Уны Орджоникидзе районының «Йәшлек» клубы менән берлектә үткәрҙек. Үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм клуб педагогтары 1941 – 1945 йылғы трагик хәлдәрҙе хәтергә алды. Блокада шағирҙары Владимир Лифшиц, Юрий Воронов, Наталья Кандиевская-Толстая шиғырҙарын уҡынылар. Ольга Берггольц ижадына ла иғтибар бүлделәр. Әйткәндәй, уны блокада йылдарында «Блокада музаһы» тип йөрөткәндәр.