+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ"

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Башҡортостаныбыҙҙан Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемдәрендәге батальондарҙың ҡатнашыуын бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Ә шулай ҙа Александр Доставаловтың кем икәнлеген белеп бөтмәүселәр ҙә барҙыр.

"Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ"
"Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ"

Рәсәй Геройы 1963 йылдың 17 июлендә Өфөлә хәрби ғаиләлә тыуа. 18 йәшендә армия сафына алына. Каунас десант мәктәбендә механик-водитель һөнәрен ала, 1987 йылда Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлай.
Хеҙмәт йылдарында Доставалов бер нисә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнаша. Тәүге Чечен һуғышын үтә һәм Батырлыҡ ордены менән наградлана. Икенсе Чечен һуғышында һауа-десант ғәскәрҙәренең 104-се полкының 6-сы ротаһына ярҙамға килә.
2000 йылдың 29 февралендә Доставалов үҙенең 4-се ротаһы менән күрше бейеклектә урынлашҡан була. 6-сы ротаның ауыр хәлгә ҡалғанлығын күргән Доставаловтың һуғышсылары ярҙамға ашыға. Уларҙың төркөмө 2 меңләп боевиктың уты аҫтынан уңышлы үтә, юғал­тыу­ҙарһыҙ позицияға сыға. Александр Доставалов яралан­һа ла, етәкселек итеүен дауам итә. Киләһе яраланыу, үкенескә кү­рә, үлемесле була. 900 яугир­ҙан алтауһы ғына иҫән ҡала. Аргун тарлауығындағы был бәрелеш иң ҡанлы алыш булып тарихҡа инә. Достава­ловты Псков ҡалаһының Орлецы зыяратында ерләйҙәр. 21 июл­дә уға Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Бына әле яңыраҡ ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен йөрөткән батальондың «Юрмаш» ҡушаматлы яугиры яраланып, госпиталдә дауалан­ғандан һуң, бер нисә көнгә Өфөгә ҡайтты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу­сылар­ҙың исем-фамилияларын матбуғатта күрһәтергә ярамағанлыҡтан, беҙгә артабан да уның хаҡында һөйләгәндә ҡушаматын ғына телгә алыр­ға тура килә. Сөнки «Юрмаш» был көндәрҙә тағы ла ип­тәштәре янына юлланды. Ки­тер алдынан ҡыҙы уҡыған 41-се мәктәптә балалар менән осрашыуға килде.
– Бөгөнгө сәйәси хәлдәр­ҙең нисек булыуын белһендәр, яҡташтарыбыҙҙың илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып алышыу­ҙарын аңлаһындар, патриотик рухта тәрбиәләнһендәр өсөн саҡырҙым мин уҡыусымдың атаһын ошо осрашыуға, – тине синыф етәксеһе, баш­ҡорт теле уҡытыусыһы, республикабыҙҙың мәғариф алдынғыһы Мәрйәм Мотаһар ҡыҙы Хәсәнова.
Синыф бүлмәһенә генә һыймағас, холда йыйылды өс һигеҙенселәр.
– Үҙегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине, – тигән мөрәжәғәткә яугир былай тине:
– Беҙҙең осрашыу һорау-яуап рәүешендә барһа, яҡшыраҡ булыр. Һеҙ һорағыҙ – мин яуап бирермен.
Шунан китте Матвей Князев, Булат Шәймәрҙәнов, Игорь Казаков һәм баш­ҡаларҙың бер-бер артлы яуҙырған һорауҙары:
– Һеҙ ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ һәм быға ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ нисек ҡараны?
– Хәрби әҙерлекте ҡайҙа үттегеҙ, унда һеҙҙе нимәләргә өйрәттеләр?
– Алыш­тан туҡтаған ваҡытта ниҙәр эшләйһегеҙ, йоҡларға, йыуынырға мөмкинлектәр бармы?
– Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемгә хас. Уны нисек еңәһегеҙ?
– Яҡындарығыҙ менән бәйләнешкә инә алаһығыҙмы?
– Сирләп китһәгеҙ, нисек дауаланаһығыҙ?
– Тыныс тормошта ниндәй һөнәр буйынса эшләнегеҙ?
– Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар, открытка­лар яҙабыҙ. Һеҙ уларҙы ала­һығыҙмы?
Ошондай бик күп һорауҙар бирҙе уҡыусылар яугирға.
– Унда беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың ҡушаматы бар. Улар бер-береһен ҡабатламай. Мин – «Юрмаш». Өфө эргәһендәге бәләкәй генә йыл­ға исеме ул, – тип һөйләй башланы ул.
– Һеҙҙең яҙған хаттарҙы ла, открыткаларҙы ла алабыҙ. Улар беҙгә көс бирә, тыуған яҡтан килгән сәләм булып күңелде йылыта. Икәүһен ҡыҙыма күрһәтергә лә алып ҡайттым. Хаттар бөтә Рәсәй­ҙән килә. Хатта Хабаровскиҙан яҙылғандары ла бар. Баш­ҡорт­ос­тандан килгән гуманитар ярҙам өсөн дә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
– Алыштар ваҡытында яраланған иптәштәребеҙгә улар­ҙың үҙҙәренең медикаменттары менән ярҙам күр­һәтәбеҙ. Сөнки әгәр үҙеңдекен ҡуллан­һаң, яраланған сағыңда баш­ҡалар һиңә ярҙам итә алмаясаҡ. Был беҙгә юғарынан бирелгән күрһәтмә, уны боҙорға тейеш түгелбеҙ. Баштан уҡ һәр кемебеҙгә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәк булған дарыуҙар йыйылмаһы тапшырылды. Улар араһында ҡанды туҡтата торған жгуттар, ауыртыу­ҙы баҫыусы таблеткалар, бинт­тар һәм башҡа кәрәк дарыуҙар бар.
– Һуғышта, әлбиттә, шарттар еңел түгел. Өйҙәге һымаҡ кис һайын йыуыныр­ға ла мөмкинлек юҡ. Һыуға ҡытлыҡ. Ҡойолар ағыулан­ған. Унан һыу алырға ярамай. Ҡаты алыштар барған саҡта аҙналар буйы окопта ятырға тура килә.
– Ялға туҡтағанда иң тәүҙә хәрби техникаларҙы дошман күрмәһен өсөн йәшерергә кәрәк. Уның өсөн туң ерҙе тәрәнерәк итеп ҡаҙып, соҡорға төшөрөп ҡуябыҙ. Шунан ғына һәр кем үҙенә окоп ҡаҙа. Берәй­һе өл­гөрмәһә, күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Бер ваҡыт ике-өс аҙна тирәһе урманда йәшәргә тура килде. Дошмандар бөтә ергә лә тиерлек миналар ҡуйып сыҡҡан. Бик һаҡ булыр­ға кәрәк. 200 – 250 метр аралыҡта ғына торған дошман пуляһы башыңды ҡалҡытыу менән килеп тейеүе мөмкин.
– Ни өсөн мин унда бар­ҙыммы? Сөнки йәштәргә ҡарағанда тәжрибәлерәкмен, унда кәрәгерәкмен. Армия сафында хеҙмәт иткәндә лә сик буйы һаҡсыһы булдым. Тыныс тормошта ла һаҡ агентлығында водитель вазифаһында хеҙмәт иттем. Мин 1993 йылда армияла булдым. Әлбиттә, 30 йыл осоронда хәрби техника ла үҙгәргән, ныҡ алға киткән. Уларҙы өйрәнер өсөн Түбәнге Новгород өлкәһендә әҙерлек үтеп яттыҡ. Яҡындарым ҡарарымды аңлап ҡабул итте.
– Алыштарҙың береһендә аяғым яраланды. Ейск ҡалаһында госпиталдә яттым. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң өйгә ҡайтҡас, тыныс тормоштоң ни тиклем ҡә­ҙерле икәнен нығыраҡ аңлайһың. Ҡатынымды, өс ҡыҙымды ныҡ һағындым. Өйҙә бөтә уңайлыҡтар бар, йылы һыу ҙа, һал­ҡыны ла ағып тора, теләгәнсә йыуына алаһың. Яҡындарың янында күңелгә лә тыныс, рәхәт. Тик тегендә ҡалған иптәштәр өсөн борсолдора. Тиҙҙән тағы ла унда китәм. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, яңынан һеҙҙең менән осрашырға килергә вәғәҙә итәм. Ә һеҙ тырышып уҡығыҙ, белем алығыҙ, спорт менән шө­ғөл­ләнегеҙ, үҙегеҙҙе сыныҡтырығыҙ, оло тормош­ҡа әҙерләгеҙ.
Осрашыуҙы алып барған уҡытыусы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Илья Сергеевич Мокшанцев яугирға уҡыусылар исеменән ҙур рәхмәт белдер­ҙе. Ә белем усағы директоры Зөлфиә Әғләм ҡыҙы Сафуанова Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бүләк тап­шыр­ҙы һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.
Һуңынан бөтәһе бергә фотоға төштөләр. Кисә «Беҙ еңәбеҙ!» тигән тауыштар менән тамамланды. Осрашыу­ҙан уҡыусылар уйланып, етдиләнеп, хатта күпмегәлер олоғайып киткәндәй булып таралышты. Уларҙың күңелдәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир­ҙарға ҡарата ғорурлыҡ той­ғоһо уянды.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: