Тәүге осрашыуҙа юлаевсыларға «Торпедо» (Түбәнге Новгород) ҡаршы сыҡты. Әйтергә кәрәк, был уйын беҙҙең команданың өҫтөнлөгө менән үтте. Шунда уҡ күрҙек инде Маркус Гранлундтың ниндәй оҫта икәнен. Әлбиттә, ул Линус Умарк һымаҡ түгел. Күберәк үҙе гол индерергә ярата. «Торпедо» менән уйнағанда Гранлунд күптәрҙе һоҡландырҙы. Шулай булмай ни, үҙе бер гол индерҙе һәм ике тапҡыр Теему Хартикайнен менән Сакари Манниненға уңышҡа ирешергә ярҙам итте бит. Уйын беҙҙең файҙаға 3:2 иҫәбенә тамамланды.
Икенсе дәғүәсебеҙ «Северсталь» (Череповец) ине. Быныһында инде һөжүм итеүсебеҙ Александр Кадейкин мәргәнлеген күрһәтте: бер түгел, ике гол индерҙе. Шулай уҡ 18 йәшлек йәш һаҡсыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин да үҙ исемен КХЛ тарихына яҙҙы. Өсөнсө гол – уның иҫәбендә! Афарин! Ныҡ өмөтлө күренә яҡташыбыҙ. Үҙен көйәрмәндәр яратып өлгөрҙө, баш тренерыбыҙ ҙа маҡтай. «Северсталь» командаһын юлаевсылар еңел генә еңде – 4:1. Тағы бер голды Дмитрий Кугрышев индерҙе. Ә Гранлунд, Хартикайнен? Улар был көндө үҙҙәрен күрһәтә алманы.
Өсөнсө алыш Минскиҙа «Динамо» менән булды. Юлаевсылар өсөн бик күңелһеҙ башланды ул. Уйын башында уҡ ике гол үткәрҙеләр. Ярай әле Маркус Гранлундты саҡырғанбыҙ. Бер-бер артлы ике гол индереп, командабыҙҙы дәртләндереп ебәрҙе. Ауырлыҡ менән булһа ла, 4:3 иҫәбенә еңдек. Әлбиттә, уйын аҙағында юлаевсыларға ныҡ ҡыйын булды. Хужалар бер туҡтауһыҙ һөжүм ойошторҙо. Беҙҙекеләр оҫта һаҡланды. Ҡапҡасыбыҙ Юха Метсолаға ла рәхмәт әйтке килә, күп тапҡыр ҡотҡарҙы. Был уйында Американан ҡайтҡан һөжүм итеүсебеҙ Михаил Воробьёв тәүге голын индерҙе.
Дүртенсе уйында Мәскәүҙә «Спартак» көтә ине. Беҙҙең хоккейсыларҙың арығаны барыбер һиҙелде. Етмәһә, был алышта Юха Метсола, Родион Әмиров һәм Евгений Лисовец боҙға сыҡманы. Мәскәүҙә еңелеп ҡуйҙы юлаевсылар – 3:5. Иҫәп 3:3 булғас (Хартикайнен, Панин, Кадейкин), ҡапҡасыбыҙ Владислав Сухачёв тупаҫ хаталанып ҡуйҙы. Еңел генә голды индереп торасы?! Аптыратты. Күрҙек, быйыл да бөтә өмөт, ышаныс тик Метсолала ғына.
Юлаевсылар алты мәрәй менән Өфөгә ҡайтты. Һәйбәт башланылар, маҡтарға була. 13 сентябрҙә үҙ аренабыҙҙа «Авангард» (Омск) менән тәүге алыш үтәсәк. Унан инде 15-ендә әлеге лә баяғы «Торпедо» менән уйын көтә. Шунан тағы Ҡазанға юлланалар, унда «Аҡ Барс» менән көс һынашасаҡтар.
Һөйөнсө! «Салауат Юлаев»ҡа тағы бер уйынсы килде. Таныш булығыҙ: 20 йәшлек һаҡсы Александр Алексеев. Быға тиклем «Вашингтон Кэпиталз» клубында уйнай ине. Өмөтлө йәш хоккейсы. Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы булып, донъя беренселегендә бронза миҙал яулағайны. Әйҙә, беҙҙең клубҡа ла файҙаһы тейһен. Уңыштар теләйек.