+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Декабрь 2020, 11:56

Ҡояш кәрәкһә, үҙегеҙ килегеҙ ҡунаҡҡа

Бөгөн башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына – 85 йыл.

Рәшит Солтангәрәев 1935 йылдың 25 декабрендә Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, Өфө телевидение студияһында – мөхәррир, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире урынбаҫары ла була. Журналдың проза бүлеген етәкләй.
Рәшит Ғимран улының исеме мәңгеләштерелгән: тыуған ауылында уның исемен йөрөткән гимназия, урам бар. Белем усағында уның бюсы ҡуйылған. Йыл һайын республика кимәлендә «Рәшит Солтангәрәеев уҡыуҙары» уҙғарыла.
Рәшит Солтангәрәев – 20-нән артыҡ китап авторы. Уның әҫәрҙәре урыҫ, татар, үзбәк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Ҡояш ҡайтҡан

Булат олаталарына ҡунаҡҡа барҙы. Ат менән барҙылар.
Ҡыҙыҡ икән: атаһы менән ауылдан сығыуҙары булды, ҡояш уларға эйәрҙе лә китте. Ҡалмай ҙа ҡуя. Улар тауға менһә, ҡояш та тауға менә; урманға керһәләр, ҡояш та урманға керә. Хатта ағастар араһынан йырып-йыртып килә.
Ҡунаҡҡа үҙ ҡояшың менән килеп төшөү күңелле.
– Атай, ниңә ҡояш беҙҙең менән бара ул? – тип һораны Булат, аптырағас.
– Бына һине ҡарап килә, юл күрһәтә, – тине атаһы.
Ауылға барып еткәс, кире боролоп китмәһә ярар ине. Ишек алдына килеп ингәс тә:
– Олатай, беҙ һиңә ҡояш алып килдек! – тине Булат.
– Ҡайҙа ул?
– Ана тора бит, күрмәйһеңме ни?
– Ә ул бит беҙҙең ҡояш! – тине олатаһы.
– Юҡ, беҙ алып килдек! Юл буйлап эйәреп килде ул беҙгә! – Булаттың кәйефе боҙолдо. Олатай булып, шуны ла аңламай!
– Ә шулаймы ни, мин белмәй торам! Һай, рәхмәт, улым, ҡояш килтергәс! Тик ҡайтҡанда кире алып китмә, йәме, – тине олатаһы.
– Ярай һуң, ә үҙебеҙ унда ҡояшһыҙ нишләрбеҙ икән?
– Табырһығыҙ әле, һеҙҙең ауыл ҙур, – тип ҡуйҙы олатаһы.
Булат бер аҙна ҡунаҡ булды. Кире машина менән килеп алдылар. Болотло, ямғырлы көн ине. Ҡояш күренмәне. Олатаһы, бәйләп ҡуябыҙ ҡасып китмәһен өсөн, тигәйне шул. Ысынлап та, тороп ҡалды, ахырыһы.
Бара торғас, болоттар һирәгәйеп китте лә араһынан ҡояш килеп сыҡты. Ул, моғайын, бауын өҙөп ҡасҡан да быларҙы болот араһынан ҡыуа килә.
Олаталары ҡояшһыҙ нишләр икән? Ярар, ҡояш кәрәкһә, үҙҙәре килһен ҡунаҡҡа.
Читайте нас: