– Бында малайҙар һәм ҡыҙҙар менән күнекмәләр үткәрәбеҙ, – тине ул. – Ишеткәнегеҙ барҙыр, беҙҙең спорт мәктәбендә электән һәләтле йәш көрәшселәр тәрбиәләнә. Бигерәк тә дзюдо, каратэ, тхэквондо һәм билбау көрәше буйынса секциялар уңышлы ғына эшләп килә. Был йәһәттән ауыл райондары араһында алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә үҙ йәше төркөмөндә Рәсәй чемпиондары ла үҫеп сыҡты. Мин үҙем балаларға каратэ көрәше алымдарын өйрәтәм. Шуны ғорурлыҡ менән әйтә алам, быйылғы миҙгелдә ҡыҙым Гөлназ үҙенең еңеүҙәре менән барыбыҙҙы ла һөйөндөрҙө. Ҡышын беҙ Силәбе ҡалаһында Урал федераль округы беренселегендә ҡатнашҡайныҡ. Унда Гөлназ 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар төркөмөндә II урын яуланы.
Был спорт мәктәбендә каратэ секцияһы эшләй башлауға 10 йыл тула икән. Иҫтәлекле юбилейҙарын матур һөҙөмтәләр менән ҡаршыларға йыйыналар.
Эйе, тәжрибәле тренер-педагог Рөстәм Һабанғолов спортҡа булған һөйөүен үҙенең балаларына ла бирә алған. Телгә алыуынса, быйыл V синыфты тамамларға йыйынған Гөлназ хәстәрлекле атаһының ҡул аҫтында каратэ көрәше менән инде етенсе йыл шөғөлләнә. Әҙерлеге яҡшы булғас, ҡыйыу һәм сая ҡыҙ хәҙер ҙур ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Бер үк ваҡытта уҡыуҙа ла һынатмай, тик «бишле»гә генә өлгәшә. Өлгөр баланың тағын бер һәләте асылған. Ул илһамы уянғанда һүрәт төшөрөргә әүәҫләнәп алған. Шуға спорт секцияһынан тыш, Шарандағы һынлы сәнғәт мәктәбенә лә йөрөй.
Сығарылыш синыфында белем алыусы апаһы Айгөл дә – ата-әсәһенең, шулай уҡ мәктәптең бер ғорурлығы. Уҡыған йылдарында тик «бишле»гә өлгәшкәндәр сафын тулыландырған. Педагогтар әйтеүенсә, ул өлгөргәнлек аттестаты менән бергә миҙал алыуға ла дәғүә итә. Урта синыфтарҙа уҡ Айгөлдә математика дәрестәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянған. Дүрт йыл рәттән ошо фәндән районда үткәрелгән олимпиадала беренселекте бер кемгә лә бирмәгән, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә призлы урындар яулауға ирешкән. Мәктәптән һуң да ул абруйлы уҡыу йорттарының береһендә физика-математика йүнәлешендәге факультетты һайларға ҡарар иткән.
Һәләтле ҡыҙҙың спорт өлкәһендәге уңыштарын да телгә алып үтмәй булмай. Күп йылдар ул һөйөклө атаһы етәкләгән каратэ секцияһында шөғөлләнгән. Тырышлығы һәм ныҡышмалылығы бушҡа китмәгән. Айгөл хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла үҙенең оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтергә өлгөргән.
– 2015 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Рәсәй Кубогы өсөн алыштарҙа III урын алдым. Шул уңышым менән спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем, – тип һөйләне беҙгә көрәшсе ҡыҙ. – Ә 2016 йылда миңә Белоруссияның Гомель ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыу һәм үҙ көсөмдө һынап ҡарау бәхете тейҙе. Унда ла яҡташтарымдың, яҡындарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем – пьедесталдың II баҫҡысына күтәрелдем. Ғөмүмән, белорус илендәге шул бәйгегә барып ҡайтыу күңелемдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. XI синыфта уҡығанда инде ярыштарға бигүк йөрөмәнем, ваҡытымды күберәк БДИ-ға әҙерләнеүгә бүләм.
Әлбиттә, һөйкөмлө ҡыҙҙарҙың һоҡланғыс уңыштарында, тормошта яулаған тәүге бейеклектәрендә әсәләре Оксана Борисовнаның да тәрбиәүи роле ҙур. Ул үҙе бер түгел, ике юғары уҡыу йортон тамамлаған. Әлеге көндә райондағы мәшғүллек үҙәгендә бухгалтер-иҡтисадсы булып эшләй.
Бына шулай көтмәгәндә Шаранда беҙ бар яҡтан да алдырған, спорт менән дуҫ Һабанғоловтар ғаиләһе менән таныштыҡ. Келәмдәге сәмле алыштарҙа алған сынығыуҙары иһә Гөлназ менән Айгөлгә был тормошта алдарына ҡуйған яҡты маҡсаттарына ирешергә, яҡындарын яңы уңыштары менән ҡыуандырырға, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.