+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Май 2019, 12:59

Ижады бәхетле

Элек тә яҙғаным булды: ижадтарында балалар әҙәбиәтенә тоғро әҙиптәр бик һирәк. Шуларҙың береһе – күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләков.

Яҙыусы ғаиләһе менән.
Яҙыусы ғаиләһе менән.
«Маҡтансыҡ Зариф» тигән тәүге хикәйәһе менән оло әҙәбиәт донъяһына килеп ингән әҙип (әйткәндәй, ул тап «Баш­ҡортостан пионеры» – хәҙерге «Йәншишмә» гәзитендә донъя күрә) аҙаҡ балаларҙың иң яратҡан яҙыусыһына әйләнә. «Аҡбуҙ алышҡа сыға», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта», «Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр», «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә» повес­тары үҫмерҙәрҙең уҡымлы әҫәрҙәре булды. Һуңғы повесы хаҡында айырым билдәләп үтергә кәрәк. Сөнки уны автор редакцияның махсус заказы буйынса яҙҙы. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе булып эшләгәндә, вазифаһының үтә яуаплылығына ҡарамаҫтан, вәғәҙә – иман, тип беҙҙең һорауҙы үтәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҙыусының һуңғы әҫәре булды. Уны гәзитебеҙҙә үҙенең вафатынан һуң баҫтырып сығарҙыҡ.

Тағы шуныһын билдәләп китергә кәрәк: балалар матбуғатында ярты йыл буйына баҫылған әҫәрҙәр бер-ике генә. Билдәле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың «Ҡайҙа һеҙ, Питер малай­ҙары?» романы шулай гәзит биттәрендә оҙайлы ваҡытта сыҡһа ла, балалар уның һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайны. Был юлы Динис Бүләковтың «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә» повесы ла апрель айынан башлап октябргәсә балаларҙы мауыҡтырғыс донъяла сәйәхәт иттерҙе.

Ул балалар әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы дуҫлыҡ хистәре тураһында яҙҙы, бәлки, шуғалыр ҙа үҫмерҙәр авторҙың үҙҙәренә тәғәйенләнгән әҫәрҙәрен айырыуса көтөп ала һәм яратып уҡый ине.

Әйтеп үткәнебеҙсә, яҙыусы Динис Бүләков ҙур вазифалы урындарҙа эшләне. Балалар өсөн ижад итеүенең бер сәбәбе «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналының баш мөхәррире булыуындалыр, тип уйлаһаҡ, икенсеһе, әлбиттә, үҙенең дә өс ҡыҙ үҫтереүенә ҡайтып ҡалалыр. Сөнки ул шул тиклем иғтибарлы атай, хәстәрлекле хужа, тормош иптәше Рәйлә апайға тоғро ир, таяныс була. Оло ҡыҙы Ләйсән тураһында, маҡтанып, малайҙарҙан эшлеклерәк, тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. Баҡсаларында төҙөлөш бар­ғанда Ләйсән, бәләкәй булһа ла, ҡайҙа ниндәй таҡта, ниндәй сөй кәрәклеген белеп тороп, атаһының уң ҡулына, ышаныслы ярҙамсыһына әйләнә.

Балалары хаҡында һүҙ сыҡҡас, алғараҡ китеп булһа ла, улар хаҡында әҙерәк мәғлүмәт биреп китһәк, урынлы булыр. Ләйсән табип һөнәрен һайлаған, өс бала тәрбиәләй. Уртансыһы Зөһрә – журналист, Башҡортостан «Юлдаш» радиоһында эшләй, бер ҡыҙ үҫтерә. Кесеһе Миләүшә – дәүләт эшендә, ике бала әсәһе.

Миләүшә бәләкәй сағында уҡ шиғырҙар яҙа торғайны. Улар «Аҡбуҙат» журналында баҫылып сыҡҡас, үҙе кеүек бәләкәстәр бер уҡыуҙан яттан һөйләп йөрөнө. Әле лә яҙыуынан айырылмаған. Киләсәктә, бәлки, уның шиғырҙар китабын ҡулыбыҙға алып танышыу бәхетенә лә өлгәшербеҙ әле. Иншалла, шулай булһын.

Яҙыусы Динис Бүләковтың өлкәндәр өсөн ижады айырыуса иғтибарға лайыҡ. «Ҡояш ярсығы» тигән тәүге хикәйәләр китабының ҡул арты еңел булды. Бер-бер артлы повестары, романдары донъя күрҙе.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләгәндә ун ике әҙип Башҡортостандың Юғары Советына депутатлыҡҡа үҙ кандидатураларын күрһәтә. Шулар араһында ун беренсе саҡырылышта депутат булып һайланып, тәжрибә туплаған Динис Бүләков менән бергә Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Ғәзим Шафиҡов кеүек күп күренекле әҙиптәр була. Ләкин, үкенескә күрә, депутатлыҡҡа бер генә яҙыусы ла үтмәй. Халыҡ менән осрашыуҙарҙа буш вәғәҙәләр биреп, аҡсалар, сәй-шәкәр таратып, заводтарҙың байлығы иҫәбенә «йомарт» булып йөрөгән етәксе ишараттары, хатта төрмәлә ултырып сыҡҡан бурҙар, енәйәтселәр үтеп китә. Шуларҙы күреп йөрөп, ғибрәт итеп, «Ғүмер бер генә» тигән романын яҙа. «Туҙҙырыл­ған тамуҡ» романы ла заманында ярайһы шау-шыу тыу­ҙыр­ған әҫәр булды.

Динис Бүләковтың тормош иптәше Рәйлә апай «Китап» нәшриәтендә эшләй, әҙәбиәт донъяһын яҡындан белә, хатта үҙе лә яҙыша. Ул Динис ағайҙың китаптарының Рәсәй, хатта донъя кимәленә сығыуын теләй. Был хыял да тормошҡа аша. Әлеге ике роман – «Ғүмер бер генә» менән «Туҙҙырылған тамуҡ» төрөк теленә тәржемә ителеп донъя күрә. Уларҙы Га­зи университетының филология фәндәре докторы Нигяр Ҡалҡан тәржемә иткән.

...Иртәгә Динис Бүләковтың тыуған яғы – Мәләүез районының Смаҡ ауылында яҙыусының ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙа. Әйткәндәй, ул Рәйлә апай һәм ҡыҙҙарының тырышлығы менән йыл да уҙғарыла. Әҙиптең вафатынан һуң уның исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр башҡарылған. Смаҡ мәктәбенең ихатаһында яҙыусыға бюст ҡуйылған. Уның исемендәге премия булдырылған. Мәктәптең уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта уңыштар яулаған уҡыусыларына бирелә. Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап әҙип исемендәге теплоход йөҙә, Өфөлә, Сибайҙа, Мәләүездә, ауылында Динис Бүләков исемендәге урамдар бар.

Һаулығы ныҡ ҡаҡшаһа ла, Рәйлә апай әҙиптең вафатынан һуң егермеләп китабын, иҫтәлектәр йыйынтығын сығарҙы. Хәҙер инде уның башлаған эшен ҡыҙҙары дауам итә. Бына иртәгә лә Смаҡ ауылына Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, Төркиәнән ҡунаҡтар киләсәк һәм Динис Бүләковтың яҡты иҫтәлеген хәтергә аласаҡ.

Бер әҙиптең әйткән һүҙе йөрәккә уйылып ҡалды. «Әллә күпме китаптарың булғансы, һине иҫкә алырлыҡ, йәшәтерлек балаларың булһын икән ул», – тигәнерәк фекере тап Бүләковтар ғаиләһенә ҡарата әйтелгән кеүек. Ә бит балаларының иғтибарынан, тырышлығынан ситтә ҡалып, күпме талантлы яҙыусыларыбыҙ хәтер упҡынында юғалып бара.

Был йәһәттән Динис Бүләков­тың ижады ла үлемһеҙ. Уның ха­ҡындағы хәтерҙе оноттормай йәшәткән балалары ла ғорурла­нырлыҡ. Әҙип үҙе арабыҙҙан кит­һә лә, хәтере, ижады йәшәй икән, тимәк, ул бәхетле яҙмышлы.

Яңы китап сыҡты


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: