+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Батырҙар көнө үткәрелде

Республикабыҙҙа Яңы йыл ваҡытында көн һайын тематик саралар ойошторола. 27 декабрь Батырҙар көнө тип аталды һәм район-ҡалаларҙа саф һауала спорт байрамдары үткәрелде.

Батырҙар көнөндә уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Улар етеҙлектә һәм тиҙлектә көс һынашты. Көнө лә ысын ҡышҡа хас булғанса матур: ҡарлы, әҙерәк буранлы булды бит. Балалар гер күтәреү, ҡул көрәштереү, арҡан тартышыу кеүек спорт төрҙәрендә теләп ҡатнашты. Яңы йыл булғас, Ҡыш бабайҙың быймалары, тоғо менән бәйле ярыштар ҙа үтте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың да сараларға килеүе иһә икеләтә ҡыуаныс өҫтәне.
Читайте нас: