Балалар өсөн яҙған матур-матур шиғырҙары баҫылып торҙо. Шағир Ырымбур өлкәһендәге Красногвардейский районының Иҫке Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас та уҡытыусы булып эшләй башлай. 1942 йылда 17 йәше тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа китә. Ҡаты яраланып, 1944 йылда кире тыуған яғына ҡайтарыла. Аҡбулат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шағир-педагогты Ырымбур ерендә Башҡортостан матбуғатын әүҙем таратыусы булараҡ та хәтерләйҙәр. Ә дәреслектәргә ингән шиғырҙарын уҡыусылар еңел генә ятлай ҙа ғүмере буйына онотмай. Мәҫәлән, элек Әлифбала ошо шиғыр була торғайны:
Яңы яуған ҡар өҫтөнән
Ҡаҙҙар лап-лап үттеләр.
Ҡыҙыл тәпәйҙәре менән
Йондоҙ яһап киттеләр.
Сөләймән Муллабаев балалар психологияһын аңлап яҙған талантлы шағир. Кескәйҙәр нисә йәштә донъяны нисек ҡабул итә, ниндәй төшөнсәләрҙе беләләр, телмәрҙәрендә ҡайһы һүҙҙәр бар – ошоларҙы иҫәпкә алып ижад иткән. Шуға ла педагог-шағирҙың әҫәрҙәре ятланып ҡына тора.
Яңыраҡ уның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сығарылған «Эскән һыуым Туҡ…» (Шағир мираҫы) тигән китаптың исем туйы үтте. Шундай йылы кисә-осрашыу булды Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында. Туҡ буйынан, шағирҙың тыуған ауылынан да ҡунаҡтар килгәйне. Улар – китапҡа материалдар туплаусы, Сөләймән Миңнеғужа улының уҡыусыһы Мәйсәрә Кучаева һәм әҙиптең ҡыҙы Гөлназ Гәрәева. Өфөләге «Инеш» нәшриәтендә яңы китапты нәшер итеүгә Сәрүәр Сурина әҙерләгән. Сөләймән ағайҙың бығаса донъя күрмәгән шиғырҙары, көндәлектәре, яҙмалары, уның тураһында иҫтәлектәр, Сөләймән ағай архивынан фотолар китаптың йөкмәткеһен бай иткән.
Осрашыу барышында Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары авторҙың шиғырҙарын ятлап күрһәтте. Ысынлап та, йырлап тора уның әҫәрҙәре. Шуныһы ла мәғлүм булды: әлегәсә китап булып сыҡмаған ижад емештәре байтаҡ икән әле. Музейҙа Сөләймән Муллабаевҡа арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Унда ҡулъяҙмалары, китаптары, документтары, ҡуйылған.
Исем туйында шулай уҡ БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы мөдире Алина Байегетова, ғилми хеҙмәткәре, ғалимә Ғәҙилә Бүләкова, Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, Сөләймән ағайҙың ауылдашы, ҡурайсы Вәсил Темиров, Ырымбур килене, шағирә Тамара Искәндәриә, дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре Гөлдәр Сабитова, яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ҙа шағир ижады, күрше өлкәләге телһөйәр милләттәштәребеҙ тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, йылы һүҙҙәр әйтте. Ҡурай моңдары кисәне биҙәне.
Гөлназ Сөләймән ҡыҙы менән Мәйсәрә Ғимран ҡыҙының Туҡ буйында ултырған Юлдаш ауылы тураһындағы йыр күңелдәргә үтеп инде. Уны Флүзә Сабитова Сөләймән Муллабаевтың «Тыуған яҡ» тигән шиғырына яҙған.
Ауылым – Юлдаш,
Эскән һыуым – Туҡ.
Туҡ буйын ташлап
Китәһем дә юҡ...
Был йыр Иҫке Юлдаштың гимнына әйләнгән. Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙҙең ни тиклем тыуған ерҙәрен яратыуы, телдең ҡәҙерен белеүе тураһында һөйләй ул. Был ауыл мәктәбендә ҡасандыр Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш, Дауыт Юлтый уҡыған икән. Яңы китапта Сөләймән Муллабаевтың улар тураһында иҫтәлектәре лә баҫылған.
Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡулъяҙмаларын табыу, һаҡлау, баҫтырыу, халыҡҡа еткереү – Милли әҙәбиәт музейының төп бурысы ошо. Сөләймән Муллабаевтың «Эскән һыуым – Туҡ» китабы менән таныштырып, музей хеҙмәткәрҙәре матур эш башҡарҙы. Шағирҙың рухы шат булғандыр. Китапты әҙерләп баҫтырып сығарыусылар айырым маҡтауға лайыҡ. Улар белдереүенсә, Сөләймән Муллабаевтың ҡулъяҙмалары тағы ла бар әле, тимәк, тағы ла китап сығасаҡ, Алла бирһә.
Фото: vk.com/nlmrb.