+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Май 2020, 13:37

Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай

Тубылғы ла ағас ҙур булмай, Тубылғы ла аша юл булмай. Бәләкәй ҙә тиеп хурламағыҙ, Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай... Билдәле шағир һәм журналист, тәржемәсе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ хаҡында яҙырға булғанда әниемдең ошо яратҡан йыры иҫемә төштө.

«Һин бәләкәй булһаң да буйға,

Бәләкәй булманың

бер саҡ уйға!» –

тип Нияз Мәһәҙиев тә 2005 йылдың 11 ғинуарында уҡ яҙып ҡуй­ғайны.

Эйе, Дамир буйға ҙур түгел ине, әммә уйға ҙур булды.

Ҡороғорвирус арҡаһында өйҙә ултырырға мәжбүр булғанда әллә нисә йылдар буйына һаҡланған ҡағыҙҙар менән булашырға тура килде. Шунда Дамир Шәрәфетдиновтың «Йәшлек» гәзитендә эшләгән сағында Бөрйән, Бе­лорет райондарына команди­ровкаларға барғанда яҙылған мәҡәләләре, Мөнир Ҡунафиндың Дамир менән әңгәмәһе, «Аманат»­тағы материалдары, «Ағиҙел»дә баҫылған яҙмалары менән яңынан танышып сыҡтым. Әҙәбиәт, шиғриәт, тәржемә, журналистика хаҡында уйланыуҙары, заман, сәйәсәт һәм башҡа темаларға ҡыйыу фекерҙәре һоҡландырҙы.

Дамир һәр хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашы булған әҙип ине. Кешеләрҙең дәрәжәләре, вазифаларына ла ҡарап тормай, үҙ фекерен ҡыйыу ярып һалып әйтер булды. Уны үҙ һүҙенән бер нисек тә кире ҡайтарырлыҡ түгел ине.

Әммә бөгөн уның әҙәби ижадына ла, журналистикаһына ла баһа бирергә йыйынмайым. Кеше, баҡсасы булараҡ, Дамир беҙҙең хәтерҙә нисек ҡал­ған – шул хаҡта һүҙем.

«Шоморт» баҡсасылыҡ шир­ҡәтендә ине ожмах мөйөштәребеҙ. Нияз менән беҙ – алтынсы, ә Дамир менән Риманыҡы – ун дүртенсе урамда.

Ул иртәсел кеше ине. «Сәғәт биш-алтыларҙа тороп, күл яғына барып урап киләм, ҡоштар тауышын тыңлайым, кесерткән йыйып алам, еләклек урындарын ҡарайым да ҡатыным Рима менән ҡыҙым Лилиәгә әйтһәм, улар барып, йыйып алып ҡайта», – ти торғайны.

Үләндәр тигәндән, Башҡортостанда үҫкән шифалы үҫемлектәр хаҡында Дамир Шәрәфетдиновтың айырым китабы ла донъя күрҙе, матбуғат биттәрендә лә уларҙың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында мәҡәләләре йыш сығып торҙо.

Дамир кешеләр менән аралашырға яратты. Ул әлеге баҡсаһын шағирә Тамара Ғәниеванан һатып алған. Ошо урамда күренекле яҙыусылар Роберт Паль, Рәшит Низамов, Таңһылыу Ҡарамышева, «Ағиҙел»дә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рухия Насипова, Тамара менән Хисмәт Юлдашевтарҙың да баҡса ерҙәре бар. Һәр береһе менән күрешеп, хәл-әхүәлдәрен белешеп йәшәгән Дамир. Арыраҡ баҡсаһы булған Рәмил Йәнбәк менән дә йыш аралашҡан. Өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәгән. Емеш-еләк өлгөргән саҡта бигерәк тә. Кемдәр генә уларҙың сейәләрен, алмаларын ауыҙ итмәгән дә биҙрә-биҙрә йыйып алып китмәгән...

Урман яғында тыуып үҫкән кеше булараҡ, Дамир Тамаранан алған өйҙө мунса итеп, матур йорт һалып инде. Ҙур булмаһа ла, ҡыйығына балкон эшләп ебәргәйне. Мәктәптә уҡыған ҡыҙы Лилиә шунда китап менән ултырырға яратты.

Беҙ бер тапҡыр Нияз, Азамат улыбыҙ менән бергә өсәүләп Дамирҙарға барҙыҡ. Тәпәш кенә өйгә ингәс, беҙҙең оҙон буйлы ир-егеттәр ҡулдары менән һуҙылып түбәгә тейә яҙҙы. «Дамир, һин үҙеңдең буйыңа ҡарап һал­ғанһың бит был өйҙө», – тип шаяртты Нияз.

Өйө бейек булмаһа ла, күңеле бейек ине Дамирҙың.

Бер ваҡыт, беҙ Нияз менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бай баҡса» тапшырыуын алып барғанда, сираттағы тапшырыуға баҡсасы таба алмай аптырағанда Дамирға мөрәжәғәт иттек. Ул «Ағиҙел» журналында эшләп ултыра. Башта аптырап ҡалды ла бер аҙҙан, ниндәй сюжет төшөрөргә кәрәклеген аңлатҡас, ризалашты. Йәшәгән ере яҡын ғына булһа ла, ҡайтып, эш кейемдәрен дә алып торманы, нисек бар, шулай редакциянан сыҡты ла китте.

Март башы булғандыр. Ҡар күп әле. Оло юлдан Дамирҙарҙың урамына тау һымаҡ ҡар өйөп ҡуйылған. Күрәһең, бульдозер юлды таҙартҡан да, был урамда баҡсаларына ҡыш килеп йөрөүселәр барыбер юҡ, яҙ ирер әле, тип этеп киткәндәр. Операторҙар аппаратураларын күтәреп төштөләр ҙә киттеләр. Ә Дамир мине, Рәйсә Абдуллинаны ҡулыбыҙҙан тотоп, тауҙан төшөргә ярҙам итте. Башҡаларға ир-егетлек өлгөһөн күрһәтте.

Аҙаҡ өйөн асып, биҙрә менән һыу ҡайнатырға ҡуйҙы. Беҙ ҡарағаттарҙағы ҡыш буйы йоҡлап ятҡан ҡорттарҙы үлтерер өсөн ҡайнар душта ҡойондорорға тейешбеҙ. Ул ағастар янына барыр өсөн юлды ла асыр кәрәк бит әле. Нияз, мин, Рәйсә ҡулдарыбыҙға көрәк алып, операторҙарға баҫып тороп төшөрөр өсөн майҙан әҙерләйбеҙ. Дамир һиптергестәрен табып ҡуйҙы. Оператор­ҙар бер мәртәбә төшөрөп тә алды. Дамир, тәжрибәле баҡсасы булараҡ, матур итеп аңлатып һөйләй. Һалҡын ҡышта ҡайнар һыуҙың парҙары болот һымаҡ өҫкә күтәрелә. Шундай матур күренеш. Ләкин телевидение – бик мәшәҡәтле эш, бер төшөрөүҙә генә килеп сыҡмай, тағы уңышлыраҡ кадрҙар яһар өсөн бер нисә дубль кәрәк. Дамир тағы һыу ҡайнатырға ҡуя. Көрт йырып йөрөй торғас, итегенә лә ҡар инеп, кейемдәре һыуланып бөттө. Шулай ҙа эште аҙағына тиклем еткереп ҡуйҙыҡ. Дамир тапшырыу­ҙы ҡотҡарҙы.

Ижад кешеһе булараҡ, ул баҡсаһына ағастар араһына бәләкәй генә өҫтәл, ултырғыстар эшләп ҡуйғайны. Эштән бушаған арала шунда күләгәлә ултырып ял итә, яҙыша, китап уҡый.

Баҡсаһы юл ситендә булғас, ҡабаҡтарын, ҡыяр, кишерҙәрен дә йолҡоп алып киткеләнеләр. Артыҡ туҙынып тормай Дамир: «Ярай, кәрәк булғас, алғандарҙыр инде», – ти ҙә ҡуя.

Бер ваҡыт ул өйөн ҙурайтырға булып китте. Барып ҡарарға уйланыҡ. Килһәк, элекке өйө эстә ҡалған, уны һүтмәгән дә, емермәгән дә, тыштан ҙурайтып бүрәнәләр күтәргән. Беҙ аптыраныҡ. Был аҡылды берәйһе әйткәнме әллә үҙе шулай ҡарар иткәнме? Яңы йорт һалам тип, тегеһен емереп ташлаһа, ҡайҙа йәшәп торорҙар ине үҙҙәре. Түбәһен ябып, ишек тәҙрәләрен уйып, ҡуйып, эстә мейес өсөн урын ҡалдырып, бөтә ваҡ-төйәк эштәрен бер үҙе башҡарып, яҙҙан көҙгә тиклем баҡсаһында йәшәне. Йәшелсә-емештәрен дә үҫтерҙе, йортон да төҙөнө, ижад менән дә шөғөлләнде. Болотло, ямғыр көндәрендә, тышта эшләргә мөмкин булмағанда, ноут­бугында ижадҡа сумды. Шиғырҙар ғына түгел, роман һынлы күләмле әҫәрҙәрҙе лә тәржемә итте. Ҡайҙан килә икән ябай бер ауыл мәктәбендә уҡыған кешелә ике телдән дә – башҡортсанан – урыҫсаға, һәм, киреһенсә, урыҫсанан башҡортсаға берҙәй оҫта итеп тәржемәләрлек телде камил белеү?! Ғәжәп! Етмәһә, әҙәби кисәләрҙә, төрлө сараларҙа ҡәләмдәштәрен фотоға төшөрөү менән дә мауыға ине.

...Кейемгә лә, ашауға ла әллә ни иғтибар итмәне ул. Йәшәү рәүеше спартандарса ине. Трикоһының балағын ойоҡ ҡунысына ҡыҫтыра ла калуш кейеп йөрөп ята. Өҫкә, магазинға ла, шулай китә. Хас та бер ябай ауыл ҡарты инде.

Беҙ Азамат машина менән килгәндә ике-өс тапҡыр Дамирҙарға һыу алырға барҙыҡ. Ул шундай шәп итеп ҡойо эшләткән. Ер өҫтөнән ҡарағанда күренмәй ҙә. Әҙ генә торбаһы сығып тора. Шунда шланг тығылған. Электр утына тоташтырһаң, шлангынан һыу килә. Әллә ни сығымы ла булмаған, бер-ике кеше менән ерҙе быраулағандар ҙа торба төшөргән дә ҡуйғандар. Биҙрәләп ҡойонан һыу алаһы ла, бала-сағаның ҡойоға ҡолап төшөү ҡурҡынысы ла юҡ. Шулай бер тапҡыр Азамат беҙҙе баҡсанан машина менән алып ҡайтырға тип килгәс, Дамирҙың да хәлен белеп китергә булдыҡ. Ҡайтһа, уны ла ултыртып алырға иҫәбебеҙ. Барһаҡ, был тупһаһында тубыҡтарын ҡосаҡлап ултыра. Өйөнөң ишеге бикле. Үҙе йоҡа ғына кейенгән. Тышта һыуыҡ. Көҙ. «Нимә эшләп былай ултыраһың, ниңә өйөңә инмәйһең, һыуыҡ алдыраһың бит?» – тип һорайбыҙ аптырап. Баҡһаң, ул магазинға тип киткәндә өйөн бикләгән дә асҡысын таба алмай икән. Ҡатыны Римаға шылтыратҡайныҡ, ул, йоҙаҡты шаҡарып алып булһа ла өйҙө асығыҙ инде, тигәс, Дамирға эскә инергә ярҙам итеп киттек. Юғиһә, әйҙә, алып ҡайтабыҙ Өфөгә, тиһәк тә, бында эш бар, иртәгә тағы киләһе була бит барыбер, тип тороп ҡалды. Ижад кешеләренә хас тарҡаулыҡ Дамирҙа ла бар ине шул.

...Инде Нияз булмағас, яҡташ журналист, хаҡлы ялдағы Нурия Амангилдинаны бер нисә тапҡыр баҡсаға иптәшкә алып барҙым. Ул үләндәр йыйҙы. Шундағы бер баҡсасы груша килеп алырға саҡырҙы. Дамирҙарҙан да йырағыраҡ урамдарҙың береһендә йәшәһә лә, киттек Нурия менән. Сөнки беҙҙә груша юҡ, ә уның ҡайнатмаһы бик тәмле була. Ул – ике биҙрә, мин ике биҙрә тултырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Дамирҙарға һуғылып, хәл алырға булдыҡ. Ул икебеҙҙең берәр биҙрәне тотоп, беҙҙең баҡсаға тиклем илтешеп ҡуйҙы. Унда ла йөгөбөҙ бар ине. Ярлыға яҡшы һүҙ әйт­һәң, ямаулыҡ һорай, тигәндәй, Дамирҙан Нурияны автобус туҡталышына илтеп ҡуйыуын һораныҡ. Ул бер һүҙһеҙ риза булды. Нурияны илтеп ҡуйғас, беҙҙең баҡсаға яңынан килеп, мине лә алып барышып ҡуйҙы. Рәхмәт яуғыры! Шундай изгелекле кеше ине. Йәне йәннәттә булһын!

Эй, ҡыҙы Лилиә менән ғорурланды ул. Мәктәптә гел «биш­ле»гә генә уҡыған, хайуандарҙы яратҡан ҡыҙы атаһы юлынан китте, Башҡорт дәүләт аграр университетына биотехнология һәм ветеринар медицина факультетына уҡырға инде. Мәктәптә үк махсус үҙәктәргә йөрөп, тоҡомло эттәр менән күргәҙмәләрҙә ҡатнашһа, әле лә аграр университетта юғары стипендия алып, зоовет клиникаларҙа эшләп, тәжрибә туплап, Мәскәү, Тернополь, Харьков кеүек ҡалаларға эттәр менән күргәҙмәләргә йөрөй. Хыялы – киләсәктә үҙенең клиникаһын асыу. Быйыл Лилиә III курсты тамамлай. Уға уңыштар теләйһе генә ҡала. Мәктәптә уҡыған сағында Лилиәнең маҡсатлы ҡыҙ булыуына һоҡланып, «Йәншишмә»гә лә яҙып сыҡҡайным уның хаҡында.

Ғаиләләрендә бөтәһе лә ижади шәхестәр. Ҡатыны Рима Әхмәтйәнова ла хикәйәләр яҙа. Урыҫса ла, башҡортса ла ижад емештәре «Йәшлек», «Шоңҡар», «Бельские просторы» кеүек баҫмаларҙа донъя күрә. «Йәшлек» гәзите үткәргән конкурста уның хикәйәһе лә еңеүселәр исемлегендә билдәләп кителде.

Лилиә хаҡында тағы шуны әйтергә онотҡанмын икән: ул туғыҙ йыл буйына «Хыялға табан» тигән балет театрына йөрөп, бейеүсе таныҡлығы ла алған.

Бына шундай ғаиләлә ижад ҡыуаныстарын кисереп, йәшәргә лә, йәшәргә ине бит әле Дамирға. Уға бөгөн 29 майҙа саҡ 55 йәш тулыр ине. Ҡәһәрле сир, тейешле тормош шарттары булмауы пенсия йәшенә лә еткермәй алып китә бит аҫыл ир-аттарҙы.

Хәҙер беҙҙең баҡсалар Ниязһыҙ ҙа, Дамирһыҙ ҙа ҡалды. Етемһерәне ерҙәге ожмах мөйөшөбөҙ. Икеһенең дә төҙөлөп бөтмәгән йорто ҡалды. Әммә улар ултыртҡан ағастар ап-аҡ сәскәгә төрөнөп ҡаршы алды быйылғы яҙҙы. Кеше ерҙән китһә лә, эше ҡала, уларҙы дауам итерлек баҡсалары ҡала. Киләсәктә Нияздың да, Дамирҙың да ҡалған ижадын уҡыусыларға еткереү – беҙҙең бурысыбыҙ.

Тубылғы ла ағас ҙур булмай,

Тубылғы ла аша юл булмай.

Бәләкәй ҙә тиеп хурламағыҙ,

Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай...

Дамир Шәрәфетдиновтың ерҙәге баҡсаһынан тыш, ижад баҡсаһындағы шиғырҙары, проза әҫәрҙәре, публицистикаһы, тәржемәләре – әҙәбиәт баҡсаһындағы сағыу гөлләмәләр ул.
Читайте нас: