Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков 1952 йылдың 10 авгусында Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуа. Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлай, колхозда эшләп ала, 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр, шиғырҙар ебәреп тора. "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзите редакцияһында, аҙаҡтан инде Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уңышлы эшләй: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нәшриәт директоры итеп тәғәйенләнә. "Ватандаш", "Тамаша", "Ағиҙел" журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара, «Сельские узоры» журналында ла эшләй. Шул уҡ ваҡытта шиғриәттән айырылмай әҙип: «Оҙайлы яҙ» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрһә, артабан йәнә туғыҙ китабын ҡулына алырға насип була. «Бөркөт саңҡыуы» исемлеһе 2002 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.
Рәмил Йәнбәк – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты. Шағир 2017 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә вафат булды.
Бер иларға ине
Их, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Илап булмай,
Йылға ташы һымаҡ
Юшҡындарҙан күңел ҡатҡанға.
Йыйнай алмай оҙон уйҙарымды,
Уяу ятам таңдар атҡанда.
Йөрәк тырнап торған шиктәремде,
Һағыштарым кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?
Дуҫ-иш яҡын – донъя малы барҙа,
Һибелә икән ҡайғы килгәндә.
Кем күрһәтер йырып сығыр юлды –
Шик-шөбһәле һаҙлыҡ тирәмдә.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан-алтын әсәйем,
Ниңә шулай хисле йөрәк бирҙең –
Моң-һағыштарымдан сәсәйем!
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Фото: yandex.ru һәм "Йәншишмә" архивынан алынды.