+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спорт өсөн генә тыуғандыр ул

Мәктәптең спорт залында күнекмә бара ине. Уҡыусылар ярышҡа әҙерләнә икән. Шунда был егеткә ҡараным да: «Спорт өсөн генә тыуғандыр ул!» – тип ҡуйҙым.

Спорт өсөн генә тыуғандыр ул
Спорт өсөн генә тыуғандыр ул

– Физкультура дәрестәрен көтөп алам. Бәләкәйҙән миңә спорт ене ҡағылғандыр ул. Йүгерергә, һикерергә, баскетбол уйнарға яратам, – ти Руслан Мәхийәнов.
Ул Х синыфта уҡый. Мәктәптең ғорурлығы икән дә үҙе. Ә йәш спортсыны төрлө ярыш­тарға кем әҙерләйме? Башҡорт­остан Республикаһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Гөлниса Йомаҙил ҡыҙы Ғелметдинова.
Руслан өсөн уҙған йыл ныҡ уңышлы ла, иҫтәлекле лә бул­ған. Салауат ҡалаһында үткәрелгән ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса республика ярышында шәхси беренселектә икенсе урын яулағас, үҙен Башҡортостан йыйылма командаһына алғандар. Ҡыуанысының иге-сиге булмаған.
– Беҙ, VII – Х синыфтарҙан һигеҙ кеше, Ҡара диңгеҙ буйын­дағы «Артек»ка юлландыҡ, – тип һөйләне ул. – Шуларҙың икәүһе Әбйәлилдән булһа, ҡал­ғандарыбыҙ Ғафуриҙан, Көйөргәҙенән һәм Стәрлетамаҡтан ине. Поезда барғанда бер-беребеҙ менән яҡындан танышып, дуҫлашып киттек. Еңеп ҡайтырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Башҡортостан вәкилдәре Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған 64 команда араһында юғалып, баҙап ҡалмай. Беҙҙекеләр эстафетала, дөйөм һөҙөмтә буйынса икенсе урын алып һөйөнә. Ә бит турникта күтәрелеү, 50 метрға йөҙөү, 3 километрға кросс, электрон мылтыҡтан атыу, тиҙлеккә йүгереү кеүек һынауҙарҙы үтергә тура килә.
«Артек»та йәш спортсылар көндәрен ярышып ҡына уҙғармай. Күңелле ял да итәләр, дәрестәргә лә йөрөйҙәр. Улар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсиялар ҙа ойошторола. Севастополде күреп ҡайталар, Ҡырымдың иҫ китмәле яңы күперенән дә үтәләр.
Русланға «Артек»та ныҡ оҡшаған. Унан ҡайтҡас, физкуль­тура буйынса Бөтә Рәсәй олим­пиадаһының район этабында икенсе урын яулай. Шуныһы ғына үкенесле: республика бәй­геһенә бара алмай.
Ауылдарында «Байым тархан» үҫмерҙәр хоккей командаһы ла бар икән. Формалар, конькиҙар, сәкәндәр – бөтә­һен дә ата-әсәләр хәстәрләгән. Әлбиттә, район хакимиәте лә ярҙам иткән. Шул командала ла уйнай Руслан. Былтыр районда чемпион булғандар. Күрше Белоретҡа, Магнитогорски­ға барып та көс һынашып ҡайталар.
– Хоккей ҙа оҡшай миңә. Күберәк һаҡсы булып уйнайым, – ти егет.
Спортҡа мөкиббән киткән Руслан. Буш ваҡыты булыу менән спорт залына йүгерә. Шулай өйрәнгән, күнеккән инде. Көслө, түҙемле, таһыллы, ҡыйыу, һау-сәләмәт булып үҫергә теләй ул.

М. СӘЙЕТОВ.
Әбйәлил районы,
Байым мәктәбе.

Спорт өсөн генә тыуғандыр ул
Спорт өсөн генә тыуғандыр ул
Спорт өсөн генә тыуғандыр ул
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: