+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Июль 2018, 17:02

Иректең иркен шиғри иле

5 июль – Шағир Ирек КИНЙӘБУЛАТОВтың тыуыуына – 80 йыл Ирек Кинйәбулатовтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш: ул киң билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре ине. Үкенескә күрә, уның беҙҙең аранан китеүенә быйыл ике йыл ваҡыт уҙҙы. Ошо көндәрҙә, асыҡлап әйткәндә, 15 июлдә, Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовҡа 80 йәш тулыр ине.

5 июль – Шағир Ирек КИНЙӘБУЛАТОВтың тыуыуына – 80 йыл

Ирек Кинйәбулатовтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш: ул киң билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре ине. Үкенескә күрә, уның беҙҙең аранан китеүенә быйыл ике йыл ваҡыт уҙҙы. Ошо көндәрҙә, асыҡлап әйткәндә, 15 июлдә, Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовҡа 80 йәш тулыр ине.
Ул Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы һуғышта һәләк була. Үҙҙәренең ауылында – башланғыс, күршеләге Иҫке Бәпестә урта мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла: дүрт йыл хәрби-диңгеҙ флотында Ҡара диңгеҙҙә, Атлантик океанда илебеҙ сиген һаҡлау, именлекте яҡлау буйынса бурысын тоғро үтәй. Ябай матростан хәрби караптың рулевойҙар старшинаһы дәрәжәһенә күтәрелә. Ирек хеҙмәт иткәндә лә яҙышыуын ташламай – хәрби округ гәзитендә хәбәрҙәре, мәҡәлә һәм шиғырҙары баҫыла, комсомол тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Хәрби хеҙмәттәге һәм йәмәғәт эшендәге уңыштары өсөн старшина Ирек Кинйәбулатов ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм Грузия комсомол ойошмаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уның исеме Ҡара диңгеҙ флоты хәрби карабының Почётлы кенәгәһенә индерелгән.
Ошондай шаулы, ҡайнап торған матрос тормошонан һуң туп-тура ул баш ҡалабыҙ Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына килә, тарих һәм филология факультетына уҡырға инә. Диңгеҙ шауы ҡолағында шаулап торған кисәге матрос өсөн йәнә шаулы, күңелле, йәшлек дәрте ташып торған студент тормошо башлана.
1967 йылда БДУ-ны тамамлап, башта Башҡортостан радиоһында, унан «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй. Бер йылдан уны гәзиттең үҙ хәбәрсеһе итеп республиканың көньяҡ-көнсығышына – Сибай төбәгенә күсерәләр. Үҙ хәбәрсе булып эшләү дәүерендә (ун ике йыл) Ирек Кинйәбулатов Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡының тормош-көнкүреше, социаль-ижтимағи хәле тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, очерк һәм мәҡәләләрен даими рәүештә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫтыра. Был йылдарҙа уның шиғырҙары һәм поэмалары айырым китап булып донъя күрә. «Баҫыу юлы» (1970) һәм «Сыйырсыҡтар бала осора» (1973) китаптары сығыу менән талантлы йәш шағирҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.

***

Ирек Кинйәбулатовтың тыуған ер, атай-олатайҙар төйәге, изгелек менән ҡаһарманлыҡ тураһындағы шиғырҙарын балалар ҙа бик яратып уҡый, яттан һөйләйҙәр, төрлө әҙәби бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Мин быға үҙем күп тапҡырҙар шаһит булдым. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар, Иҫке Бәпес, Һәүәләй, Ибраһим, Ҡарлыман һәм баш­ҡа мәктәптәрҙә уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашҡан әҙәби кисәләрҙә, асыҡ дәрестәрҙә яҡташтары Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәрен ишеттем. Шундай матур итеп тасуири уҡырға кемдәр өйрәтә икән, тип һоҡланғаным да булды. Ә инде осрашыу бөткәс, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да сиратҡа тороп Ирек ағайҙарының китаптарына автограф яҙҙырып алыу­ҙарын күрһәгеҙ! Бына инде хәҙер, үкенескә күрә, Ирек Кинйәбулатов та беҙҙең арала юҡ, әммә шағир иҫтәлеге һәр йортта, һәр мәктәптә ҡәҙерләп һаҡлана.
Ул балаларҙы үҙенә ҡарата белә тор­ғайны. Ниндәй районға, ҡайһы мәктәпкә барһаң да, Ирек Лотфый улына һүҙ бирелеп, сығышын башлаған тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән үк һәр кемдең иғтибарын шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. Гүйә, ап-аҡ башлы был сәсән ҡарт тыңлаусыларҙы тылсымлы һүҙе менән арбап ала: «Элек беҙ уҡығанда мәктәбебеҙгә шағир йә яҙыусы килһә, шул көн иң шатлыҡлы көн була торғайны. Дәрестәр өҙөлә, бер кемдән бер нимә һорамайҙар, «икеле» билдәһе ҡуймайҙар. Ауыҙ асып шиғыр тыңлап тик ултыраһың. Әҙәби осрашыу оҙаҡҡараҡ һуҙылһын тип, яҙыусы ағай­ҙарға йә апайҙарға төрлө һорауҙар бирәбеҙ әле…

Шулай беҙҙә лә бер мәрәкә булғайны. Мәктәбебеҙгә күренекле яҙыусы Фәрит ағай Иҫәнғолов килде. Ул – беҙҙең яҡташыбыҙ. Бына һөйләй башланы, бер хикәйәһен уҡыны. Сәхнәнең алдында ғына иҙәндә ултырған бер бала ҡул күтәрә лә күтәрә. Фәрит ағай: «Һорауыңды аҙаҡ бирерһең», – тип уны әллә нисә мәртәбә туҡтатып та ҡараны. Бына яҙыусы үҙе һөйләп бөткәс, теге ҡул күтәреп арыған малайға ҡарап: «Йә, һорауыңды бир инде», – тине. Теге малай: «Ағай, аҙаҡтан кино буламы?» – тине күҙен дә йоммай…»
Балаларҙың иләҫ-миләҫ күңелен бик тиҙ яулап алырлыҡ ябай ҙа, мәрәкә һүҙҙәрҙе Ирек Лотфый улы ҡайҙан ала торған булғандыр инде, әммә уның сығыштары бер ваҡытта ла ялҡытманы. Киреһенсә, тыңлаған һайын тыңлағы килеп кенә торор ине…
Шиғриәт илендә Ирек Кинйәбулатов үҙен иркен тойҙо. Шиғырҙары халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Арҙаҡлы шәхестәргә арнауҙары ла һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән күңелде арбай. Һүрәтләү объекты булған кешенең үҙенсәлекле, характерлы һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп ала һәм художестволы дөйөмләштереүгә өлгәшә.
Уның сағыу ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан хаҡлы баһаланды. Әүҙем ижады һәм тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн «Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде (2001), «Замана тауышы» китабы 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, шағир – Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Ғәзиз төйәге – Ҡырмыҫҡалыһы хаҡында ла бик күп шиғырҙар, матур-матур йырҙар ижад итте ҡәләмдәшем. Уларҙы бында теҙеп һанап сығыу хатта мөмкин дә түгелдер: уның донъя күргән һәр бер яңы китабында тыуған яғына арналған шиғыры булыр ине. Һуңғы осорҙа илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре һәм легендар батырҙары Ҡәнзәфәр Усаев­ҡа һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа монументаль һәйкәл ҡуйылыу айҡанлы өр-яңы шиғырҙар яҙҙы. Ирек Кинйәбулатов Ҡырмыҫҡалының почётлы гражданины булыу менән бергә, ысын мәғәнәһендә, тыуған яғының патриоты ла булды. Районда үткәрелгән байрам-тантаналарҙың, төрлө саралар­ҙың береһенән дә ҡалмай ҡатнашыр, үҙенең йөрәк һүҙен әйтер, ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратыр ине арҙаҡлы уҙаман.
Ирек Лотфый улының дуҫтары ла күп булды. Ул ҡайһы тарафҡа барһа ла, үҙен танып белделәр, һәр ерҙә лә көтөп алдылар. Ҡазанда ла, Шишмәлә лә, Сибайҙа йә Туймазыла ла, Илештә йә Салауатта үҙ кеше ине. Шуғалыр ҙа:
Эй, кешеләр! Һеҙгә ашығамын,

Бармы икән миндә эшегеҙ?

Мин бит һеҙһеҙ – бер кем түгел ерҙә,

Мин бит кеше түгел – кешеһеҙ.
Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар,

Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда.

Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар,

Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар, тип яҙҙы шағир һәм һуңғы һулышынаса үҙенең ошо девизына тоғро ҡалды. Ул кешеләр менән йәшәне, кешеләр өсөн йәшәне. Халҡын күтәрҙе, замандаштарын ололаны, йырҙарында данланы…
Шағир һаман да беҙҙең менән: шиғыр­ҙары күңелдәребеҙҙе йылыта…

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Читайте нас: