-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы яугир һалдаттарға хат

Һаумы, Рәсәй һалдаты! Мин һинең кем икәнеңде белмәйем. Әммә һин урыҫмы, баш­ҡортмо, татармы, бәлки, яҡташымһыңдыр, уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме шул: беҙ – бөтәбеҙ ҙә россияндарбыҙ.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы яугир һалдаттарға хат
Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы яугир һалдаттарға хат

Үҙеңә ялҡынлы сәләмдәр менән хат яҙам. Һин ғаиләңде ҡалдырып, йәненде аямай, илебеҙҙе донъя терроризмынан, фашизм идеяларын алға һөргән натовсыларҙан һаҡлайһың. Беләбеҙ, яуҙағы һәр көнөң батырлыҡҡа тиң. Шуның өсөн дә беҙҙең төндәребеҙ тыныс, көндәребеҙ яҡты, туптар шартлағанын ишетмәйбеҙ. Ишетергә лә яҙмаһын, Аллам һаҡлаһын. Илебеҙҙең көнбайыш сигендә бөгөн тыныс түгел, көн дә төрлө хәбәрҙәр килеп тора. Һеҙҙең уңыштарығыҙ өсөн ҡыуанабыҙ, насар хәбәрҙәргә борсолабыҙ.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ яулап алған Еңеүгә лә 77 йыл уҙҙы. Тарих өсөн күп ваҡыт аралығы булмаһа ла, кеше өсөн бер ғүмер. Ололарҙың: «Һуғыш, аслыҡ ҡына була күрмәһен», – тигән һүҙҙәрен онотоп та бара инек. Беҙҙең быуын һуғыштың нимә икәнен китаптарҙан уҡып, киноларҙан күреп, кешеләрҙең һөйләүҙәренән генә ишетеп белә.
Тарих ҡабатлана, тиҙәр, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә беҙ бөгөн шаһитбыҙ. Бына тағы, ҡырҡ беренсе йылдағы кеүек, быйылғы ҡара көҙҙөң шыҡһыҙ көндәрендә, илде һаҡларға, тигән әмер йәшен тиҙлегендәй таралды һәм бик күп ғаиләләрҙең ишеген шаҡыны. Һик­һән бер йыл элек өләсәйҙәребеҙ олатайҙарыбыҙҙы яуға оҙатҡандағы һымаҡ, беҙ ҙә шул уҡ хистәрҙе күңелебеҙҙән үткәрҙек.
Илебеҙ халҡы ғүмер-ғүмергә берҙәм булды: шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисергән, бергә күтәргән. Шуға ла ул бер ҡасан да баш эймәгән, еңелмәгән. Хәҙерге ваҡытта ла бер­ҙәмбеҙ, хөкүмәт үҙе ярҙам иткәнде генә көтөп ятмайбыҙ, төрлө изге эштәр менән хәлебеҙ­ҙән килгәнсә хәрбиҙәргә матди һәм рухи яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ҡалалар­ҙан, ауылдарҙан посылкалар ебәрәләр, артистарыбыҙ хәрби полигондарға барып сығыштары менән дәртләндерһә, мәктәп уҡыусылары өсмөйөшлө ялҡынлы сәләм хаттары менән яугирҙарҙың күңелдәрен күтәрә.
Һалдат, һинең хеҙмәтең бик ауыр һәм яуап­лы, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә үҙ ғүмереңде аямай, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлайһың. Һуғыш бер ҡасан да ҡорбанһыҙ булмаған һәм булмаясаҡ та. Быны бөтәбеҙ ҙә белә. Тик ни эшләй­һең, илебеҙҙе һаҡларға, хал­ҡыбыҙҙы яҡларға кәрәк. Изге бурыс был. Шулай булғас, миллионлаған ҡорбандар менән олатайҙарыбыҙ яулап алған еңеүҙе, тыныс тормошобоҙҙо тар-мар итергә юл ҡуймайыҡ. Еңеү беҙгә йәшәр өсөн, алдағы тормош өсөн кәрәк.
Әлеге көн геройы кем, тип һораһалар, әлбиттә, һалдаттар һәм уларға ярҙам итеүселәр, тип яуаплайым. Беҙ һеҙҙең батырлығығыҙ менән ғорурланабыҙ. Һиңә физик көс, ҡоростай һаулыҡ, иҫән-аман тыуған яҡтарыңа еңеү менән ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙән яҡшы хәбәрҙәр генә көтәбеҙ. Һау бул, тыныслыҡ һалдаты!

Ынйы ЗАКИРОВА, йәш хәбәрсе.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: