Беҙ уны актриса, шағирә булараҡ та беләбеҙ. Шулай уҡ драматург һәм тәржемәсе лә. Уның театрҙа башҡарған ролдәре бихисап: Айһылыу («Һаҡмар»), Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу»), Сәрүәр («Башмағым»), Сажиҙә («Еҙнәкәй»), Сәрби («Йәш йөрәктәр»), Шәфәҡ һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Ширин («Һөйөү тураһында хикәйәт»), Тулғанай («Материнское поле») повесы буйынса «Әсә, Ер-Әсә»), Зөмрәт («Нәркәс») һ.б.
Башҡортостан китап нәшриәтендә төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптары: «Елбәҙәк ҡарҙар» (1959), «Таныш көйҙәр» (1962), «Йөрәк йырҙары (1966), «Балан сәскә атҡанда» (1976). «Һынау» (1985) тигәне - балалар өсөн яҙылған шиғырҙар.
Күптәрегеҙ белмәйҙер әле: 60-сы йылдарҙа популяр булған «Өфөм – баш ҡалам» вальсының авторы – Рәғиҙә Йәнбулатова. Был йыр бөгөн дә олоһона ла, кесеһенә лә таныш һәм яҡын.
Тау башында балҡый бер ҡала,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!
Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратҡан: «Моң минең булмышымдағы бөтә мөмкинлекте бергә тупланы ла ҡеүәтле бер көскә әйләндерҙе. Әгәр врач булһам, ауырыуҙарға мотлаҡ рәүештә йыр тыңларға ҡушыр инем. Иң яратҡан йырҙарын, туған моңдарын тыңлатыр инем. Һауығыуҙы күпкә тиҙләтер ине был сара. Йырҙан, моңдан айырылмағыҙ».