-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ир-егеттәр спорты, тип әйтеп ҡара!

– Бер килгәндә, һеҙҙе үҙебеҙҙең чемпиондар менән дә таныштырырға теләйбеҙ, – тинеләр Шаран ауылындағы 1-се мәктәптә. – Әле сығарылыш синыфында уҡыған Алина Йыһангирова былтыр билбау көрәше буйынса үҫмерҙәр араһында үткәрелгән Рәсәй беренселегенән алтын миҙал алып ҡайтты бит. Был ҡаҙанышы менән ул белем усағының ғына түгел, ә районыбыҙҙың да данын күтәрҙе. Беҙҙең Алина уҡыуҙа ла алдынғылар сафында. Бигерәк тә күптәр­гә еңел бирелмәгән математика фәненән олимпиадаларҙа һынатмай.

Был ҡыҙ спорт менән ныҡлап өс йыл элек кенә шөғөлләнә башлаған.Тәүҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге дзюдо секцияһына йөрөй. Һуңынан уның һәләтен күреп ҡалып, тәжрибәле тренер Айнур Салауат улы Хөсәйенов билбау көрәшен һайлар­ға һәм үҙе етәкләгән төркөмгә яҙылырға тәҡдим итә. Был бик тә дөрөҫ аҙым була. Нәҡ көрәштең шул төрө Алинаның күңеленә хуш килә. Келәмгә сыҡҡанда үҙ-үҙенә ышанысы нығынғандан һуң инде төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй.

– Билбау көрәше бит тәбиғи асылыбыҙға, булмышыбыҙға яҡын, – ти Алина. – Дзюдола өйрәнгән алымдар миңә келәмдә әлеге ваҡытта бик тә ярап ҡала. Ә бит еңер өсөн яҡшы физик әҙерлектән тыш, сослоғоңдо, етеҙлегеңде, шулай уҡ сәмлелегеңде күр­һәтергә кәрәк. Әлбиттә, минең үҫмер ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулауымда тренер-остазымдың роле ҙур. Залда күнекмәләр үткәргәндә ул беҙҙең хәрәкәттәрҙе ентекләп күҙәтә, теге йәки был алымды яһағанда үҙенең кәңәштәрен би­рә. Дөрөҫ эшләһәк, дәртләндереп, күңелдәрҙе күтәреп ебәрә.

Ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеп сыҡҡан көрәшсе ҡыҙ спорт мас­терлығына кандидат нормативын да үтәгән. Тик әлегә уға танытма тапшырырға өлгөрмәгәндәр. Хәйер, эш бит исемдә генә тор­май, үҙеңдең әҙерлегеңде яҡшыртыу һәм оҫталығыңды арттырыу өсөн спорт мәктәбендә күнекмәләрҙе ныҡышмалы рәүештә дауам итергә кәрәк. Өҫтәүенә, хәҙер уға 18 – 20 йәштәге ҡыҙҙар төркөмөндә көс һынашырға тура киләсәк.

– Уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырышам, – ти Алина. – Ике генә фәндән «дүртле»м бар, ҡал­ғандарынан тик «бишле»гә өлгәшәм. Быйыл XI синыфта уҡыу миңә тағы ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Алдағы маҡсатым – Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу. Ҡулыма өлгөргәнлек аттес­татын алғандан һуң Өфөләге йәки Ҡазандағы Эске эштәр министрлығына ҡараған юридик институт­ҡа уҡырға инергә теләйем. Юғары уҡыу йортонда спорт менән шөғөлләнеүҙә минең алда яңы офоҡтар асыласаҡ, тип өмөтләнәм.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Шаран районы.
Читайте нас: