-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Февраль , 10:42

Тәүге Президентыбыҙ Мортаза РӘХИМОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл

Мәңге балҡыр йондоҙ

Тәүге Президентыбыҙ Мортаза РӘХИМОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл
Тәүге Президентыбыҙ Мортаза РӘХИМОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл

Кистәрен күккә баҡһаң, йыһандың иге-сиге юҡ һымаҡ. Күк йөҙөнә ҡарау күңелгә рәхәтлек килтерә, башымды төрлө уйҙар солғап ала. Йыһанда төрлө йондоҙҙар балҡый: береһе яҡты, ә икенсеһе һүрәнерәк. Шулар араһында яҡтылығы, матурлығы менән ҡарашымды үҙенә йәлеп иткән бер йондоҙ бар. Ул, әйтерһең, кемгәлер юл күрһәтә. Кемгә икән?..
Башҡорт халҡының тарихы ныҡ бай: уның бөйөк шәхестәре, билдәле кешеләре бик күп. Уларҙың һәр береһе Тыуған иле өсөн изге эштәр башҡарған. Үҙенең сағыу балҡыуы менән мине арбаусы йондоҙҙо башҡорт хал­ҡына дөрөҫ юл күрһәтеүсе Мортаза Рәхимовҡа тиңләр инем.
Ул – бөйөк шәхес, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты. Баш­ҡорттарҙың яҡты киләсәге, бәхете өсөн күп эш башҡарыусы, илде, туған телде үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаусы кеше.
Мортаза Рәхимов – республикабыҙға заманса яңы һулыш индереүсе етәксе. Үҙ иғтибарын ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтте. Мәҫәлән, Башҡортостандың иң төпкөл төбәктәренең береһе – Бөрйән районына беренселәрҙән булып юлға асфальт түшәтте, тәбиғи газ үткәртте. Халыҡ үҙен ошо хеҙмәте өсөн бик ҙурланы. Балалар Мортаза олатай тип яҡын күрһә, ололар Мортаза Ғөбәйҙулла улы тип уға ҙур ихтирамдарын белдерҙе. Мортаза олатай Президент булғанда, районыбыҙҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостаныбыҙҙа ла яңы мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, дауаханалар, мәсеттәр төҙөлдө. Республика кимәлендәге изге эштәрен, әлбиттә, әйтеп бөтөрлөк түгел. Ул башҡорт гимназияларын, мәктәптәрен асыуға, ремонтлауға һәм балалар туған телдәрендә белем алһын өсөн күп көс һала. Бөгөн беҙ мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыйбыҙ икән, тимәк, бында ла Мортаза Рәхимовтың өлөшө бар, уға оло рәхмәтлебеҙ!
Мортаза олатай һәр бер райондың ауыл халҡы менән аралашып, тормоштарын өйрәнеп, хәленән килгәнсә ярҙам итергә, улар менән яҡындан аралашырға тырышҡан. Ул ябай, мәртәбәле, итәғәтле, халыҡ менән үҙен тиң тотҡан, яҡшы ниәт менән йәшәгән кеше булған. «Ауылдарҙы үҫтереүгә ниңә күп көс һалаһығыҙ?» –тип һораусыларға уйлап та тормайынса ошондай яуап ҡайтара: «Ауылдың үҙәге – мәктәп. Әгәр ҙә белем усағы була икән, ул саҡта ауыл да йәшәйәсәк».
Милләт яҙмышын һәр саҡ ҡурсалап, бөгөнгө йәштәрҙең киләсәге, яҙмышы өсөн борсолған Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт һүҙҙәрем йөрәгемдән урғылып сыға. Үҙ иле, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халыҡтың рухы, маҡсаты, уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең ҡәҙерен белеп, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала, тип уйлайым.
Мортаза Рәхимовты халҡына васыятын – аманат һүҙен әйтеп ҡалдырған Урал образы менән сағыштырыр инем. Тормош йәмен, донъя именлеген үҙ ғүмеренән дә артыҡ күргән батыр үҙенә тип йыйыл­ған тере һыуҙың тамсыһын да йотмайынса тирә-йүнгә бөркә. Халҡын үлемһеҙ, ер-һыуын мәңге аҫыл итеп күрергә теләп, ул кешеләрҙең бәхете, ҡото, мәңге йәшәйеше өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Яҡшылыҡ эшләү – һәр быуындың, хатта һәр кемдең изге бурысы. Шул саҡта ғына кеше ерен, илен йәмләп, халҡын, үҙен бәхетле итеп йәшәй ала. Урал батыр кеүек, Мортаза Рәхимов та кешеләргә тик изгелек кенә ҡылған. Ә яҡшылыҡ илгә ҡот булып ҡайта. Кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдыр­ған изгелек, яҡшы эштәр менән үлсәнә. Шуға күрә уларҙың исемдәре лә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй һәм йәшәр. Кеше үҙенең артынан яҡшы эштәр ҡалдыра икән, тимәк, ул үлемһеҙ.

Лиана ИСХАҠОВА, IX «В» синыфы уҡыусыһы.

Мортазалы ил булдыҡ

Бер милләтте һис тә айырманың,
Башҡортоңдай хатта үҙ иттең.
Һәр эштәрең һинең изге ине,
Йөрөмәнең юҡты һүҙ итеп.

Ил өҫтөнә хәүеф янағанда,
Тура йүнәлеште өйрәттең.
Үҙ телдәрен инҡар иткәндәргә
Дөрөҫ урындарын күрһәттең.

«Илем, халҡым!» – тиеп янғаныңда,
Ышанысың артты халыҡта,
Ҡурҡыу белмәй көрәшкәнең өсөн
Ил ағаһы булдың тарихта!

Бөгөнгөһө бер аҙ уйландыра,
Үткәндәр ҙә хәтәр булғандар.
Ә киләсәк әйтер һеҙҙең хаҡта:
«Мортазалы!» тигән даны бар!»

Диниә САФИНА, X «В» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: