+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
23 Август 2019, 15:06

Иң яҡшы мәктәп баҡсаһы

Темәс ауылында ла, йәйге каникул булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп яны баҡсаһында көн һайын эштәр гөрләй генә. Баҡсала сиратлап V – XI синыфтар үҙҙәренең етәкселәре менән йәшелсә, сәскәләргә һыу ҡоя, түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен йолҡа ине. Шулай уҡ мәктәп баҡсаһының мөдире Гөлгөнә Марат ҡыҙы Халиҡова етәкселегендә үҫемлектәр менән төрлө тәжрибә лә үткәрәләр икән. Балалар йәшелсәләрҙән ҡайһы осраҡта мул уңыш алып булыуын, ниндәй айҙа үҫентене күсереп ултыртырға һәм башҡа баҡса серҙәрен өйрәнеп үҫә. Үҙҙәренә тормошта кәрәкле мәғлүмәт туплайҙар.



Ысынлап та, Темәс мәктәбенең баҡсаһы бик шәп! Ҡыяр, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ашҡабаҡ, картуф емерелеп уңған. Помидор, борос, баклажандары һабағында бешеп, бына-бына өҙөлөп төшөргә генә тора! Ә сәскәләрҙең төрлөлөгө! Хатта күҙҙәр ҡамаша... Килеп ингәс тә үк бар ерҙә лә бөхтәлек, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Етәксе Марат Юлай улы Әүәлбаевтың булдыҡлы, уңған, өлгөр икәнлеге һиҙелә. Әйткәндәй, «Йәншишмә»беҙ ойошторған «Изгелек» акцияһы башланыу менән мәктәп уҡытыусылары ла уға дәррәү ҡушылғайны. Бының өсөн директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Зилә Минзаһит ҡыҙы Әхмәтҡужинаға рәхмәт әйтәбеҙ. Афарин, темәстәр!

Өс гектарҙан ашыу мәктәп яны участкаһының бер генә мөйөшөн дә ҡый баҫмаған, һәр буш ер файҙаланылған. Әле яңыраҡ мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереүсе район комиссияһы ла быны билдәләп үткән, баҡсаның уңышын юғары баһалаған. Әйтеп үтергә кәрәк: әлеге баҡса беренсе йыл түгел, ә бер нисә тиҫтә йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Район буйынса үткәрелгән «Иң яҡшы мәктәп баҡсаһы» исемле конкурста гел беренселекте яулап торалар! Был, әлбиттә, уҡытыу­сыларҙың, баҡса етәксеһенең, уҡыусыларҙың берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе!

– Баҡсаның мул уңышының бер өлөшөн һатып, аҡсаһына теплицаға яңы япма, биҙрә, көрәк, гөл һауыттары һәм башҡа баҡсаға кәрәкле эш ҡоралдары алһаҡ, икенсе өлөшөн көҙ мәктәп ашханаһында балаларҙы ашатыу өсөн ҡалдырабыҙ. Әлбиттә, баҡсала үҫтерелгән йәшелсә биш йөҙҙән ашыу уҡыусыға йыл буйына ашатыуға етмәй. Шулай ҙа тырышабыҙ, көҙ айҙарында витаминлы аштар ашау барыбер файҙалы инде, – тип һөйләй Зилә Минзаһит ҡыҙы.

Баҡсала гөж килеп эшләп йөрөгән уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә тыңлайыҡ әле.

Юлдаш ИҘЕБАЕВ, Варис ҒӘНИЕВ (VI «Б» синыф):

– Беҙ баҡсаға бер көн дә ҡалдырмай йөрөнөк. Ҡоролоҡ булғас, көн дә түтәлдәргә һыу һиптек.

Айлина НУРМӨХӘМӘТОВА (VII «В» синыф):

– Быйыл үҙемдең синыфым эшләгән ваҡытта лагерҙа булып ҡалғайным, икенселәр менән йөрөргә тура килде. Бер ҙә үкенмәйем. Ауыр түгел. Миңә сәскәләрҙе тәрбиәләү оҡшаны.

Вадим ВИЛДАНОВ (VII «А» синыф):

– Мин икенсе ауылда олатай менән өләсәйҙә ял итһәм дә, баҡсала эшләргә ваҡыт еткәс, ҡайта һалдым. Бында күңелле, синыфташтарым менән аралашам. Күмәкләшеп бар эште лә «һә» тигәнсе эшләйбеҙ ҙә ҡуябыҙ.

Рената АЛТЫНБАЕВА (VII «А» синыф):

– Шатланып баҡсаға килдем. Эй, синыфташтарымды һағын­ғайным. Һөйләшеп йөрөп эшләгәс, ике сәғәт ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Баҡсабыҙ матур, сәскәләргә иҫең китерлек!

Бына шулай Темәс мәктәбенең иң егәрле уҡыусылары иртүк тороп, каникулының ун көнөн мәктәп баҡсаһында үткәрә: тәжрибә туплай, эшкә өйрәнә, дуҫтары менән күрешә, эшенең һөҙөмтәһенә ҡыуана. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренә витаминлы ризыҡ та хәстәрләй тырыш балалар. Маладистар! Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың, тиҙәр бит.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.

Читайте нас: