Сараға килгән ҡунаҡтар Йәнбәковтарҙың ҡәберҙәрендә булды. Тыуған ауылдары Дауыт-Ҡайыптағы социаль-мәҙәни үҙәктә улар хөрмәтенә асылған таҡтаташ, музей менән танышты. Һуңынан Теләүембәт ауылында уҙған хәтер кисәһендә шағирҙар хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште. Килеүселәр Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.