+9 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
TikTok
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
29 Март 2019, 15:46
Винтовканан да аттылар
Мәктәбебеҙҙә «Зарница» уйыны ойошторолдо. Ул VIII – XI синыфтар араһында үтте. Һәр команда үҙенә исем, девиз, йыр һайланы. Кемдәрҙер бәләкәй калибрлы винтовканан атһа, икенселәре турникта күтәрелде. Арҡан тартыу, автоматты һүтеп, кире йыйыу, эстафетала ҡатнашыу – һәр беребеҙҙең күңеленә хуш килде.
Ярыш тормош эшмәкәрлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Фәнил улы Кәримов етәкселегендә бик мауыҡтырғыс итеп үткәрелде. Ҡыҙҙар, егеттәр көндө бик файҙалы уҙғарыуҙарына ҡыуанып бөтә алманы.
Гөлфирә НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас в