Эйе, йәйге көндөң тотош йылды туйҙырыуына дәлил шул бесәнселәрҙең эше лә – сапҡандарын йыйып, уны ташып, артығын һатып, малдарын ҡыш сығарырға ентекле әҙерләнәләр. Ана, яҡындағы яланда саң борҡотоп, йөн осороп (билсән булғанға) берәүҙәр бесән саба. Ә төргәктәрҙең күплелеген әйт әле! Баҡтиһәң, Фәһим Хәйбуллин үҙенең хужалығында эшкә тотонған икән. Аталы-уллы бесән сабалар. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының X «Г» cиныфы уҡыусыһы Илсур Хәйбуллин атаһына ярҙам итеп йөрөй.
– Әле 2 мең 750 төргәк бесәнебеҙ бар. Иң күбеһе – Ҡурыуҙы башында. Бында, Сәңгелделә, 138 төргәк әҙерләнек, тағы 50-ләп сығасаҡ. Бесәнде Хәйҙәр ағай Һатыбалов сабып бирһә, ҡалған эште улым менән икәүләп башҡарҙыҡ. Шөкөр, ҡышҡылыҡҡа етә, һатырға ла ҡала, – ти атай кеше.
Хәҙер тиҙлек һәм еңеллек заманы шул! Ана бит Илсур ҙа преслаусы «тимер ат»та атаһының төп ярҙамсыһы булып, ауыл эшенең нескәлектәренә төшөнөп буй еткерә. Бер ҙә йәйге ял тип тормай, бесән әҙерләү менән мәшғүл.
– Эшең ауыр түгелме, Илсур? – тип һорайым унан.
– Өйрәнгәнмен инде. Атайға гел ярҙам итергә тырышам. Ул һәр ваҡыт: «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», – тип ҡабатларға ярата. Мине ысын егет итеп үҫтерергә теләй. Бесән ваҡытында, ысынын әйткәндә, көндәр күпкә тиҙерәк үтә. Өйгә ҡайтҡы ла килмәй, тиҙерәк бер яланды бөтөп, икенсеһенә күске килеп кенә тора ул, – ти йылмайып.
– Гимназия тормошо нисек, уҡыуың хаҡында нимә һөйләрһең...
– Мин уҡыған белем усағында уҡыуы еңел түгел. Әммә зарланмайым. Яратҡан дәрестәрем – инглиз теле менән информатика. Был фәндәр ныҡ оҡшай. Киләсәктә үҙемде айти-тестировщик итеп күрәм. Тағы ла футбол яратам. Был уйын төрө тураһында сәғәттәр буйы бәхәсләшәбеҙ гимназия егеттәре менән.
Һоҡланғыс ғаилә ағзалары менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Яуымбай ауылына юлланабыҙ. Илсурҙың VI cиныфта уҡыған Нурия исемле һеңлеһе лә бар. Ул да яҡшы уҡый, киләсәктә ағаһы уҡыған гимназияла белем алырға теләй.
Тырыш Хәйбуллиндар ғаиләһе йылҡы малын да күпләп тота икән. Ҡымыҙ бешеп тә өлгөргән йорттоң уңған хужабикәһе Альбина Зәкир ҡыҙы:
– Әсәй кеше өсөн иң яҡшыһы үҙ балаһы инде. Шулай ҙа улым тураһында һис арттырмай, ғорурланып әйтә алам. Илсур бәләкәйҙән тырыш, яуаплы, төптән уйлап эшен башҡара. Лидерлыҡ, ойоштороу һәләте лә бар. Был сифаты бала сағынан һалынған уға. Кеше менән тиҙ уртаҡ тел табып, аралышыусан. Олоно – оло, кесене кесе итеп ҡарай белә. Уҡытыусылары, тәрбиәселәренән дә: «Аҡыллы, тәүфиҡлы ул үҫтергәнһегеҙ», – тигән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп ҡыуанам, – ти.
Эйе, күренеп тора шул Илсурҙың бик тәрбиәле бала икәнлеге. Ипле генә итеп һөйләшә. Ул тиҫтерҙәренә теләген дә белдерҙе әле: «Һәр ваҡыт үҙегеҙгә ышанып, ниәт иткән эшегеҙҙе башлағыҙ. Тырышып уҡығыҙ. Ә тормошта бер кемгә лә бер нәмәне лә ҡулына тоттороп ҡуймайҙар. Барыһы ла тик үҙеңдән тора».
Бына шундай шәп, рухлы, яғында ныҡ баҫып торған егеттең ихлас теләктәре. Афарин, Илсур! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һинең кеүектәрҙә инде илебеҙҙең киләсәге!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
АВТОР фотолары.