+1 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
10 Июль 2020, 13:40
Карантин, тип тормайбыҙ
Һәр бер иҫтәлекле датаны, башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының юбилейҙарын билдәләп үтергә, китап уҡыусыларыбыҙға ваҡытында мәғлүмәттәр биреп барырға тырышабыҙ. Карантин иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, беҙ уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәй, онлайн, ватсап аша аралашып, төрлө саралар ойоштороп торабыҙ.
22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу көнө айҡанлы, «Беҙ хәтерләйбеҙ! Беҙ ҡайғырабыҙ», 24 июнь – Еңеү парады үткән көндә «Улар беренсе сафтарҙа атлай...» исеме менән мәғлүмәт сәғәттәре үткәрелде. Шуныһы бик шатландыра: улар онлайн булһа ла, балалар ҙа, ололар ҙа бик әүҙем ҡатнаша. Был сараларҙа һуғыш темаһына бик күп шиғырҙар уҡылды, йырҙар йырланды, күп китап уҡыусыларыбыҙ олатай-өләсәйҙәре, атайҙары тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Һәр береһе тиерлек беҙгә яуҙа ҡатнашыусы яҡындарының фотоларын ебәрҙе, уларҙың әле лә парадтың алғы сафтарында булыуҙары тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте.
Яңыраҡ билдәле шағир, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Ҡадир Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан «Бала саҡ донъяһы» тип исемләнгән онлайн әҙәби-шиғри кисә үткәрҙек. Ысын таланттар һәр заманда ла ил улдары һәм ил ҡыҙҙары булып таныла, ижад юлында ла ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәтә. Эйе, ысынлап та, балалар яҙыусылары ниндәй генә китаптар яҙмай йәш быуын өсөн?! Балалар өсөн генә түгел, ә ололар өсөн дә күп шиғыр йыйынтыҡтары менән беҙгә таныш Ҡадир Әлибаев. Ололарҙы ла, балаларҙы ла уның китаптары менән таныштырып, байҡау яһап үтелде.
Был кисәне йәмләп, беҙҙең 25-се башҡорт балалар баҡсаһының «Еләк» исемле уртансылар төркөмөндә тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ Ҡадир Әлибаевтың балалар өсөн яҙған «Күңелле иртә» китабына сәйәхәткә юлланды. Улар шағирҙың шиғырҙарын һөйләп үтте, «Ҡояшлы йәйғор ятты» исемле шиғырына тәрбиәсе апайҙары Регина Хәниф ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән бергәләп асфальтҡа һүрәт тә эшләп ҡуйҙы. Кисәбеҙҙе дауам итеп, Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина үҙенең Ҡадир Әлибаев менән осрашыу иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре, Сосновка ауылынан Земфира Кәримова уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ шағирҙың тыуған ауылында таҡтаташ асылыу ваҡиғаһы менән дә китап һөйөүселәрҙе таныштырҙыҡ, видеояҙмалар ҡараныҡ. Урал Мәхмүтов – «Бесәй балаһы», Рияз Солтанов – «Шишмә аға», Әҙилә Шакирова «Ҡояшлы йәйғор ятты» шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе.
Беҙ ойошторған сараларҙа ҡатнашыусыларға, уларҙы әҙерләп алып барыусы китапхана хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Мостафинаға, Зилә Теләмбитоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Китапханаларға каникул юҡ. Беҙ уҡыусыларыбыҙ менән йәйебеҙҙе ҡыҙыҡлы үткәрәбеҙ.
Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...