Улар барыһы ла телем, илем тип янып йөрөгән ғалим-педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1936 – 1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1951 – 1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1955 – 1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры вазифаларын башҡарған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаға арналды. Хатта математика ла.
Уҡытыусылар менән бергә Фатима Хәмит ҡыҙының фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары ла ҡатнашты. Уның тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, уҡыусылар иһә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Бөйөк педагогтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара артабан тамаша залында дауам итте. Уны сәнғәт училищеһы ҡурайсылары асып ебәрҙе. Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юнир Ҡоланбаев Фатима Мостафинаның яратҡан йыры “Сәлмәкәй”ҙе башҡарҙы. Гимназия уҡыусылары һәр ваҡыттағыса сағыу концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Ә Фатима Мостафина менән бер дәүерҙә эшләгән ветеран уҡытыусылар уны башҡорт мәктәптәрен астырыу өсөн күп көс һалған, ғорур, үҙ һүҙен һүҙ итә белгән, тәүәккәл кеше булараҡ иҫкә алды.
Хәтер кисәһе мәктәптең гимны менән тамамланды.