+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Март 2018, 13:11

Ил инәһе, бөйөк әсә лә ул

Зәйнәб Биишева – илебеҙҙең арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Йөрәктәрҙе тетрәндерерлек әҫәрҙәр ижад итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе халыҡ яҙыусыһы, ил инәһе, йәмәғәт эшмәкәре, өс улына лайыҡлы тәрбиә биреүсе бөйөк әсә ул. Конференцияла ҡатнашыусы һәр кем күренекле әҙибәне төрлө яҡлап асырға тырышты.

Өфө районы Дорогин мәктәбе уҡыусылары «Кәмһетелгәндәр» романынан «Сынаяҡ уйыны»н сәхнәләштерҙе.
Өфө районы Дорогин мәктәбе уҡыусылары «Кәмһетелгәндәр» романынан «Сынаяҡ уйыны»н сәхнәләштерҙе.
Зәйнәб Биишева – илебеҙҙең арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Йөрәктәрҙе тетрәндерерлек әҫәрҙәр ижад итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе халыҡ яҙыусыһы, ил инәһе, йәмәғәт эшмәкәре, өс улына лайыҡлы тәрбиә биреүсе бөйөк әсә ул. Конференцияла ҡатнашыусы һәр кем күренекле әҙибәне төрлө яҡлап асырға тырышты.
Баш ҡаланың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында уның тормошо һәм ижадына бағышланған республика ижади проекттар бәйгеһе быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Фәнни-тикшеренеү эштәрен ҡарау биш секция буйынса барып, уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл яңылыҡ итеп Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен сәхнәләштереү ҙә индерелгәйне.
Конференцияны асыу тантанаһында яҙыусының улы Тельман Әминевтең дә ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Ул әсәһенең йәшәгән йортон музей итеп эшләргә теләүен белдереп, көҙөн барыһын да шунда килергә саҡырҙы.
Инде секциялар ҙа үҙ эшен башланы. «Зәйнәб Биишева – әсә, ҡатын-ҡыҙ, йәмәғәт эшмәкәре» тигәнен Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһынан Айназ Латипова асып ебәрҙе.
– Зәйнәб Биишева һәм Емеш. Икеһе лә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, бәләкәй сағынан атай-әсәйһеҙ ҡалалар. Емеш хаҡында «Кәмһетелгәндәр» китабында әйтелә. Ә Зәйнәб Абдулла ҡыҙының етемлеген биографияһын уҡып белдем. Емеш еңел булмаған тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, кеше булып үҫә. Студент сағында йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, үҙ ижады менән булыша башлай. Зәйнәб Биишева Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929 – 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, – тип ул «Илап тыуһам да, мин йырлап үҫтем» тигән эҙләнеү эшендә Зәйнәб Биишеваның йәшәү юлын «Яҡтыға» трилогияһындағы Емеш образы менән сағыштырып, прототип булыуын миҫалдар менән дәлилләне.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Гөлиә Солтанова халыҡ яҙыусыһының публицистик эшмәкәрлеген тикшергән. Ҡыҙ уның күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт кешеләре хаҡында яҙған очерктарын, йылъяҙмаларын тулҡынланып уҡып сыға, үҙенә файҙалы мәғлүмәттәр ҙә туплай. Шул ваҡыттарҙа уҡ әҙибәнең яҙмаларында алдан күрә белеүсәнлеге тойомлана. Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Заһир Исмәғилевтең йәш кенә сағында бөйөклөгөн аса һәм ул, ысынлап та, аҙаҡ танылыу яулай.
«Зәйнәб Биишеваның әҫәр­ҙәрен сәхнәләштереү» секцияһына ла бик матур әҙер­ләнгәндәр. «Дуҫ булайыҡ», «Һөнәрсе менән Өйрәнсек», «Кәм­һетелгәндәр» әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде, шиғыр­ҙарын тасуири һөйләнеләр.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: