-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ағайым ил һағында

Мин ауылдаштарымдан уңдым. Ҡараталымда тыуып үҫкәнемә үҙемде бәхетле һанайым.

Ағайым ил һағында
Ағайым ил һағында

Шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла бергә кисерә күрше-күләндәр. Тормош тик аҡтан ғына тормай шул. Ил өҫтөнә килгән һуғыш халҡымды тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Был афәт Ҡаратал егеттәрен дә сит-яҡтарға ташланы, Тыуған илде һаҡларға саҡырҙы. Махсус хәрби операцияға юлланған яҡташтарымдың исемлеге лә көн дә арта. Ысынлап та, улар бармай ҡалһа, ә кем?.. Кем һаҡлар Ватанымды, кем яҡлар беҙҙе?

Ошо исемлекте тағы ла бер ағайым тулыландырҙы. Ул – Мөнир Миңдәүләт улы Ниғәмәтов. Ағайым ғаиләһендә ике малайҙан һуң өсөнсө баһадир булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалған балаларын Миңлегөл инәйем яңғыҙ тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы. Өс малайға атай ҙа, әсәй ҙә, дуҫ та була белде. Оло улдары уҡырға юлланғас, иң бәләкәс Мөнир ағайым Миңлегөл инәйемдең уң ҡулы, ярҙамсыһы булды. Йорт-ҡураны рәтләү, мал-тыуар ҡарау, ҡош-ҡорт үҫтереү ҙә уның иңенә төшә. Шулай бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Атаһы кеүек йыл­ҡы малын бик ярата, уларҙы ҡарау, тәрбиәләү ҡыуаныс ҡына бирә егеткә.
Мөнир ағайым мәктәптә тырышып уҡый. Синыфында ике малай ғына булалар, шуғалыр ҙа синыфташ ҡыҙ­ҙары бик ярата, хөрмәт итә үҙен. Мөнир бик шаян, йор һүҙле, ут егет булды мәктәптә уҡығанда, тип иҫләй синыф етәксеһе Мәрзиә Шәриф ҡыҙы Әлибаева. Ул иншаларҙы, шиғырҙар-ҙы ла бик үҙенсәлекле итеп яҙа тор-ғайны, әҫәрҙәргә эшләнгән һүрәттәре лә туған тел кабинетында һаҡлана. Нисек ваҡыты еткәндер? (Хәҙер телефонға әүрәп, бер нәмәгә өлгөрөп булмай китә хатта.) Мөнир ағайым мәктәптә ойошторолған эштәрҙә лә үҙен тырыш егет итеп күрһәтә. Синыфтың хеҙмәт секторы өсөн яуаплы була һәм синыфташтары менән берлектә оло йәштәге инәй-олатайҙарға ярҙамға йөрөйҙәр: яҙлы-көҙлө урам таҙартыу, картуф алышыу, баҡсала булышыу улар өсөн ят булмай. Бына шулай ул ҡара эшкә әрһеҙ, көслө, тырыш булып тәрбиәләнә.
Әлеге көндә Мөнир Миңдәүләт улы Ниғәмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Мәктәбемдең IX синыф егеттәре Миңлегөл инәйемә барып ярҙам итеп ҡайтты. Уның нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ?! Беҙҙә шулай: һалдаттарҙың ғаиләһенең хәлен белешеп торабыҙ, байрам­дарҙа ҡотлап, йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, уларға яр­ҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Иң мөһиме, һуғыштар тамамланып, донъялар тынысланһын, ағайҙарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫән-һау ғына еңеү менән ҡайтһын ине, тип теләйбеҙ из­ге Рамаҙан айында.

Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: