+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә теннис яраталар

Спорт – һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Әгәр сәләмәт булғың килһә, уның менән шөғөллән, тиҙәр. Спорт үҙеңдең етешһеҙлектәреңде лә еңергә өйрәтә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн көслө, сыҙамлы кешеләр кәрәк.

Спорт – һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Әгәр сәләмәт булғың килһә, уның менән шөғөллән, тиҙәр. Спорт үҙеңдең етешһеҙлектәреңде лә еңергә өйрәтә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн көслө, сыҙамлы кешеләр кәрәк.

Ауылдашыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрхиямал Шәрәфетдин ҡыҙы Шәрәфетдинованың яҡты иҫтәлегенә арналған өҫтәл теннисы уйыны мәктәбебеҙҙә йыл һайын үткәрелеп килә. Сыҙамлыҡ һәм сослоҡ талап иткән был ярышта быйыл 14 уҡыусы ҡатнашты.

Уйын ике төркөмдә барҙы. Өлкән синыфтар араһында туғыҙынсынан Рифат Сиражев – I, ун беренсенән Раушан Хәкимов – II, туғыҙынсынан Фәнүр Ғәйнетдинов III урын яуланы. V – VIII синыфтар араһында беренселекте йыл һайын Ранит Шөғәйепов (VII) береһенә лә бирмәй. Ә II урынды Әлмир Ғәйнетдинов (VII) алды, Раушан Хөснуллин (VIII) III урынға сыҡты.

Һәр еңеүсегә иҫтәлеккә грамоталар, бүләктәр тапшырылды.

Әйткәндәй, теннис менән шөғөлләнеү өсөн мәктәп бөтә шарттарҙы ла булдырған: махсус өҫтәл, ракеткалар, шарҙар – барыһы ла бар. Бары тик уйын менән шөғөлләнер өсөн теләк кенә булһын. Ҡатнашыусыларға, ярышты ойоштороусыларға һәм бағымсыларға ҙур рәхмәт!

Флүрә СИРАЖЕВА.


Салауат районы, Әлкә ауылы.
Читайте нас: