+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурсаҡтар уны ҡыҙыҡһындырмай

Элек ауылда балалар атай-әсәйҙәренә бар эштә лә ярҙамлашып, сынығып үҫте, тип һөйләүселәр арабыҙҙа йылдан-йыл арта бара. Сөнки бөгөнгө йәш быуын икенсе мөхиттә, йәғни техник үҫеш заманында йәшәй. Улар күберәк ваҡытын компьютер артында уҙғарып, виртуаль тормошто өҫтөн күрә. Шуға ҡарамаҫтан, әле лә ауылда эшһөйәр балалар бар.


Шунда ярышҡа килгән ваҡ-ваҡ ҡыҙҙарҙың келәмгә сығып, сәмләнеп көрәшеүе мине хайран итте. Уларҙың алышын ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ, һоҡлан­ғыс ине.

Ана, берәүһе үҙ сиратын көтөп тора. Түҙмәй, тегеләй-былай йөрөй, ултыра, баҫа, һай, ут ҡыҙ. Бына ул дәғүәсеһен йә­һәт кенә итеп баш аша осороп ебәрә лә судья еңеүен иғлан иткәс, тағы барып сиратын кө­тә. Ҡыҙыҡһынғанымды күреп, баш судья: «Был ҡыҙ бит атаһының 80 баш малын ҡарай, шуға көслө инде ул», – тип йылмай­ҙы. Тағы ла аптырауға ҡалдым. Ҡыҙыҡһыныуым тынғы бирмәй, йәһәтерәк көрәшсе ҡыҙ янына юлландым.

– Ҡалай көслөһөң. Ҡурсаҡ ҡына уйнатып ултырмай өйҙә…

– Ҡурсаҡты күптән оноттом инде. Өйҙә эшем күп, атайыма мал да ҡарашам, көрәшкә лә йөрөйөм.

– Башҡа шөғөл бөткәнме ни? Бейеү, йыр һәм башҡаһы...

– Белмәйем. Ана, атайым ултыра, унан барып һорайыҡ, – тип мине уның янына алып барҙы.

Көрәш ҡайғыһы китте. Атаһы менән танышам. Ул фермер икән, шуға ла малы күп.

– Ҡыҙым Азалиә бәләкәстән тынғыһыҙ булды. Беҙ төрлө яҡлап мауыҡтырып ҡараныҡ, ҡурсаҡтарын да алдыҡ, әммә уйынсыҡтар уның өсөн түгел. Ҡыҙыма ниндәйҙер башҡа шөғөл кәрәк ине. Малды күп тотҡас ни, көнөбөҙ шуларҙы ҡарап үтә. Ул да минең арттан эйәреп ярҙамлаша башланы, был шөғөл үҙенә оҡшай төштө. Һыу ташып эсерә, аҫтарын таҙарта. Гел генә үҙем менән мал араһында бутала ине. Мал салғанды ла күргеләне.

Бер мәл биш йәшендә бесәйҙе тотоп алып килеп, минең ҡылыҡты ҡабатларға йөрөгәнендә, былай булмай, үҙен тиҙерәк берәй башҡа шөғөл менән мауыҡтырырға кәрәк, тип баш вата башланыҡ. Шул ваҡыт Салауат Ғәзиз улы ярҙамға килде. Беҙ үҙебеҙ Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынанбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, баламды 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Абҙаҡ мәктәбенең милли көрәш секцияһына алып барып яҙҙырҙым. Азалиәгә оҡшаны. Күнекмәләр көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ваҡыт, әлбиттә, етеңкерәмәй, әммә бына өс йыл инде ҡыҙымды аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә алып киләм. Бына шулай, Азалиәбеҙ уйламағанда көрәшсе булып китте. Тиңдәштәре араһында алдынғылыҡты биргәне юҡ, – тип маһайып та ҡуйҙы атай кеше.
Читайте нас: