Ул 1926 йылдың 3 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы. 2014 йылдың 23 ноябрендә вафат була.
Нинель Дауыт ҡыҙы 9 йәштән бейей башлай. 1934 йылда Ленинград хореография училищеһында милли бүлек асыла, икенсе йылына шунда уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң Өфөгә ҡайта, тик кире китеүе еңел генә булмай. Бер төндә атаһы артынан киләләр ҙә алып китәләр. Атаһын аталар, ә әсәһен 10 йылға лагерға оҙаталар. 12 йәшендә бер үҙе тороп ҡала. Әммә ул юғалып ҡалмай, тәбиғәт биргән һәләтен үҫтереүен дауам итә. Мәшһүр педагог Александр Ширяев ярҙамы менән ул яңынан Ленинградта уҡый башлай.
1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлай, консерваторияла уҡый. 1941 – 1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солистка була. Леонид Степановтың «Сыңрау торна»һында (Зәйтүнгөл), Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»нда (Мария), Лео Делибтың «Коппелия» һында (Сванильда) уйнай. Нинель Дауыт ҡыҙы 40 төп партияларҙы башҡарған, 33 балет ҡуйған.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында башланған педагогик эшмәкәрлеген оҙаҡ йылдар дауам итә. Уның тәрбиәләнеүселәре мәктәптәрҙә, колледждарҙа, училищеларҙа, юғары уҡыу йорттарында белем бирә, төрлө коллективтар менән етәкселек итә, театрҙарҙа эшләй.
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева үҙен һәр саҡ бәхетле һанаған, сөнки бөтә ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған. 70 йылдан ашыу эш сатжы менән һәр саҡ ғорурланған.
Фото zen.yandex сайтынан алынды.