+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
18 Сентябрь 2020, 23:51
Борон башҡорттар нисек кейенгән?
Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнде. Ошо байрам уңайынан китапханабыҙҙа милли мәҙәниәт көндәрен үткәрҙек.
Башҡорт милли кейемдәренә арнап китаптар күргәҙмәһе ҡуйҙыҡ. Китап уҡыусылар менән башҡорттарҙың милли кейеме, баш, аяҡ кейемдәре, биҙәүестәре тураһында ла һөйләштек.
Ҡыҙҙарҙың оҙон күлдәк, башмаҡ, ситек кейеп йөрөүҙәре, уларҙы нисек биҙәүҙәрен белеү ҡыҙыҡ булды.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА,
38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в