-3 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
14 Август 2020, 13:12
Шиғырҙары күңелде нурландыра
Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында йәш, дәртле рухлы балалар шағирәһе Миңлегөл Тайсина ижадына арналған «Бәхеттәремә ҡыуанам» тип аталған әҙәби-шиғри сәғәт үтте. Уның биографияһы менән танышҡас, ижадына күстек.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте йәш ижадсыларҙы дәртләндереп, китаптарын баҫып сығарыуы күркәм йолаға әүерелде. Быйыл да бер нисә авторҙың кескәй йыйынтығын алып ҡыуандыҡ. Шуларҙың береһе – Миңлегөл Тайсинаның балалар өсөн яҙылған «Ҡыуаныс» исемле китабы. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән йыйынтыҡта ғаилә, бала саҡ, зирәк һәм күҙәтеүсән кескәйҙәрҙең тормош күренештәре, мажаралары, уй-хистәре сағылдырылған шиғырҙары урын алған. Ә «Бала саҡ күҙҙәре» тип аталған тәүге китабына ингән ижад емештәре тыуған яҡ матурлығы, кеше күңеле, мөхәббәт тойғолары кеүек мәңгелек темалар менән һуғарылған.
Миңлегөл Тайсинаның балалар өсөн яҙылған һәм яратып уҡылған бик күп шиғырҙарын М. Кәримова, Н. Теләмбитов, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе З. Сәлихова, Белорет ҡалаһының 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсе Ә. Яубаҫарова һөйләп үтте. Шағирәнең яғымлы, наҙлы тауышы менән ижады хаҡында һөйләүе сарабыҙҙы тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Ғөмүмән, Миңлегөл Тайсинаның донъяға эскерһеҙ бала саҡ күҙҙәре менән бағып, ихлас яҙылған шиғырҙары уҡыусы күңелен нурландырыр. Сарабыҙҙы «Йәшәйешем – шиғриәт» исемле шиғыры менән тамамланыҡ.
Зилә ТЕЛӘМБИТОВА, китапханасы.
Белорет ҡалаһы, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...