Әле яңыраҡ Өфөлә үткән Милли һәм олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә рекорд ҡуйҙы. 63 килограмм ауырлыҡ үлсәме буйынса ярышып, 24 килограмлыҡ герҙе 127(!) күтәреп, Алтын миҙал яуланы. Афарин! Тырыш, таһыллы ҡыҙға киләсәктә спорт мастеры исемен яулауын теләйбеҙ.