+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Июль 2020, 13:53

"Әлдә килдегеҙ, Абдулхаҡ ҡайтҡандай булды!"

2 июлдә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияның тәүге лауреаты, БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ ҡалаһынан бер төркөм делегация вәкилдәре шағирҙың мәңгелек төйәгенә зыярат ҡылыу, ғаиләһенең хәлен белеү уйы менән баш ҡалаға сәйәхәткә юлланды.



Баш ҡала беҙҙе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина, район мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин һәм Күсей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмовты – бик моңһоу ҡаршы алды, көн боҙолоп, гүйә, бына-бына түгелеп илап ебәрергә торған кеүек ине ул. Шағирҙың хәләл ефете Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы һәм һөйөклө ҡыҙы Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы Игебаевалар: «Әлдә килдегеҙ, Абдулхаҡ ҡайт­ҡандай булды! Үҙе булһа, эй, өтәләнер ине! Ул бит кешене милләткә айырманы, яҡшы кешеләрҙе ярата белде», – тип күңелдәрендә ҡайнаған хистәр тулҡынына беҙҙе лә йолоп алып, һый тулы табын тирәһендә өлтөрәне, баймаҡтарҙың күстәнәстәре лә сығып теҙелде. Шул ваҡытта радио тулҡындарынан яҡташыбыҙ һүҙҙәренә яҙылған йырҙар теҙмәһенән моң ағылды.

Илһөйәр шәхесебеҙҙең рухын һаҡлаусы әсәле-ҡыҙлы Маһиҙә һәм Фәниә Игебаевалар юғал­ған әҫәрҙәрен табып, халыҡ шағирының иң аҫыл өлгөлә­ренән торған һайланма йы­йынтыҡтарын том-том итеп баҫмаға әҙерләй икән. Яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң, 2019 йылда, Маһиҙә Игебаеваның тырышлығы менән Абдулхаҡ Игебаев тураһында ҡәләмдәштәренең, яҡташтарының иҫтәлектәре тупланған «Күк Ирәндек ғорурлығы» исемле электрон китабы нәшер ителгән. Фәниә апай атаһының шиғырына яҙылған 250 йыр(!) тапҡан. Маһиҙә инәй: «Абдулхаҡтың бер очерыгын уҡып ултырһам, унда шундай юлдарға тап булдым: «Алһыуланып ҡына таңдар иң тәүҙә минең тыуған яғымда ғына ата. Һайрар ҡоштар ҙа иң беренсе минең тыуған яғыма ҡайта»... Шулай теҙгән дә теҙгән, башҡа райондар­ға өлөш тә ҡалдырмаған! Кемдер тыуған яғының күлен ярата, кемдер тау­ҙарына ғашиҡ, ә Абдулхаҡ Баймаҡтың хатта таштарын да ярата ине! «Ирәндектең таштарын мендәр итеп һалып ятыр инем башым аҫтарына», тип Абдулхаҡ кеүек тыуған яғын яратып яҙған кеше юҡ бит ул!» – тип кеткелдәп көлөп алды инәй. Луиза Дәүләтшина: «Әлеге көндә Баймаҡта мәғариф бүлеге һәм район китапханаһы балалар һәм өлкәндәр өсөн бер­ҙәй ихлас яҙған Абдулхаҡ ағайҙың ижадына йән өрөп, уны төрлө йәштәге яҡташтарға еткереү эшен дауам итә», – тип билдәләне. Ул районда «Игебай мәктәбе» клубы эшләүен телгә алды, Баймаҡ халҡының сәләмен еткерҙе. Ә Илдус Зәйнуллин Абдулхаҡ Игебаевтың ижадын мәктәп уҡыусылары араһында киң пропагандалау маҡсатында ике йылға бер тапҡыр «Игебай уҡыуҙары» ойошторолоуын, уны республика кимәленә күтәреү маҡсатын күҙ уңында тотоуҙары хаҡында һөйләп китте. Шул мәлдә генә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев шылтыратып, халыҡ шағирының хәләл ефетен дә күптән түгел генә тултырған 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Ул Абдулхаҡ Игебаевтың рухи мираҫы Баймаҡ халҡы өсөн үтә лә әһәмиәтле булыуын, халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп изге эштәр башҡарылыуын белдереп, йорт хужабикәләрен ҡыуандырҙы. Игебаевтар тиҙҙән Баймаҡ биләмә-ара китапханаһында асыласаҡ музей өсөн биреләсәк шағирҙың шәхси әйберҙәрен әҙерләп тә ҡуйған ине. Зилә Мортазина: «Әле тыңлап ултырам да һеҙҙең Абдулхаҡ ағай­ҙы шул тиклем яратып һөйләүегеҙ өсөн ныҡ ҡыуандым», – тине һәм Баймаҡ китапханасыларының сәләмдәрен еткереп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарын һөйләү буйынса «Уралымда ҡалыр моңдарым» интернет-бәйгеһендә Урал аръя­ғынан ғына түгел, хатта республиканан ситтә йәшәүселәр араһынан да 150-гә яҡын шиғыр һөйләүсе ҡатнашыуын, бәйгенең көҙ айҙарына тиклем дауам итеүен телгә алды. Кү­сей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов ауылдаштары менән халыҡ шағирына бюст эшләтеү идеяһы менән яныуҙарын еткерҙе. Маһиҙә инәй: «Баймаҡтар, эшләйбеҙ, тип алдарына маҡсат ҡуя икән, уны үтәй­ҙәр инде ул!» – тип ихлас ҡыуанды.

Артабан делегация вәкилдәре йорт хужабикәләре менән шағирҙың һуңғы төйәгенә – зыяратҡа юлланды. Республиканың билдәле шәхестәренең мәңгелек йортона әүерелгән Көньяҡ зыяраты янында яҡташыбыҙ, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре Әнүәр Тереғолов, Маһиҙә инәй­ҙең хеҙмәттәше – «Китап» нәшриәте ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Ғәлимова көтә ине. Халыҡ шағирының ҡәберенә янып торған ҡәнәфер сәскәләре һалынды. Әнүәр Ғәли улы аят уҡый башлағайны ғына ана-бына түгелергә торған болот-яҫтыҡтарынан йылы ямғыр тамсылары һибелде. Улар, әйтерһең, халыҡ шағирының постаментына килеп тама ла, хөрмәтле ағайыбыҙҙың шатлыҡ һәм һөйөү йәштәре булып, күҙҙәренән ағып төшә. Быны күргән һәр кем тетрәнеү кисерҙе, буғай... Ни ғиллә: аят уҡып бөтөүгә ямғыр ҙа тымды, постамент та кипте, көн дә асыла төштө. Халҡына тоғро хеҙмәт иткән шағир тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алынды. «Ирәндеккә сәләм әйтегеҙ!» мәҡәләһе баҫылған «Һаҡмар» гәзите барыһының да иғтибар үҙәгендә булды. Артабан инде өфөләр менән оҙаҡ ҡына ҡосаҡлашып хушлашҡандан һуң, изге ниәтебеҙҙең бойомға ашыуына ҡыуанып, күңелдәрҙә еңеллек тойғоһо менән ҡайтыр тарафҡа юл алдыҡ.

...Халыҡ шағирының тыуған көнө яҡташтарыбыҙ өсөн һәр ваҡыт Күңел, Рух, Шиғриәт байрамы булды һәм булып ҡаласаҡ та.


Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ – Өфө – Баймаҡ.

Читайте нас: