+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бишбүләктең бер бүләге бит ул!

Бишбүләк районына тәүгә барыуым. Һәр яҡтың үҙ гүзәллеге. Был ерҙәр ҙә юл буйында осраған матур итеп кәртәләп алынған шишмәләре, йәтеш кенә тауҙары, ике яҡлап оҙатып барған ҡайындары, ҡарағайҙары менән әсир итте.

Бишбүләк районына тәүгә барыуым. Һәр яҡтың үҙ гүзәллеге. Был ерҙәр ҙә юл буйында осраған матур итеп кәртәләп алынған шишмәләре, йәтеш кенә тауҙары, ике яҡлап оҙатып барған ҡайындары, ҡарағайҙары менән әсир итте.

Беҙҙе, әлбиттә, уҡыусылар тормошо ҡы­ҙыҡһындырҙы. Билдәле, бөтә респуб­ликала ауыл мәктәптәренә ҡағылған ҡыҫ­ҡартыуҙар, ябылыуҙар бында ла һиҙ­ҙермәй үтмәгән. Ярай әле Ҡаныҡай­ҙа райондағы берҙән-бер башҡорт дөйөм урта белем биреү усағын һаҡлап алып ҡалғандар. Унда әле бөтәһе – 72 уҡыусы. Ҡасҡын, Аҙнай, Бикҡол һәм Набережныйҙан йөрөп уҡыйҙар. Балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Юлдар, Аллаға шөкөр, һәйбәт кенә. Бөтә уҡыу­сылар ҙа башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә икән, ә IX синыфта ошо фән буйынса дәүләт имтиханы тапшыралар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙан эш эҙләп, ситкә сығып йә күсеп китеүсе ғаиләләр күп. Балаларын да ҡалаларға гимназияларға урынлаштырырға тырышалар. Шунлыҡтан да мәктәптә уҡыусылар һаны кәмей, тимәк, уға ябылыу ҡурҡынысы янай.

Ҡаныҡайҙағы белем усағы 1966 йылда һалынған. Йәнле генә тормош ҡайнай бында. Төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолоп тора. Уҡыусылары ижади конкурстарҙа ла ҡатнаша. Информатика кабинеты, интернет та бына тигән. Әлбиттә, бинаның матди-техник базаһын яңыртырға кәрәк икәнлеге һиҙелә. Мәҫәлән, ашхана мәктәптән ситтә, бәләкәй бер йортта урынлашҡан. Элек ситтән килгән уҡытыусыларға тип һалынған өй икән. Унда 25 кенә урын, шуға балалар өс төркөмгә бүленеп ашарға мәжбүр. Ауыл мәктәптәрендә туҡланыу өсөн 20 һум ғына түләйҙәр икән, быныһы аптыратты. Күп урындарҙа йәшелсә, емеш-еләкте үҙҙәре үҫтерәләр. Һәр хәлдә, көн һайын тәмле, йылы аштан мәхрүм ҡалмай уҡыусылар.

Заман талаптары буйынса хәҙер белем усаҡтарында бәҙрәф бина эсендә, йылыла булырға тейеш. Әммә әлегә был уңайһыҙлыҡ Ҡаныҡайҙа хәл ителмәгән. Әйткәндәй, республикабыҙҙа күп мәктәптәрҙә бәҙрәфтәр йылы урында түгел шул. Һалҡын ҡыш етә, балалар­ҙы һыуыҡ тейеүҙән һаҡларға кәрәк. Был хаҡта республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та белдерҙе. Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко әйтеүенсә, Рәсәйҙең 3 мең тирәһе мәктәбендә бәҙрәф тышта икән. Уйлап ҡараһаң, талапты тормошҡа ашырыр өсөн күп биналарҙы өр-яңынан һалырға кәрәктер ул.

Бишбүләк районынан Булат Имашев, Фәтих Кәрим, Ғабдулла Әхмәтшин, Марс Юлдашев кеүек күренекле шәхестәр сыҡҡан, танылған дипломат Кәрим Хәкимов та ошо яҡтан, Дүсән ауылынан. 45 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан ғүмере өҙөлгән дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаев иһә Айыттан. Районда иң шәп уҡыусылар өсөн профессор, хоҡуҡ фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғимаев исемендәге стипендия булдырылған. Ай һайын иң-иңдәргә 500 һум күләмендә аҡса түләнә. Ҡаныҡай мәктәбенән дә стипендиаттар күп. Һуңғы биш йылда бигерәк тә спорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшеүселәр арт­ҡан. Сөнки физкультура институтын тамамлап, тыу­ған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайтҡан йәш тренер Илһам Ришат улы Әхмәтшин балаларҙы ныҡлап спортҡа ылыҡтырған. Дәрестәрҙән һуң уҡыусылар футбол, волейбол уйнай, район үҙәгенә бассейн­ға ла йөрөйҙәр. Ә бына уңыштары күберәк милли көрәш һәм армспорт буйынса. Сөнки Илһам Ришат улы үҙе көрәш буйынса махсуслашҡан икән. Армспортҡа иһә егеттәрҙең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да ҙур теләк менән йөрөүе беҙҙе бер аҙ ғәжәпләндерҙе лә.
Мәктәптең үҙенә күрә спорт залы, майҙансығы ла бар. Әммә кейенеү-сисенеү, йыуыныу бүлмәләре лә булған заманса спорт залы һалынһа, үҫмерҙәр тағы ла дәртләнеберәк шөғөлләнер ине. Әйткәндәй, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Башҡортостанда 2019 йылда 43 ауыл мәктәбенең спорт залдарын капитал төҙөкләндереү өсөн федераль ҡаҙнанан 33 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итте бит, бәлки, ҡаныҡайҙар ҙа шул исемлектә бар­ҙыр. Шәп булыр ине.
– Күбебеҙ алтынсы йыл көрәш менән шөғөлләнәбеҙ инде, – ти XI синыфтан Азамат Хәбетдинов. – Район, төбәк, республика кимәлендәге ярыштар­ҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа алабыҙ.
Бына әле спорт залында йыйылған көрәшселәрҙең һәр береһенең әллә нисәшәр миҙалы бар, портфолиолары ла Почёт грамоталары менән тулы. Артур Нафиҡов, Азамат Хәбетдинов, Айрат Батраев, Асҡар Юнысов, Ринат Сүбаев – бөтәһе лә яҡшы уҡыуҙары, спорт буйынса уңыштары өсөн Илдар Ғимаев исемендәге стипендияға лайыҡ булған. Районда бер һабантуй ҙа был йәш батырҙарһыҙ үтмәй. Азамат Хәбетдинов, мәҫәлән, төрлө ауылдарҙа көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, үткән йәй­ҙә генә 4 һарыҡ алған! Афарин!
Был егеттәр шулай уҡ Бишбүләк районында киң таралған армспорт менән дә шөғөлләнә. Ҡыҙҙарҙан Әҙилә Дәминева, Юлиә һәм Лилиә Әлимовалар, Лена Солтанова, Гөлүзә Ғиләжетдинова, Азалиә Әхмәтшина, Әлиә Муллағолова, Яҙгөл Мортазина районда һәйбәт күр­һәткестәргә өлгәшкән. Ә Айрат Батраев республика кимәлендә II урын яулаған.
– Әле яңыраҡ Үрге Йәркәйҙә уҙған ярышта ике ҡыҙыбыҙ – Юлиә Әлимова менән Ангелина Иванова – I, Гөлүзә Ғиләжетдинова III урын алып ҡайтты. ГТО нормативтарын да үтәйбеҙ, – ти Илһам Ришат улы.
Ҡаныҡайҙарҙың тырышлығы ҡыуан­дыр­ҙы. Уҡыуҙа ла, спортта ла, тәртип буйынса ла һынатмайҙар. Тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға теләктәре ҙур. Был мәктәпте ҡулайлаштырыу осоронда һаҡлап алып ҡалыусыларға: «Афарин!» – тиергә ҡала. Белем усағын артабан үҫтереү иһә педагогтар, уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәрҙең үҙ ҡулында. Ә дәүләт, моғайын, ошондай ауыл мәктәптәрен үҙ ярҙамынан ташламаҫ инде.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: