– Бала сағымдың иң йылы хәтирәләре олатайым һәм өләсәйем менән бәйле. Улар тарихсылар һәм фольклорсылар өсөн табыш булды. Буласаҡ ғалим Мөхтәр Сәғитовҡа тамьян ырыуы бейе Шәғәле Шаҡмандың ерләнгән урыны тураһында беренсе булып минең олатайым һөйләй. Күпме халыҡ уйындарын белә ине улар! Шуларҙың береһе – ашыҡ уйындары. Өләсәйемдән мин дә был уйын тураһында күп нәмә беләм. Ә инде «Биш ашыҡ» минең хәтеремдә һаҡланһын өсөн олатайым тырышты. Инде нисә йыл был уйындарҙы тергеҙеү тураһында хыялланам. Уның беҙҙең ғаиләбеҙ ағзаларының ғына түгел, һәр башҡорттоң йолаһына әүерелеүен теләйем, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы.
Яңыраҡ Өфөлә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» беренсе республика чемпионаты үтте. Ашыҡ – эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдың бәкәл быуынындағы һәм бот һөйәге араһында урынлашҡан бәләкәй һөйәк. «Биш ашыҡ» уйыны өсөн, ғәҙәттә, һарыҡ-кәзә тояғы һөйәктәре ҡулланыла.
Ярыш ике йәш төркөмөндә үтте: 1-се төркөм – 7 – 16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр, 2-се төркөм – өлкәндәр. Уйын йәрәбә ташлауҙан башланды. Балаларҙың ихлас уйнауын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Байрамға Башҡортостандың төрлө райондарынан килеп еткәйнеләр.
Беҙҙең гимназиянан ҡатнашыусылар күп булды. Улар уйында һынатманы: IX «А» синыфы уҡыусылары Асҡар Ибәтуллин – беренсе, Ғайсар Мөхәмәтйәнов өсөнсө урынды яуланы. Ә икенсе урынды Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптән Рамаҙан Моратшин алды. Балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, бик ҡәнәғәт булып хушлаштыҡ. Ысынлап та, элекке уйындар ҡайһылай ҡыҙыҡ! Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, боронғо уйындарыбыҙҙы онотмайыҡ.
Таңһылыу БИКМУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.