Белем усағы гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, мәктәп баҡсаһы ла гөрләп үҫә, уңыш та мул булмаҡсы. Шулай булмай ни! Йәй буйына ҡыҙҙар һәм малайҙар унан ҡайта белмәне бит, сиратлашып, йәйге хеҙмәт сирегендә эшләне. Кемдәрҙер һыу һипте, йәшелсәләрҙе утаны, емеш-еләк йыйҙы, ә фотоһүрәттәге һигеҙенселәр иһә кишер, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һирәкләне. Дүртәү генә булһалар ҙа, ең һыҙғанып тырышҡас, «һә» тигәнсе тамамлап та ҡуйҙылар.
– Баҡсабыҙ ҙур ғына. Ниндәй генә йәшелсә, емеш-еләк үҫмәй беҙҙә?! Белем усағыбыҙ яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Былар, әлбиттә, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларыбыҙҙың көсө, тырышлығы һөҙөмтәһе, – ти инглиз теле уҡытыусыһы, баҡса өсөн яуаплы булған Гөлнара Заһит ҡыҙы Сәмиғуллина.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиҙәр бит. Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең уңған, эшһөйәр уҡыусылары ла уҡыу йылы буйына үҙ хеҙмәттәренең емешен татып, рәхәтләнеп кинәнеп һыйланырҙар әле.
Юлиә КИРӘЕВА.