-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
26 Февраль 2021, 11:46

Бергәләп китап уҡыйбыҙ

Баланың донъяһы ғаиләнән башлана. Әгәр ҙә атай-әсәйҙәре ҡулына китап ала икән, был өйҙә рухи берҙәмлек хөкөм һөрә.


Ҡышҡы шәмбе көндәренең береһендә беҙ үҙебеҙҙең китапханала «Китап уҡыу­сы ғаилә көнө»н үткәрҙек. Балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре иң шәп балалар әҙәбиәте баҫмалары менән танышты. Һәр береһе үҙҙәренә оҡшағандарын һайлап алып, фотоға ла төштө. Иң әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан балалар әҙәби викторинала ҡатнашты, йомаҡтар систе, китап геройҙарының һүрәттәрен яһаны. Аҙаҡ бергәләп «Экранда – әкиәт геройҙары» йәнһүрәтен дә ҡаранылар.

Римма ГӘРӘЕВА,

48-се балалар китапханаһы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас