+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спорт синыфы ла бар

Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы 2-се мәктәптең спорттағы ҡаҙаныштары хаҡында йыш ишетергә тура килә. Яңыраҡ ҡына кесе йәштәгеләрҙең йыйылма командаһы «Күңелле старттар»ҙың төбәк ярыштарында I урын алып ҡайтты. Хәҙер инде улар республика буйынса ла райондың данын яҡларға йыйына.

Һәләтле йәш атлеттар Артур Тәхәүетдинов һәм Алина Айытова физкультура уҡытыусыһы Сергей Ануфриев менән.
Һәләтле йәш атлеттар Артур Тәхәүетдинов һәм Алина Айытова физкультура уҡытыусыһы Сергей Ануфриев менән.
– Беҙ башланғыс синыфтарҙан уҡ балаларҙы шулай физкультура һәм спортҡа йәлеп итергә тырышабыҙ, – тип һөйләй мәктәп директоры Альберт Фәрит улы Йыһаншин. – Шуны күҙ уңында тотоп, уҡыу йортоноң спорт базаһын яҡшыртыу сараһын да күрәбеҙ. Хәҙер физкультурниктар ҡарамағында икенсе спорт залы ла бар. Бының өсөн тантаналар һәм йыйылыштар залын үҙгәртеп ҡорҙоҡ та күсмә спорт йыһаздары менән тулыландырҙыҡ. Унда күберәк башланғыс синыфтар шөғөлләнә. Кәрәк саҡта ҡорамалдарын тиҙ генә күсереп, тамашалар залына әйләндерәбеҙ. Ни тиһәң дә, беҙҙә 600-ҙән ашыу бала белем ала. Уларҙың яртыһы дәрестәрҙән һуң спорт секцияларына һәм түңәрәктәргә йөрөй. Шуға беҙҙе төрлө уңыштары һәм еңеүҙәре менән ҡыуандырып торалар. Әйтәйек, район ҡасабаларында урынлашҡан мәктәптәр араһында үткәрелгән спорт олимпиадаһында беҙҙекеләрҙең бер нисә йыл рәттән инде беренселекте һәм кубокты бер кемгә лә биргәндәре юҡ.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Туймазы районы.
Читайте нас: