+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ике еңеү

20 июль – Халыҡ-ара шахмат көнө Шахмат уйыны менән Ҡыйғы районының Алағуҙ мәктәбендә уҡыған да уҡ ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Һуңынан, уҡытыусы булғас та, был шөғөлөмдө ташламаным, район ярыштарында призлы урындар яуланым, республика кимәлендә шахмат турнирҙарында ҡатнаштым.

Гел шахмат тураһындағы журналдар алдырып уҡыным, «Йәшлек» гәзите иғлан иткән конкурста Диплом алыу­ға ирештем. Оҙаҡ йылдар «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһендә лә ҡатнашып торам.

Шахмат уйынын аҡыл гимнастикаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ул зиһенде үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта, кешелә түҙемлелек, сыҙамлылыҡ тәрбиәләй.

Әле һеҙгә III Бөтә Рәсәй шахмат фестивалендә ҡатнашып, еңеү яулаған ике партияны тәҡдим итәм. Ул 1993 йылда Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында ойошторолғайны.



Бишенсе тур. 24 июнь. Д. Иванов – И. Латипов.

1. e4 c5 2. b3 Kc6 3. Cb2 d6 4. f4 Kf6 5. Cd3 Cg4 6. Ce2 C:e2 7. Ф:е2 е6 8. Kf3 Ce7 9. 0-0 Фb6 10. Kc3 Kb4 11. d3 c4+ 12. d4 cb 13. ab d5 14. e5 Kd7 15. h3 Лс8 16. Лf2 a6 17. Фе3 h5 18. Лаf1 g6 19. g4 Фd8 20. Kg5 Kf8 21. Лg2 Kc6 22. Ke2 Kd7 23. Kg3 Фb6 24. f5 Kc:e5 25. fe fe 26. Ле1 С:g5 27. Ф:g5 Kf3 + 28. Kpf1 K:g5 29. Ле3 Лf8+ 30. Kpe1 Kf3+ 31. Kpd1 K:d4 32. Лd2 K:c2 33. Леd3 Фg1 + 34. Kpe2 Фе1 Х. Аҡтар еңелде.

Етенсе тур. 26 июнь. М. Абдуллин – И. Латипов.

1. e4 e6 2. d4 b6 3. Cf4 Cb7 4. f3 d5 5. Kc3 Cb4 6. Cd3 de 7. C:e4 C:e4 8. fe Kc6 9. Kge2 Kf6 10. О-О C:c3 11. K:c3 Ф:d4+ 12. Ф:d4 K:d4 13. C:c7 K:c2 14. Лас1 Kd4 15. Cd6 K:e4 16. K:e4 Ke2 + 17. Kp f2 K:c1 18. Л:с1 f5 19. Kg5 Лd8 20. Cf4 Kpe7 21. Лс6 Лhe8 22. K:e6 Лс8 23. Kc7 Лg8 24. Kd5+ Kpf7 25. Kc7 Лgd8 26. Kpe3 Лd7 27. Ce5 Kpg8 28. Kpf4 Лd2 29. Kpf3 g5 30. Лd6 g4+ 31. Kpg3 Л:d6 32. C:d6 Kpf7 33. Kpf4 Kpg6 34. Ce5 h5 35. a3 h4 36. b3 Лd8 37. Kpe3 Лd1 38. Kpf2 Лd3 39. b4 Л:а3 40. Kd5 Ла2 + 41. Kpe3 a5 42. ba Л:а5 43. Kf4+ Kph6 44. Cd6 Ла4 45. Cf8+ Kph7 46. Kd4 Ле4+ 47. Kpf2 f4 48. Cb4 g3+ 49. hg hg+ 50. Kpf1 Kpg6 51. Cd6 Kpf5 52. Cb4 Ле3 53. Ke1 Kpe4 54. Kf3 Л:е3+ 55. gf Kp:f3 56. Kpg1 Kpe2 57. Cd6 Kpf3 58. Cb4 Kpe2 59. Cd6 Kpe3 60. Cb4 f3 61. Ce1 f2 Х. Аҡтар еңелде.


Илһам ЛАТИПОВ, беренсе разрядлы шахматсы,

шахмат буйынса өсөнсө категориялы судья.
Читайте нас: