+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спортһыҙ – донъя йәмһеҙ!

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе коллективы тормошондағы бер яңылыҡ хаҡында быйыл йәй башында ғына ишетеп ҡалғайным. Баҡтиһәң, иң ҙур башҡорт ауылындағы уҡыу йорто бынан өс йыл элек «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» тигән федераль программаға эләккән икән. Шул тәжрибә нигеҙендә бында 2016 йылда спорт синыфы асылған.
– Был һынауҙы үткәреү өсөн беренсе синыфты һайлағайныҡ, быйыл инде улар өсөнсөлә уҡып йөрөй, – тип һөйләй физкультура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән дә балаларға белем биргән Шәһит Мөхәмәтулла улы Мөхәмә­ҙиев. – Ошо спорт синыфын үҙем етәкләйем. Яңы методикаға ярашлы, улар­ҙа физкультура дәресе көн һайын инә. Хәҙер балалар ҙа шундай уҡыу йөкләмәһенә күнегеп бөттө. Программаһын да үҙебеҙ төҙөнөк. Өсөнсөләр физкультураны һәм спортты бик тә ярата. Матур көндәрҙә уларҙы тышҡа саф һауаға алып сығам. Балалар йүгерергә, мини-футбол уйнарға шәп. Ҡышын күберәк саңғыла йөрөйбөҙ. Бына бөгөн көн аяҙ, шуға командаларға бүленеп, эс­тафетала көс һынашасаҡтар. Был ярышта ҡатнашыу улар өсөн бик тә ҡыҙыҡлы.

– Дөйөм алғанда, тәжрибә үҙен аҡлаймы һуң?

– Иң мөһиме – кесе йәштәге мәктәп балалары яҡ­шы физик тәрбиә ала. Саф һауала күп шөғөлләнгәс, көҙөн, ҡышын һалҡын тей­ҙереп бармайҙар. Айына бер тапҡыр район үҙәгендәге физкультура-спорт комплексындағы бассейнға йөрөйбөҙ. Тәүҙә ҡайһы берәүҙәре һыуға төшөргә ҡур­ҡыңҡырай ине, хәҙер инструкторҙар ярҙамында йөҙөргә лә өйрәнделәр. Шунан ГТО нормативын тапшырғанда беҙҙекеләр күрһәткән һө­ҙөм­тәләре буйынса хатта дүртенсе-бишенсе синыфтар­ҙы уҙып китә. Дөрөҫ, һәр кемдән дә спортсы тәрбиәләп булмай. Әммә араларында көслө малай һәм ҡыҙҙар бар. Мин өмөтлө йәш атлеттарҙан Даян Шәйхулов, Алина Дәүләтшина, Аяз Хужәхмәтов, Илнар Ғәлин һәм Азалиә Иҙрисовалар­ҙы телгә алып үтер инем. Уларҙың түштәрендә ГТО-ның алтын һәм көмөш билдәләре бал­ҡый. Спорт синыфында һәр кемдең матур формаһы бар. Үҙ мөмкинлегенән сы­ғып, ата-әсәләре балаларына ботинкалы саңғы һатып алып бирергә тырыша. Беҙҙә үткәрелгән тәжрибәнең фай­ҙаһын тағы шунда күрәм, физик культура мәктәп тормошона нығыраҡ үтеп инә, балалар менән бергә улар­ҙың яҡын кешеләре лә сәләмәт йәшәү рәүешенә тар­тыла.

Был спорт синыфының Сәйетбаба мәктәбендә асылыуы бер ҙә юҡҡа түгелдер. Сөнки бай тарихлы уҡыу йортонда электән балалар һәм үҫмерҙәр ара­һында спортты үҫтереүгә, физик тәрбиәне яҡшыртыу­ға иғтибар ҙур. Шуға йәш атлеттарҙан һәм уйынсыларҙан торған команда район кимәлендәге ярыштарҙа гел призлы урындар яулай. Беҙ килгән көн директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Зилә Хөрмәт ҡыҙы Иҙрисова Красноусолда үткәрелгән көҙгө кроста үҙ төркөмдәрендә I – III урындар­ҙы алған Артур Дәүләтшин, Айҙар Рахманғолов һәм Гөлназ Юлбарыҫоваларға Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

– Был ярыштарҙа ла беҙҙекеләр мәктәптең данын уңышлы яҡланы, – ти юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Илнур Ринат улы Шәйәхмәтов. – Быйыл бишенсе синыфта һабаҡ алған Артур менән Айҙар унда 500 метр­ға йүгерҙе, ә етенсенән Гөлназ 1 мең метрлыҡ арала уҙышты. Уның синыфташы Сыңғыҙ Иҙрисов уҙ­ған уҡыу йылында район спартакиадаһында беренсе урынды яулауға ирешкәйне. Тағы беҙҙең быйыл­ғы унынсы синыфта спорт менән дуҫлашҡан үҫмер ҡыҙ һәм малайҙар күп кенә. Улар араһынан Булат Абдуллин, Ильяс Юлбарыҫов, Алһыу Шәйхулова һәм Наҙгөл Рахманғоловалар район ярыштарында һәр стартта тиерлек еңеүселәр сафын тулыландыра.

Балаларға физик тәрбиә биргән уҡытыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә еткермәй ҡалманы.

– Спорт синыфын асыу буйынса тәжрибәне беҙҙә үткәреүҙәре яҡшы, тик шул эште яңы баҫҡысҡа күтәреү өсөн мәктәптең спорт базаһы ярлыраҡ, – тип үҙ борсолоуын белдер­ҙе Шәһит Мөхәмәҙиев. – Спорт залына капиталь ремонт үткәрелгәне юҡ. Тәҙрәләре иҫке, йылытыу системаһы ла унда йүнләп көйләнмәгән, шуға ҡыш һыуыҡтарҙан ыҙа сигәбеҙ. Балалар ғына түгел, ул зал­да үҙебеҙ ҙә өшөй­бөҙ. Икенсенән, мәктәптә спорт ҡорамалдары ла етешмәй. Яңыларын алмағас, 10 – 15 пар ғына саңғы ҡалғандыр. Стадионыбыҙҙы тө­ҙөк­ләнде­рергә лә күптән ва­ҡыт. Әлеге көндә унда бер ниндәй яңы ҡоролмалар ҙа, стандартҡа ярашлы йүгереү юлы ла юҡ. Беҙ үҙ тәҡдимдәребеҙҙе районға әйтеп ҡараныҡ, тик унда ни эшләптер артыҡ ҡолаҡ һалып бармайҙар. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығына ла үпкәбеҙ бар. Беҙҙе «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» тигән федераль программаға йәлеп иткәс, мәктәптең спорт базаһын нығытыу һәм яҡшыртыу хаҡында ла хәстәрләргә кәрәк ине.

Был йәһәттән үҙ эшенә мөкиббән бирелгән тренер-педагогтарҙың теләктәре һәм талаптары бик тә урынлы. Беҙгә инде шундай шарттарҙа ла Сәйетбаба мәктәбендә физик культураны үҫтереүҙә, көслө йәш спортсылар тәрбиәләүҙә матур ғына һө­ҙөмтәләргә ирешеүҙәренә үҙ ҡыуанысыбыҙҙы белдерәһе генә ҡала.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Ғафури районы.
Читайте нас: