Дүртөйлө халҡы үҙенең бөйөк яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, драматург, билдәле йырҙар авторы Назар Нәжмиҙең яҡты исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр башҡара. Үҙе тере саҡта 1999 йылда уға яҡташтары тыуған ауылында матур урында йорт һалып бүләк итә. «Атайымдың иң мөҡәддәс өс хыялы бар ине. Шуларҙың береһе тыуған төйәге Миңештегә ҡайтып, ҡартлығында ошонда йәшәп, мәңгелеккә ошонан күсеү булды. Был хыялы тормошҡа ашты. Дүртөйлө районы хакимиәте бөйөк яҡташына ижад йорто төҙөп бирҙе. Бында атайым ғүмеренең һуңғы айҙарын йәшәне, һәр көн иртән таң менән уянғас, тыуған ауылы тәбиғәтенең гүзәллегенә һоҡланып, баҡсаһында саф һауаһын күкрәк тултырып һулап кинәнде. Икенсе һулышы ла асылғандай, «Нисек элек Миңештемдең был ҡәҙәр матурлығын күрмәнем икән?» – тип бер нисә тапҡыр ғәжәпләнеп, һөйләгәнен ишетергә тура килде», – тип хәтерләй ҡыҙы Алһыу.
Бөгөн ошо ижад йорто Назар Нәжмиҙең йорт-музейына әйләндерелгән. Уның директоры – Жәлил Фәүҡетдин улы Сабиров.
Ҡыҙы Алһыу әйтеүенсә, уға 9 йәштәр тирәһе сағында, ауылға ҡайтҡанда атаһы Үрбашына туҡтай ҙа: «Ҡыҙым, мин үлгәс, ошо ергә күмәсәктәр», – ти. 1971 йылда баҫылған «Васыят» шиғырында ла яҙа.
Яҡташтары уны шағир үҙе күрһәткән Миңештегә инер юлда тау башында хөрмәтләп ерләй. 2008 йылда Назар Нәҗмиҙең ҡәбере тирәһендә һоҡланғыс һәйкәл-комплекс барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән төҙөлөп, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуына арнап асылды. Авторы һәм башҡарыусыһы – скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов. Был мемориаль комплекс янына шағир рухына баш эйергә төрлө төбәктәрҙән шиғриәт һөйөүселәр килә. 2002 йылдың 6 сентябрендә шағирҙың хәтер көнөндә Назар Нәжмигә һәйкәл асыла. Ул аҡ мәрмәрҙән эшләнгән, бейеклеге – 4 метрҙан ашыу. Һәйкәл шағир исемен йөрөткән урамда урынлашҡан, авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Мәүлетбай Рамаҙан улы Хәлилов.
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2008 йылдағы 21 октябрь ҡарары менән Дүртөйлө ҡалаһы башҡорт гимназияһына Назар Нәжми исеме бирелде. Белем усағында шағирҙың мөйөшө лә булдырылған. Уның авторы – «Артстудия» етәксеһе Фәрит Зинур улы Ғәлләмов.
2013 йылдан Дүртөйлөлә күренекле яҡташыбыҙға бағышлап, үҙешмәкәр шағирҙарҙың «Тере шишмәләр» район фестивале үткәрелә башланы. Ул уҡыусылар араһында ла, өлкәндәр араһында ла уҙғарыла. Йыл һайын был сарала 50 – 60-лап кеше ҡатнаша. Назар Нәжми иҫтәлегенә арнап үткәрелгән район ҡәләм тибрәтеүселәр фестивале ике өлөштән тора. Шиғыр бәйгеһенең тәүге өлөшө район үҙәк китапханаһында уҙа, ә йомғаҡлау тантанаһы шағирҙың тыуған ауылы Миңештелә ойошторола. Быйыл Гран-приға Флүрә Ғәзизова лайыҡ булды.
Миңеште янында ике шишмә төҙөкләндерелгән. Назар Нәжмиҙең үтенесе буйынса ауылдаштары тау аҫтында күл соҡой. Ике шишмәнең һыуы ошонда йыйыла. Элек Ағиҙелгә ҡойғандары ла хәҙер ҡушылып, халыҡ шағирын хәтерҙә һаҡлаусы күлде тулыландыра. Халыҡ телендә ул Назар күле тип тә атала. Йыл да бында аҡҡоштар ҡайтып, бала сығара.
Фәһемле тормош юлы үткән, халҡына ҡабатланмаҫ рухи мираҫ ҡалдырған фронтовик әҙип, драматург һәм философ шағир Назар Нәжмиҙең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап, «Назар Нәжми. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап-альбом сыҡты. Уның авторҙары-төҙөүселәре – Ҡәҙим Аралбай һәм Ирек Кинйәбулатов.
2015 йылдың 15 декабрендә Өфөлә «Йырҙың булмай һуңлағаны» тигән урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә китап донъя күрҙе. Уның авторы – яҡташыбыҙ Фәниә Ғәбиҙуллина. Был йыйынтыҡта башҡорт һәм татар шағирҙарының Назар Нәжмигә бағышланған шиғырҙары, поэмалары тупланған, унда районыбыҙҙың үҙешмәкәр шағирҙарының әҫәрҙәре лә урын алған.
Республикабыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, публицист һәм драматург Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә әҙерләнгән көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙиптең «Һайланма әҫәрҙәр» китабының IV томын да баҫтырҙы. Ул – өс бүлектән, «Күңел сәхифәләре» тип аталғаны автобиографик яҙмаларҙан тора. Китаптың «Ил, халыҡтар яҙмышы, дәүләтселек, ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр» тигән икенсе бүлегендә шағирҙың милләт һәм халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары, тәрән борсолоуҙары, хаттары бирелә. Өсөнсөһөндә авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған пьесалары урын алған. Китапты төҙөүселәр – шағирҙың ҡыҙы Алһыу һәм ейәне Ансаф Әбделнәғимов.
2018 йылдың ғинуарында Назар Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһында башҡорт телендә «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» документаль фильмы төшөрөлә. Уның премьераһы Назар Нәжмиҙең тыуған көнө – 5 февралдә күрһәтелде. Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фильмдың режиссёры – Әлфиә Арыҫланова, сценарий авторы – Гәүһәр Батталова.
Быйыл тәүге тапҡыр Дүртөйлөлә Назар Нәжми әҫәрҙәре буйынса «Ер һәм йыр» һүрәттәр конкурсы үткәрелде. Уны балалар һынлы сәнғәт мәктәбе ойошторҙо.
Дүртөйлө ҡала Советы Президиумының 1998 йылдың 17 декабре ҡарары менән районыбыҙҙа Назар Нәжми исемендәге диплом һәм аҡсалата премия булдырылған. Ул район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән әҙиптәргә, сәнғәт эшмәкәрҙәренә, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә бирелә. 1999 йылдың февралендә тәүге премияны Назар Нәжми үҙ ҡулдары менән йырсы һәм композитор Мөҙәрис Мырҙахановҡа тапшыра. Был бүләккә үҙешмәкәр композитор «Ҡандаулы тау», «Аҡшишмә» йыры өсөн лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Назар Нәжми үҙ премияһын тапшырыу сараһында беренсе һәм һуңғы тапҡыр ҡатнаша. Скульптор Мәүлетбай Хәлилов, яҙыусы-әкиәтсе, журналист һәм публицист Илдус Тимерханов, профессор Әнғәм Хәбиров, йырсы Радик Динәхмәтов, сәхнә йондоҙо Илсөйәр Ғәзетдинова ла – был премия лауреаттары. Әлеге көндә уға 20 кеше лайыҡ булған.
Назар ағайҙың: «Кем һуң атар минең исемемде тыуған ерҙә, туған телемдә?» һорауына яуап итеп: «Дүртөйлө ерендә башҡорт гимназияһы ҙур ғорурлыҡ менән һеҙҙең исемегеҙҙе йөрөтә, ғәзиз халҡығыҙ «кеше күңеленең ҡапҡаларын» асыусы улын онотмай һәм онотмаясаҡ, тип әйткебеҙ килә.
Киләсәктә лә һеҙҙең хөрмәткә башҡарыласаҡ эштәр байтаҡ әле. Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов әйтеүенсә, баш ҡалабыҙҙа Назар Нәжми исемендәге йүкәнән торған аллея, уның уртаһында бөйөк шағирға һәйкәл төҙөү идеяларын тормошҡа ашыраһы ла бар...
Әҙилә ШӘЙБӘКОВА, IX синыф уҡыусыһы. Альбина ХАЛИҠОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө ҡалаһы, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы.