+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әлиә Мөхәмәтйәнова тағы алтын миҙал яулаған!

Өфөнөң Дим районындағы "Батыр" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнова Красноярск ҡалаһында үҫмерҙәр араһында Геннадий Михеев иҫтәлегенә дзюдо буйынса үткән Бөтә Рәсәй ярышында алтын миҙалға лайыҡ булған. Был еңеүе ҡыҙға Рәсәй йыйылма командаһы составына инергә мөмкинлек бирҙе.

Әйткәндәй, Әлиә быға тиклем дә уңыштары менән ҡыуандырғайны. 2019 йылда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы өсөн иң беренсе булып алтын миҙал яулағайны. Шулай уҡ Дмитров ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды. Ҡыҙҙың тренеры - Станислав Орлов.
Красноярск ҡалаһында уҙған ярышта Стәрлетамаҡтан София Белаш та һәйбәт сығыш яһаны. II урынды яулаһа ла, уны ла Рәсәй йыйылма командаһына алғандар. Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренерҙарын ихлас ҡотлайбыҙ.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.
Читайте нас: