+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
4 Март 2021, 12:54

Метсола плей-оффҡа әҙер түгелме?

Юлаевсылар «Трактор» (Силәбе) менән тәүге уйында ныҡ аптыратты.

Боҙға әҙерләнмәй сыҡҡан кеүек күренделәр. Хатта лидерҙарыбыҙ Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд, Сакари Маннинен да юғалып ҡалды. Исмаһам, өсөһөнә бер гол да индерә алманылар. Шул арҡала еңелдек тә – 1:3. Берҙән-бер голды Владислав Картаев индерҙе.
Дөрөҫөн әйткәндә, был осрашыуҙа беҙҙең хоккейсыларҙың бөтөнләй уйындары барманы. Ә ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ике еңел генә гол үткәрҙе. Өсөнсөһөндә уның ғәйебе юҡ. Плей-оффҡа әҙер түгелме икән әллә? Тренерҙарыбыҙ Метсолаға үтә ныҡ ышана, ә ул ҡотҡармай башланы. Дәғүәселәр ҙә был ҡапҡасыбыҙҙың нисек тороуын, уйын алымдарын, етешһеҙлектәрен өйрәнеп бөткән һымаҡ. Ҙур кәүҙәле булмауынан да оҫта файҙалана ҡайһы бер һөжүм итеүселәр. Тимәк, һуңғы уйындарҙа ҡапҡаһын ышаныслы һаҡлаған Даниил Тарасовҡа ла уйнарға бирергә кәрәктер ул.
Шулай итеп, «Трактор» алға сыҡты – 1:0. Иртәгә икенсе алыш көтә. Юлаевсыларға уңыштар теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: