+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Сентябрь , 17:00

Ғүмер сәскәләре

...Йырсы-шағир булараҡ, атай уларҙа уйнай, әсәй менән бергәләп йырлай. Атай көслө ихтыярлы кеше булһа ла, бик бала йәнле, нескә хисле ине. Бер ваҡыт баҡсабыҙҙа ояһынан йығылып төшкән ҡарға балаһын ҡотҡарыу өсөн ниҙәр генә эшләмәне ул: ашатып та, һыу эсереп тә ҡараны. Ҡош­соҡ үлгәс, уны күмгәндә янаҡтары буйлап йәш аҡҡанды күрһәгеҙ ине!..

Ғүмер сәскәләре
Ғүмер сәскәләре

Бала – йөрәк ҡаны, тормошо ул,
Һулышы ул ата-әсәнең.
Йәшәүгә йәм биргән баланы мин
Ғүмер сәскәһе тип атаным, – шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң «Ғүмер сәскәләре» исемле бер шиғырында ошондай тәрән мәғәнәле, әҙиптең балаларға булған һөйөүен сағылдырыусы матур юлдар бар.

Барыһы ла, әлбиттә, ғаиләнән башлана. Ни өсөн тигәндә, үҙенең балаларын яратмаған кеше сит балалар­ға үҙ итеп ҡарай алмай. Ә Яҡуп Ҡолмой – моңло, хисле, мөхәббәтле шағир. Тормош иптәше Фатима Исхаҡ ҡыҙы менән улар Марат, Булат исемле ике батыр ул, Зәйтүнә исемле һылыу ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Шағирҙың «Марат һуғыш теләмәй», «Тыныс йоҡла, улым!», «Бер гөл генә», «Сәңгелдәктә ятаһың һин», «Зәйтүнгөл» тигән шиғырҙары балаларына арналған.
« ...Бына февраль үтер, тағы ла март етер... Унан яҙғы гөлдәр күңелдәргә нурҙар һибер. Мине уратып алған сәскә-гөлдәрем Фатимам, ҡыҙым Зәйтүнәм, ейәнсәрем Айгөлгә ниҙәр генә бүләк итәйем икән? Нимә генә бүләк итһәм дә аҙ һымаҡ. Уйланым-уйланым да, миңә, оло шағирға, уларға арнап яҙған шиғырҙарҙан да шәп бүләк булмаҫ төҫлө... Бөгөн «Айгөл баҡсаһы»н яңырттым. Был шиғыр­ҙар тупланмаһы кескәйҙәрҙе хеҙмәткә тәрбиәләүҙә ярҙам итер, тигән өмөттәмен»(1989).
Балалары үҫкәндән һуң шағир­ҙың кескәйҙәргә булған һөйөүе Таһир, Морат исемле ейәндәренә, Айгөл, Айһылыу ейәнсәрҙәренә күсә. Бөгөн иһә улар – утыҙҙы уҙған йәштәр, юғары белемле һәм тормошта үҙ урынын тапҡан кешеләр.
Улы Булат шағирҙың тыуыуына 90 йәш тулған көндәрҙә «Йәншишмә» гәзитендә «Минең атай алтын ине» тигән иҫтәлектәр баҫтырҙы. Шунан кескәй генә өҙөк килтерәйек:
«Беҙ татыу, күнелле ғаиләлә үҫтек. Өйҙә ҡурай, пианино, гармун булды. Йырсы-шағир булараҡ, атай уларҙа уйнай, әсәй менән бергәләп йырлай. Атай көслө ихтыярлы кеше булһа ла, бик бала йәнле, нескә хисле ине. Бер ваҡыт баҡсабыҙҙа ояһынан йығылып төшкән ҡарға балаһын ҡотҡарыу өсөн ниҙәр генә эшләмәне ул: ашатып та, һыу эсереп тә ҡараны. Ҡош­соҡ үлгәс, уны күмгәндә янаҡтары буйлап йәш аҡҡанды күрһәгеҙ ине!
Атайым балаларҙы «Ғүмер сәскәләре» тип атаны. Беҙҙең өсөн гәзит-журналдар яҙҙыра торғайны, өйөбөҙҙә һәр ваҡыт әҙәби китаптар булды. Минең тәүге уҡыған китабым – Андерсендың әкиәттәрен дә атайым һатып алғайны. Китап аша ул беҙҙә уҡыуға ынтылыш, ата-бабалар төйәгенә, тыуған яҡҡа, туған-ырыуға, хеҙмәткә, тәбиғәткә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләне. Иң һөйөндөргәне шул: тырышлығы бушҡа китмәне.
Ғаиләлә беҙ атай-әсәй өлгөһөндә үҫтек. Атайым күп шиғырҙарын әсәйгә, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә арнаны. Иптәштәре, яҡташтары, туғандар уны ғәҙел, эскерһеҙ, эшсән булыуы өсөн ихтирам итте һәм әле лә һағынып иҫкә алалар. Заманалар үҙгәргәндә лә атайым үҙ ҡиблаһына тоғро, ҡорос үҙәкле булып ҡалды. Быларҙы мин атай-әсәйемә рәхмәт, ихтирам йөҙөнән рухтарын һөйөндөрөү маҡсатында һөйләйем. Үҙемдәге,ғаиләләге бөтә яҡшы нәмәләр өсөн беҙ атайыма бурыслыбыҙ. Ғәзиз атайым яҡты донъянан китһә лә, рухына сал башымды эйәм».
Бөгөн Булат та баҡыйлыҡта, әммә атаһы эшен улы Морат дауам итә. Ул Өфөләге 39-сы гимназияла уҡы­ған йылдарҙа уҡ Яҡуп Ҡолмой ижады буйынса «Истоки», «Республика Башкортостан» гәзиттәрендә «Жаворонком вспорхнула песня...», «Поэт-солдат» тигән мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Мәктәпте тик «биш­ле»ләргә генә бөткәндән һуң Өфө авиация техник университетын тамамлап, әлеге көндә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Шулай уҡ Морат үҙе уҡыған мәктәп музейында олатаһы тураһында мөйөш эшләп ҡалдырҙы.
Һәр баланың уҡытыусы­һы булған кеүек, башлап ижад итеүселәрҙең дә ниндәйҙер остазы була. Ҡасандыр йәш кенә Яҡуп Ҡолмойҙоң да «Һау булығыҙ, ҡоштар!» тигән тәүге шиғыры 1937 йылда «Йәш төҙөүсе» («Йәншишмә») гәзитендә донъя күргәс, уны уҡыған билдәле шағир Баязит Бикбай авторға хат яҙып ебәрә. Унда ошондай юлдар бар: «Балалар өсөн яҙған шиғырынды уҡып сыҡтым, мырҙам. Балалар ижады секцияһындағы иптәштәр етеш­һеҙлектәреңде лә күрһәтте. Әҫәр­ҙәге төп тема шиғырҙы тулыландырып бирә алмай, матурлыҡ өсөн дә хеҙмәт итмәй. Шуға был яҙмаңды балаларға тәҡдим итмәйбеҙ. Әммә артабан һинән ҡыҙыҡлыраҡ һәм сюжетлы ши­ғырҙар көтәбеҙ. Матурлабыраҡ, тырышыбыраҡ эшләргә кәңәш итәм, мырҙам, тырыш. Б. Бикбай. 10 апрель, 1937 йыл».
Әгәр Яҡуп Ҡолмой ҙур яҙыусы – Баязит Бикбайҙан фатиха алмаһа, кем белә, бәлки, шиғыр яҙыуҙан туҡтаған йә күңеле төшкән булыр ине.
Утыҙынсы йылдарҙан башлап шағир бәхетле бала саҡҡа арнал­ған береһенән-береһе матур шиғырҙар яҙа. Тик шуныһы: әҙип ғүмеренең һунғы йылдарына тиклем ижад итһә лә, ни эшләптер улар айырым китап булып сыҡмай. Шулай ҙа Яҡуп Ҡолмойҙоң кескәйҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәре әленән-әле матбуғатта баҫылып тора, радио-телевидение аша яңғырай. Был турала көндәлектәрендә ошондай юлдар һаҡлана: «Шатлыҡ килһә, ҡайһы саҡта игеҙәктәр кеүек бергә килә бит ул. Бөгөн радио аша тапшырыл­ған йырҙарҙа «Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре» тигәнде ишетеүе ғәҙәти күренешкә әйләнһә лә, «Кескәй­ҙәргә шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғырҙарын тапшырабыҙ», тиеүҙәре үтә лә һөйөнөслө булды. Күмәкләшеп Фатимам, Зәйтүнәм, Айгөлөм, Таһирым менән түңәрәк яһап ултырып, минең шиғырҙарҙы йотлоғоп тыңлайбыҙ. Улар үҙҙәре менән булған ваҡиғаларҙы хәтерләп, көлөмһөрәп тыңлай. «Кескәй хужа», «Рәхмәт һиңә, баҡса!», «Килер бер саҡ», «Тимербай», «Балыҡсы», «Минең теләгем» тигәндәрендә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирелһә, «Буран», «Ике балыҡсы», «Ямғыр», «Ҡар яуа» тигәндәрендә ҡоштар, йәнлектәр, үҫемлектәр донъяһын һаҡларға, тәбиғәтте ҡурсаларға саҡырыла. Ә инде «Марат һуғыш теләмәй», «Тыныс йоҡла, улым!», «Флаг» исемлеләрендә кескәйҙәрҙең бала сағы бәхетле булһын, ер йөҙөндә ҡабат һуғыш сыҡмаһын, тигән маҡсат ҡуйыла»(1989).
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Яҡуп Ҡолмой көндәлектәр яҙа. Унда ла үҙенең киләсәк быуын өсөн яратып-һөйөп ижад итеүен белдерә. «Балалар өсөн яҙыу – ижадымдын бер сатҡыһы, шулай артабан да дауам итергә насип итһә ине. Әле бер шиғри тупланма әҙерләнем. Ул «Айгөл баҡсаһы» тип атала. Был шиғри шәлкемгә туғыҙ шиғыр инде. Уларҙы талантлы, мөләйем тауышлы актриса Таңсулпан Бабичева радионан уҡып ишеттерҙе. Бик килештерҙе, һылыу, рәхмәт үҙеңә!» – ти.
Яҡуп Ҡолмой – фронтовик шағир. Ул һуғыш йылдарында генерал Доваторҙың кавалерия дивизияһында политрук булып хеҙмәт итә, Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн исемле ҡылыс, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.Тәүге китаптары 1942, 1944 йылдарҙа яу яланында яҙыла.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа әҙип «Ленинсы», «Кызыл таң», «Совет Башҡортостаны» баҫмаларында эшләй. «Хәтер хазинаһы» исемле проза һәм егермегә яҡын шиғри йыйынтыҡ яҙа. Ул йырҙар, сонеттар, поэмалар, ижади портреттар, очерктар, бер һәм ике шаршаулы пьесалар, иҫтәлектәр, шиғри фельетондар, мәҫәлдәр һәм йырҙар ижад итә. Уҡыусылар өсөн композитор Халиҡ Зайымов көйөнә «Мәктәп полькаһы», «Күңелле бала саҡ», «Мәктәп мазуркаһы», «Ямғыр, яу, яу!», «Мәктәп вальсы», «Лилиә» йырҙары ла донъя күрә. Әйткәндәй, улар бөгөн дә мәктәп сәхнәһен, йыр, музыка дәрестәрен биҙәй алыр ине. Балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, ноталары менән йырҙарының айырым китап булып баҫылып сығыуы ла, минеңсә, күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Яҡуп Ҡолмой – башҡорт милли йыр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән әҙип. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Шағирҙың йөҙәрләгән тексына башҡорт, татар композиторҙары моңло көй­ҙәр ижад итте. Шулар араһында «Тыуған илем» (Камил Рәхимов), «Былбылым», «Пограничник йыры», «Һалдат йыры» (Заһир Исмәғилев), «Көтөүсе йыры» (Таһир Кәримов), «Өфө вальсы», «Томбойоҡ бүләк итмә» (Тәлғәт Шәрипов) һәм башҡа киң билдәле йырҙары халыҡ тарафынан бөгөн дә яратып баш­ҡарыла.
Шағир иҫән сағында балалар менән аралашырға яратты. Тыу­ған ауылы Ҡанаҡай, Урман-Биш­ҡаҙаҡ, Ишембай һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәре, шул иҫәптән 1-се республика бащҡорт интернат-мәктәбе (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһы) уҡыу­сылары менән әҙәби осрашыуҙарға ҙур теләк менән йөрөнө. Уның балаларға яҙған шиғри автографтары араһында «Әсәм теле» тигәне лә бар:

Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,
Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.
Ул бит сабый саҡтан ҡанға һеңгән,
Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.
Әсәм миңә һөйләп ишеттергән
Батыр Салауаттың исемен.
Аҡбуҙ аты кешнәп елкендергән
Хыялында кескәй кешенең.
Ярты йәштә тәпәй баҫҡанмын мин,
Күкрәк һөтөн имгәс әсәмдең.
Әсәм өйрәткән һәр яңы һүҙҙе
Изге һабаҡ итеп йәшәнем.
Әсәм теле яҡты өмөт яҡты
Ел-дауыллы йәшәр юлымда.
Шул тел сибәр ҡыҙҙың хисен арбап
Бәхет тапты йәшлек туйымда.
Нәҫел тарҡалһа ла, тел юғалмаҫ,
Ул йөрәккә һәр саҡ дәрт өҫтәр.
Илен һөйгән әсә телен һөйөр,
Әсә йәшәгәндә тел йәшәр.

Алыҫ Чехиянан Миләүшә ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА).

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: