Бала сағы, үҫмер мәлдәре уға еңел бирелмәне. Әгәр донъялар «үҙгәреп», Ленин исемендәге балалар тәрбиәләү йорттары асылмаһа (Сәләх Кулибай 1921 – 23 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә), Сәләх Кулибай, Мөхөтдин Тажи, Рәшит Ниғмәти һымаҡ ярлы-ябағай балаларына тормош нисек булыр ине – билдәһеҙ, әлбиттә.
Буласаҡ талантлы яҙыусыға йәштән үк, хатта бала сағынан, таяныр кешеһе булмағанғалыр, үҙ-үҙенә талапсан, һәр төрлө яңылыҡҡа ынтылыусан, тырыш, хәстәрле булырға тура килә. Яҙыу танып, уҡый башлағандан уҡ яҙыу-һыҙыуға әүәҫлеге көндән-көн арта бара. Әйткәнебеҙсә, матди мөмкинселеге үтә наҡыҫ сағында ла 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен уңышлы тамамлай.
Үҙе күреп, белеп, эшселәр тормошон йәштән татып үҫкәнгәмелер, ижадында ул (бигерәк тә шиғыр, поэмаларында) эшсе тормошон яҡтыртты, ошо темаға мәңге тоғро ҡалды.
Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында уға 5 йыл буйы хеҙмәт итергә тура килде (1933 – 37), һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы тамам еңгәнгә тиклем (һуғыш башынан алып) яу эсендә булды. Ҡаты яраланып, госпиталдәрҙә лә ятып сыҡты. Ләкин ул бер ваҡытта ла күргән ауырлыҡтарына һыҡтап, йәлләтеп йәшәмәне. Ысын-ысындан уҙаман ине Сәләх ағай. Үҙ халҡына мөхәббәт тойғоларын фәҡәт ил яҙмышына бәйләп, ижадында алһыҙ-ялһыҙ сағылдырыуында булды.
Миңә Сәләх ағайҙы күреп ҡалырға насип булды. Ул ғәжәп сабыр тәбиғәтле, үҙенән кеселәргә лә, дуҫ-иштәргә лә бик иғтибарлы кеше ине. Яҙыусы булып киткәс тә, гәзит редакцияларында, китап нәшриәтендә, Яҙыусылар союзында – ҡыҫҡаһы, яуаплы эштәрҙе башҡарыуға ирешеүе бары уның күберәк үҙ алдына белем алып, ныҡыш эшләй алыуынан килгәндер. Сөнки уның, хәҙерге урта быуын йәки йәш яҙыусылар һымаҡ, уҡыу йорттарында системалы белем алырға мөмкинселеге булманы. Ул, Максим Горький һымаҡ, «тормош университеты»н үткән яҙыусы.
Сабыр тәбиғәтле Сәләх ағай шаян да ине. Уның һуңғы йылдарҙағы юмористик хикәйәләре лә үҙенең характерына тап килә, минеңсә.
Бер шулай «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙер «Ағиҙел») редакцияһында эшләп ултырғанда ағай ғәҙәтенсә ипле генә баҫып килеп инде лә Тажи ағай өҫтәле янына барып ултырҙы. Мөхөтдин ағай ҙа, уны ғына көтөп торғандай, яҙыуҙарын ситкә этәрә биреп, күҙлеген һалды, ағайҙың килеүен хуп күрҙе. Улар – бер дәүер кешеләре, яҙмыштары ла бик оҡшаш. Бар фекер алышыуҙары әҙәбиәт тирәһендә булыр ине:
– Тажи ағай, мин әлеге көндәрҙә гел ҡыҫҡа хикәйәләргә күсеп барам. Шуға һин нимә әйтер инең? – Тажи ағай бик тиҙ өндәшеп бармай.
– Шиғыр ҡасты әле минән.
– Һуң? Ҡасһа, бына журналға как раз хикәйәләр етешмәй.
– «Көҙ» тигән шиғырҙы яҙғандан һуң күңел ҡорғаҡһыны ла ҡуйҙы, тимәксемен. Тәнҡит, ҡәһәриәләр менән булышам.
– Бик һәйбәт!
– Һиңә һәйбәт тә ул, миңә һәйбәт түгел!..
– Шуны әйтер өсөн генә килдем, тиһеңме? Күңеле ҡорғаҡһыған уның. Һе! Ә күпме хикәйәләр яҙҙы! Бына мине әйтһәң, ярай... Яй эшләнә... – тип Тажи ағай үҙенән риза түгеллеген белдерә.
Уғаса булмай, ишек шарт асыла, унда Сәғит Агиш күренә, күренә генә түгел, бик етеҙ атлап, былар янына килеп баҫа. Тажи ағай баҫып тора ине ул саҡта.
– Нимә, Тажи, мине ҡаршыларға иткәйнеңме?
Сәләх ағай:
– Әйҙәгеҙ, коридорға, юғиһә, беҙ өсәүләшеп шаулай башлаһаҡ, һеңлемә эшләргә ҡамасауларбыҙ... – ти.
– Кәти, улар ни хаҡында һөйләштеләр әле? – ти Сәғит ағай, тегеләргә ҡарамай ғына.
– «Көҙ» темаһындағы шиғыр хаҡында, – тим мин.
– Ә-ә-! Көҙ көҙ инде ул. Пушкин да көҙҙө яратҡан, тиҙәрме, – ти ҙә ҡапыл икеһенә лә әйләнеп, Сәғит ағай шиғыр әйтә башлай:
– Тажи, Тажи, Тажған,
Тажи шиғыр яҙған.
Тажи шиғыр яҙмаҫ ине... –
ти ҙә Сәләхтең нисек тамамларын белептер, уға ҡарап көтөп тора, ә Сәләх ағай:
– Тажи шиғыр яҙмаҫ ине лә,
Ул бит беҙҙең аҙған,
тимәксеһеңме, – ти.
Барыһы ла көлөшә-көлөшә коридорға сығалар.
Бер һын һөйләшеп-фекерләшкәс, ҡабат Тажи ағай менән Сәләх ағай бүлмәгә килеп инәләр. Был юлы Тажи ағайҙың ҡулында аҡ ҡағыҙҙар. Машинистка Йәмиләнән Сәләх ағайҙың өр-яңы хикәйәләрен алып та өлгөргән икән...
Бөгөн Сәләх Кулибай ағайҙың минең (ул саҡта әле әҙ генә тоҫмалланған ижадыма) шиғриәтемә булған баһаһын, ҡайғыртыуын яҙып, туҡталып торманым. Ул байтаҡ йылдар элек минең хаҡта «Ағиҙел» журналында яҙып та сыҡҡайны.
Мин һәм минең кеүек әҙиптәр Сәләх ағай һымаҡ оло быуын шағирҙарға мәңге бурыслы һәм рәхмәт менән йәшәйбеҙ!