Матбуғат йортонда булмаһа, "Бар, кабинетҡа кер, компьютерҙан ал", – ти. 

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Иң тәжрибәле фотохәбәрселәребеҙҙең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Айрат Нурмөхәмәтовты республикала белмәгән кеше һирәктер. 40 йыл эшләү дәүерендә кемдәр менән генә танышмаған, күрешмәгән, кем генә уның объективына эләкмәгән! Ғүмеренең шаҡтай ҙур өлөшөн «Баш­ҡортостан» республика гәзитенә арнаған ул. 
– Айрат Билал улы, һеҙ бәләкәй­ҙән фотоға төшөрөү менән мауыҡтығыҙмы?
– Беләһегеҙме, мин электропоезд машинисы булырға хыяллана инем. Беҙҙең Нуриман районы Иҫке Күл ауылынан Өфөгә электричкала йөрөй торғайныҡ. Бер туған Марат ағайым баш ҡалала интернат-мәктәптә белем ала ине. Уның текә генә «Чайка» фотоаппараты булды. Ағайыма эйәреп, мин дә фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ул саҡта алты-етелә уҡығанмындыр.
– Артабан ҡайҙа белем алдығыҙ?
– Унынсыны тамамлағас, таныш егет полиграфия училищеһына барып ҡарарға кәңәш итте. Фотохәбәрселәрҙе ул заманда Советтар Союзында өс кенә урында әҙерләй­ҙәр ине: Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Ригала. Ҡабул итеү комиссияһы ағзалары фотоларымды ҡараны, оҡшатты һәм мин уҡырға алындым. 60 кеше йыйылған ике төркөмдә ҡай­ҙан ғына егеттәр-ҡыҙҙар юҡ ине: Белоруссия, Украина, Алтай... Ҡыҫҡаһы, Бөтә Союз үҫмерҙәре татыу ғына белем алдыҡ һәм ҙур илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралыштыҡ. Мине йүнәлтмә менән Кострома өлкәһенә ебәрҙеләр.
– Тик унда оҙаҡ эшләмәгәнһегеҙ...
– «За коммунизм» район гәзитендә, ысынлап та, 3 ай ғына эшләп өлгөрҙөм – әрмегә алдылар. Хеҙмәттән ҡайтҡас, «Совет Башҡорт­останы» гәзитенә фотохәбәрсе кәрәклеге хаҡында әйттеләр. Тыуған яҡҡа яҡыныраҡ булғы ла килә ине, Костроманан ҡабат шылтыратһалар ҙа, кире барыуҙан баш тарттым. Ә бында бер нисә фоторепортаж эшләп килтергәс, ул саҡтағы баш мөхәррир Абдулла Исмәғилев ышанып эшкә алды. Инде 40 йылға яҡын ошо редакцияламын. Заманында аҙнаһына биш тап­ҡыр сыҡҡан гәзиттәге мәҡәләләрҙе фотолар менән байытыу, иң яҡшыһын һайлап эшкәртеү бурысы йөкмәтелһә, хәҙер һанлы технологиялар ярҙамға килеүе ҡыуаныслы. 
– Бөгөн күптәр тирә-яҡтағы ваҡиғаларҙы фотоға төшөрә, селфи эшләй, блог алып бара. Фотоһүрәтең үҙенсәлекле, матур килеп сығыуға нисек өлгәшергә?
– Ниндәй генә текә телефон булмаһын, профессиональ фотоаппаратҡа бер ни етмәй. Уның мөмкинлектәре күпкә киңерәк. Икенсенән, теләк булырға тейеш. Әлбиттә, тирә-йүнде үҙеңсә күрә белеү, ниндәйҙер мөһим мәлде тота алыу һәләте булһа, фотоларың уңышлы сығасаҡ. 

Айрат Нурмөхәмәтовтың һәр фотоһы үҙе һөйләп торғандай. Уларға аңлатма биреп тороуы ла артыҡ, ти хеҙмәттәштәре. Ошо көндәрҙә Өфөләге Милли музейҙа Айрат Нурмөхәмәтовтың 60 йәшлек юбилейы һәм ижади эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыуы айҡанлы фотокүргәҙмә асылды. Меңләгән фото араһынан иллеләп эше һайлап алынып ҡуйыл­ған унда. Тантаналы сара барышында Айрат Билал улына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды. Коллегалары, туғандары, дуҫтары изге теләктәрен еткерҙе. Беҙ ҙә уны был мөһим ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Ә күргәҙмә 14 июлгә тиклем эшләйәсәк, музейға рәхим итегеҙ!

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: